Фиҙакәрлек – ҡанында
Уның йырлауын башҡалар менән бутау мөмкин түгел. Аһәңле моңон йырсылар хаҡында һүҙ сыҡҡанда теҙә торған шишмә сылтырауына йә һандуғас һайрауына оҡшатҡан күнегелгән сағыштырыуҙар менән тәҡрарлап булмай. Баймаҡ төбәгенең данлыҡлы сәнғәт оҫталарынан һаналған Туйсиндар династияһының аҫыл ҡыҙы Фирүзә Париждың тауышында күңелдең тәрән төпкөлдәренә үтә алырлыҡ, борондан килгән ҡайтауаздай тетрәндергес бер сың бар. Тап шул йөрәктән йөрәккә еткән, күңел ҡылдарын сирткән сың йырсының ижадын баһалы, йөкмәткеле итә лә инде.
…Фирүзәнең булмышына ҡот биргән гүзәл һыҙаттар – сабый сағынан бөртөкләп Зәкирә өләсәһе һалған тәрбиә орлоҡтарының шытымдары. Ғүмер буйы ауыл мәҙәниәт йортон етәкләгән әсәһе (билдәле һәүәҫкәр йырсы Флүрә Туйсина) менән атаһы башкөллө сумып хөкүмәт эшенән бушамағас, ике һеңлегә, бер ҡустыға апай буласаҡ һылыу күберәк өләсәй тәрбиәһендә үҫә. Уның янында ҡалғанында һандыҡтағы ҡомартҡылар менән танышһынмы, һәр ҡырҡымына һоҡланып ҡорама тәҫләһенме, мейес эсендә сөгөндә бешкән аштың бығырлап ҡайнауын тыңлаһынмы, өләсәһенә сәйгә тип сынъяһау кейенешеп килгән әбейҙәрҙең йырҙарын отһонмо... Бала саҡта ябай ғына күренгән ошо ғәмәлдәр асылда булмышын әүәләүен әле генә аңлай, ә ул саҡта иркә ҡыҙыҡай бары шул йылы мөхиттә үҙенең ҡәҙерле бала икәнен тойоп, өләсәһенең серле әкиәттәрен тыңлап үҫеүен белә…
…Фирүзә Париж – бөгөн Башҡортостан артистарынан тик башҡортса ғына концерттар ойоштороп, гастролдәрҙә йөрөүсе һирәк кенә йырсыларыбыҙҙың береһе. Әле ҡаһарман йырсы «башҡорт эстрадаһы бар, ул йәшәргә һәм заман талаптарына яраҡлашырға тейеш» тигән маҡсаттан сығып, бар көсөн шул юҫыҡҡа йүнәлткән. Байтаҡ йылдар дауамында тик күрше республика артистарын күреп өйрәнгән төньяҡ-көнсығыш, көнбайыш райондарҙағы төпкөл ауылдарға концерттар менән сығып, башҡорт тамашаларына күнекмәгән милләттәштәребеҙ йәшәгән тарафтарҙа осраған төрлө көтөлмәгән ҡаршылыҡтарға ҡарамай, халыҡ күңелен уйлап, гастролдәрен өҙмәй фиҙакәр эшләгән, үҙе ойоштороусы ла, продюсер ҙа булған ханым ул. Уның командаһында әсәһе Флүрә Туйсина, бер туған ҡустыһы Илшат Аллаяров, эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙҙары Илнур Рамаҙанов, Таһир Әсәҙуллин һәм башҡалар бар. Орсоҡтай тиктормаҫ, уңған, фекерле милләттәшебеҙгә ҡарап һоҡланып ҡына торорлоҡ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йөҙөк ҡашы булған һәләтле һәм сибәр актрисаның бынамын тигән карьераһын ҡалдырып, концерт эшенә тотоноуына күптәр ғәжәпләнде. Ә хыялдарҙы тик ҡыйыуҙар ғына тормошҡа ашырыуын аңлаған Фирүзә алдында торған билдәһеҙлектән ҡурҡмай, яңы йүнәлештә ихлас эшләп китте. Тырышлығының тәүге емештәре: һуңғы ике-өс йыл эсендә яҙҙырған байтаҡ йырҙар, клиптар, үҙ командаһын булдырыу, яңы имидж – быларҙың береһе лә, әлбиттә, күктән төшмәгән. «Эстрадабыҙҙы бергәләп бөгөн күтәрмәһәк, тап башҡорт йырҙарын популярлаштырмаһаҡ, бер-ике йылдан һуң булыуы ла мөмкин. Күңел байытыр сығыштарыбыҙ менән тиҙ арала тамашасыны үҙебеҙгә бороп алмаһаҡ, киләсәктә эстрадабыҙ ни эшләр?» – тип борсола популяр йырсы. Ижадсының ошо әрнеүле һүҙҙәре йөрәктән йөрәккә етһен ине. Шоу-бизнес өсөн моңло тауыш менән артислыҡ һәләте генә әҙ бөгөн, ул хәҙер тәү сиратта эшҡыуарлыҡ сифаттарын талап итә. Фирүзә һымаҡ шуны ваҡытында аңлаған сәхнә йондоҙҙарыбыҙ күберәк булһын ине.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Фирүзә Париж