«Мәңге йәшәр изгелек»
Уның бәләкәй ваҡыты ғәжәйеп яҡтылығы һәм йылылығы, кешеләренең ябай бөйөклөгө менән Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала сағы»н хәтерләтә. Бөтә ижады сикһеҙ кешелеклелек менән һуғарылған мәшһүр әҙип исемен йөрөтөүсе мәктәпте етәкләүе лә һис осраҡлылыҡ түгелдер. Баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия директоры Гөлназ Ғафир ҡыҙы ӘХМӘҘИЕВА менән һөйләшкәндә шундай һығымтаға киләһең.
Йәшел аҡланлы бала саҡ
Халыҡ табибы Исхаҡ өлкән улы Ғафирҙың баш балаһы тыуыуын ныҡ теләп көтөп ала. «Малай булыр, бар белгәнемде уға ҡалдырырмын», – тип уйлай. Ләкин Үлмәҫбикә килененең донъяға ир бала түгел, бик теремек ҡараҡай ҡыҙсыҡ килтереүе уның шатлығын һис кенә лә кәметмәй. Тирә-яҡта билдәле быуынсы уҙаман ейәнсәре тәпәй баҫыу менән уны үҙе менән йөрөтә башлай. «Миңлекамал өләсәйем һәм Исхаҡ олатайым дарыу үләндәре йыйғанда ла, умарта ҡарағанда ла, хатта алма баҡсаһында эшләгәндә лә мине үҙҙәренән ҡалдырмай торғайны. Өсәүләшеп ҡояш нурына сумған йәшел аҡлан буйлап атлайбыҙ, улар миңә һәр үләндең шифаһын, ҡасан йыйырға икәнен һөйләй – был күренеш мине ғүмер буйы оҙатып бара, – тип хәтерләй Гөлназ Ғафир ҡыҙы. – Тыуған ауылыбыҙ – Ишембай районындағы Ғүмәр ауылына олатайыма кешеләр йыраҡтарҙан арбаларға ултырып килә торғайны. Киң ишек алдыбыҙҙа ылауҙар теҙелеп китер ине. Өләсәй улар өсөн мунса яға, аш бешерә. Мунса йылыһында һылап, торфҡа ултыртып дауалағас, атлай алмағандар аяҡҡа баҫып, бөкрәйеп килгәндәр турайып ҡайтып китә».
Ауылдарҙа ул ваҡытта кино сәнғәте һәм китап халыҡ рухын үҫтереүсе иң ҙур көс булғанлыҡтан, китапханасы әсәһе менән киномеханик атаһы көнө-төнө тиерлек эштән ҡайтмай. Гөлназ һәм унан һуң бер-бер артлы донъяға килгән туғандары Ямал, Нәфисә, Илдус, Флорида шул уҡ ишек алдындағы өйҙә йәшәүсе өләсәй менән олатай тәрбиәһен ала. «Әхлаҡи ҡиммәттәр ҙә, һөйөү тигән оло хис тә һүҙҙән бигерәк, ҡарашта, ым-тауышта, тотош-фиғелдә, ғәмәлдәрҙә сағылған дәүер ине ул, – тип һөйләй Гөлназ ханым. – 83 йәшлек атайым, иҫтәлек булһын тип, шул ҡиммәттәрҙе, XX быуаттағы башҡорт ауылының күңелгә яҡын күренештәрен үҙенең «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа» тигән китабында тасуирлай».
Ҡанаттар осҡанда нығый
Бәләкәй саҡта ата-әсәһенән, олатай-өләсәһенән, унан 1-се һанлы башҡорт мәктәп-интернатында (бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) легендар уҡытыусыларҙан алған үлсәүҙәргә һыймаҫ ҡеүәт-мираҫты балаларға бирергә теләүсе Гөлназ уҡытыусы һөнәрен һайлай – Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. Ә данлыҡлы мәктәп-интернат ҡыҙҙы ҙур маҡсатлы ғына түгел, пар ҡанатлы ла итә: класташы Фиҙәрис менән уның араһында уянған саф хистәр матур мөхәббәткә әйләнә...
«1982 йылда университетты тамамлап, Ишембай ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернатында уҡыта башлағас, шуға инандым: бала күңеленә һалынған изгелек орлоғо – мәңгелек, ул шытым бирә, үҫә, артабан йәнә орлоҡ булып киләсәк быуындарға тарала», – ти Гөлназ Ғафир ҡыҙы. Йәш белгес физика дәрестәре алып бара, ең һыҙғанып, тәүҙә комсомол, артабан профсоюз ойошмаһын етәкләй, бер нисә йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, унан директор итеп тәғәйенләнә.
1992 йылда «Юрматы» милли үҙәге менән бергә юллап, уҡыу йортон 2-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртеүгә өлгәшәләр, бер йылдан иһә уға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.
«Гимназияның юғары дәрәжәһен раҫлау, үҙ йөҙөн, уҡытыу алымын булдырыу өсөн ифрат ҙур тырышлыҡ һалдыҡ», – тип һөйләй Гөлназ Ғафир ҡыҙы. Уны тамамлаусылар уҡыуҙарын Башҡортостан һәм Рәсәй университет-институттарында ғына түгел, Төркиә, Мысыр, Иордания кеүек илдәрҙә дауам итә. Ә бындағы шашка түңәрәгенең даны донъяға тарала. Түңәрәктә тәрбиәләнгән спортсыларҙың бер нисәһен генә атап үтәбеҙ: Тамара Танһыҡҡужина, Олеся Абдуллина, Айнур Шәйбәков...
Исеме бөтә илдә билдәле була барған гимназия директорын Ишембай ҡалаһы һәм районы мәғариф бүлеге етәксеһе итеп ҡуялар – ҡанаттар осҡанда нығый.
«Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында»
2005 йылда Гөлназ Ғафир ҡыҙының ғаиләһе тарихында өр-яңы бит асыла. «Өфөлә юғары уҡыу йортона ингән ҡыҙҙарыбыҙ янында булайыҡ тип, баш ҡалаға күстек», – ти.
7-се мәктәпкә директор итеп билдәләнгән Гөлназ Ғафир ҡыҙы был уҡыу йортонда ла эште яйға һалып торғанда 158-се башҡорт гимназияһын етәкләргә тәҡдим итәләр. Бөгөн ул баш ҡалала иң көслө мәктәптәрҙән һанала.
– Халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең кешеләрҙе, тормошто яратыуҙан торған фәлсәфәүи тәғлимәтен бәләкәйҙән һеңдергән балаларыбыҙ мотлаҡ уңышҡа өлгәшәсәк. Донъя кимәлендә яҡтылыҡ илсеһе булып танылыу яулаған ябай ауыл малайының яҙмышы уларға һәр даим өлгө, – тип һөйләй Гөлназ Ғафир ҡыҙы. Ысынлап та, мәктәптә баланы бөтә диуарҙарҙа әҙиптең мәңге иҫкермәҫ шиғыр юлдары оҙатып бара.
Оло әҙиптең ижадына һәм ғүмер юлына арналған кабинетты булдырыуҙа уның балалары Илгиз Мостафа улы һәм Әлфиә Мостафа ҡыҙы ихлас ҡатнашҡан. Мостай Кәримдең шәжәрәһе, ғаиләһенең, замандаштарының һүрәттәре, уның яҙыу машинкаһы, ҡәләме, күҙлеге, китаптары – барыһы ла уҡыусыны мәшһүр шәхестең күңел бейеклегенә яҡынайта.
Быйыл республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә туған телдәрҙе өйрәнеүгә арналған үтә мөһим ултырыш, алдынғы тәжрибә майҙансығы булараҡ, тап 158-се гимназияла үткәрелеүе юҡҡа түгел. Коллективтың туған телде өйрәнеү, яҡлау буйынса башҡалар менән уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек. Ултырышты республикабыҙҙың мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова үҙе алып бара һәм бик йәнле, файҙалы һөйләшеүҙе: «Милли мәғарифты үҫтереү иң заманса алымдар менән алып барылырға тейеш», – тигән һүҙҙәр менән тамамлай. Гимназияла тап шул юл буйынса ышаныслы алға баралар. Йәғни балаға элеккесә әҙер белем биреү урынына кәрәкле мәғлүмәтте үҙенә эҙләп табыу, ҡулланырға өйрәтеү шарттары булдырылған. Был иһә йәш кешенең иң ҡатмарлы хәл-ваҡиғала ла ҡаушап ҡалмайынса, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә һәләтле, ижади шәхес булып үҫеүенә ярҙам итә.
...«Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында» – даһиҙың мәктәп стенаһындағы һүҙҙәре ҡолаҡтарҙа көмөш ҡыңғырауҙай сыңлап, ошо мөхиттең самими бала күңеле өсөн ҡабатланмаҫ донъя икәненә ишара яһай.
Альмира Кирәева.
Александр Данилов фотолары.
Александр Данилов фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Етәксе ҡатын-ҡыҙ