Кеше йәнле Гөлфәр
Әбйәлил – күлдәр иле. Шуғалырмы, был төбәктә тыуып үҫкәндәрҙең дә фиғеле мул һыулы, зәңгәр тулҡынлы «түңәрәк көҙгөләр» ише ярһыу хисле, бер нәмәгә лә битараф булмаған, ихлас һәм киң күңелле.
Әсәйебеҙ – күркәм тәбиғәтле Ташбулат ауылы һылыуы Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙы Хисмәтова – ысын мәғәнәһендә ер кешеһе, тәбиғәт балаһы. Бәләкәй саҡтан Ҡырҡтытау битләүендә еләк тиреп, Ҡарабалыҡлы, Сабаҡлы, Мауыҙҙы күлдәренең мөғжизәле хозурлығына һоҡланып, шиғри йөрәкле, матурлыҡты тоя белгән ҡыҙ булып буй еткерә ул. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлаған һылыу алдында ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тормай. Үҙе өҙөлөп яратҡан тәбиғәттең барса серҙәренә төшөнөү теләге уны икеләнеүһеҙ Башҡорт дәүләт университетының география факультетына илтә. Уҡыуға арбалып, шаулап-гөрләп торған студент йылдарының үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Совет йылдарындағы тәртипкә ярашлы, йәш белгестәрҙе төрлө яҡтарға йүнәлтмә менән эшкә ебәреү буйынса комиссия ултырышы уҙа. Унда республиканың шул осорҙағы мәғариф министры Фатима Мостафина ла ҡатнаша. Үҙен Баймаҡ районына тәғәйенләүҙәрен ишеткән Гөлфәр, комиссия ағзаларын аптыратып, һүҙ һорай һәм Әбйәлилдә география белгестәренең етешмәүен, тыуған ауылындағы мәктәптең дә дипломлы уҡытыусыға мохтаж булыуын аңлатып, үҙ яғына ҡайтарыуҙарын үтенә. Мәғариф министры уның ҡыйыу сығышынан бер аҙға тынып ҡала, шунан көлөмһөрәп: «Был һылыу тыуған яғын бик ярата, яҡташтары өсөн янып-көйә, әйҙәгеҙ, улай булғас, Ташбулатҡа эшкә ҡайтһын!» – ти. Шулай итеп, Гөлфәр Ғәлләм ҡыҙы министр фатихаһы менән туған мәктәбендә эш башлай. Тиҙҙән БДУ-ның физика-математика факультетын тамамлап ҡайтҡан һыу һөлөгөндәй егет Морат Шәйхәләм улы Муллағәләмов менән донъя ҡора. Әсәйҙең, атайығыҙ шул тиклем күрмәлекле егет ине, студент саҡтан бер-беребеҙҙе белһәк тә, аралашманыҡ, уның яғына әйләнеп ҡарарға ла ҡыйманым, ояла инем, ауылға эшкә ҡайтҡас, тап мине һоратып килеүе көтөлмәгән хәл булды, тип хәтерләүенән дә мөхәббәт тарихтарының сафлығын, иплелеген тояһың.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2018) һанында уҡығыҙ.

Гөлназ ҒӘЛИКӘЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Теги: