Наилә Сәфәрғолованың йөрәк һүҙе
Наилә Сәфәрғолова... Ошо исемде ишетеү менән «Ҡурай» каналында халыҡ яратып ҡабул иткән «Йөрәк һүҙе» кеүек иҫ киткес рухи проектты тормошҡа ашырып, бөтә Башҡортостан халҡының ихтирамын һәм һөйөүен яулаған ғәжәйеп һәләтле ханым күҙ алдына баҫа. Эйе, тел тураһында ҡыҙыу бәхәстәр барғанда, ҡорғаҡһыған күңелдәргә, гүйә, ләйсән ямғыры яуып үтте. 2014 йылда «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында «Әйтер һүҙем бар» проектын тамашасы хөкөмөнә сығарып, хәҙер «Йөрәк һүҙе»н балҡытыусы һылыуҙың тормош китабын асайыҡ.
«Алтын ҡыҙым»
Стәрлебаш районының Шәкәр ауылында алтынсы бала булып донъяға килгән ҡыҙын Әбделхәй ағай шулай йөрөтә. Исемде уға Хәкимә өләсәһе ҡуша, Наилә исеменең мәғәнәһе «бүләк» тигәнде аңлата. «8 Мартта атай-әсәйемде ҡунаҡҡа саҡырғандар. Шунда мине кендек инәһе Рәхилә өләсәй ҡабул иткән, – тип һөйләй Наилә апай. – Шау-гөр килеп, һигеҙ бала үҫтек. Ике тирәк араһынан урғылып сыҡҡан шишмә эргәһендә генә ине өйөбөҙ».
Ғаилә башлығы Әбделхәй ағай ғүмер буйы тракторсы булып эшләһә, әсәләре Нажиә апай колхозда төрлө эштә йөрөй, алдынғы сөгөлдөрсө була. Йәйҙәрен Наилә лә әсәһенә сөгөлдөр утауҙа ярҙам итә. Өлкән апайҙары барыһы ла Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты) уҡый. Наилә лә башланғыс мәктәптән һуң ошонда килә. Гел «бишле»гә өлгәшә, бар сараларҙың уртаһында ҡайнай, волейболға, бейеү түңәрәгенә йөрөй, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша…
Унынсыла уҡығанда уҡ – студент
Унынсы синыфта уҡығанда Наиләнең тормошонда ҙур ваҡиға була. Мәктәптең ул ваҡыттағы директоры Риф Хәмиҙуллин режиссер Рифҡәт Исрафиловтың театр факультетында курс йыйыуын һәм Наиләне лә алырға теләүен еткерә. Баҡтиһәң, уның ниндәйҙер сарала матур итеп шиғыр һөйләгәнен күргән режиссер. «Актриса булырға һис теләгем юҡ» тиһә лә, ҡыҙыҡайҙы институтҡа барырға күндерәләр. Шулай итеп, Наилә өс көн мәктәптә, өс көн юғары уҡыу йортонда уҡый башлай. Ләкин бер йылдан Лек Вәлиевтың режиссерҙар әҙерләү бүлегенә күсергә ҡарар итә. Сәхнә теленән уларҙы СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова уҡыта.
«Эйе, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булырға мөмкин. Тик Лек Вәлиев кеүек кешелекле белгестәр һирәк. Ғүмерем буйына рәхмәтлемен остазыма, интернаттағы тәрбиәсем Ләлә Хөсәйен ҡыҙы кеүек йөрәк түрендә урын алған иң ҡәҙерле кешеләремдең береһе ул...
Нурия Әхтәмова.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Наилә Сәфәрғолова