НУР ЭЙӘҺЕ НУРИЯ


Нурия Һаҙый ҡыҙының китап ене ҡағылған, тиҫтәләгән гәзит-журнал алдырып уҡыған ғаиләлә тәрбиәләнеүе хаҡында әйтеп үткәйнек инде. Үҫә төшкәс, ул үҙе лә мәҡәләләр яҙа башлай. Сибай педагогия училищеһында уҡыған осоронда – йәш хәбәрсе, Ҡыҙылъярҙа йәшәгәнендә Өфө район гәзитенең иң әүҙем ауыл хәбәрсеһе булып таныла. Беҙҙең журнал менән дә Нурия ханымды оҙайлы, ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Әсәйем ғүмере буйы «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырҙы, яратып уҡыны, был дуҫлыҡты мин дә дауам иттем, – тип һөйләй ул. – 1994 йылда журналдың тышлығында – ғаиләбеҙҙең фотоһы, эске өлөшөндә беҙҙең хаҡта яҙылған йылы, матур мәҡәлә донъя күрҙе. Ул саҡта өлкән улыбыҙ Илнур әрме хеҙмәтендә, Илгиз, Рәмил, Айгөл мәктәп уҡыусылары ине. Ошо мәҡәләнән һуң улдарыма Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән ҡыҙҙар яҙған хаттар ағылды. Үҙе бер ҡыҙыҡ, күңелле ваҡиға булып ҡалды ул мәлдәр...»
Аң-белемгә ынтылыш, мәғрифәтселек ҡанына һеңгән Нурия Рафиҡова бөгөн арымай-талмай башҡорт матбуғатына хеҙмәт итә. Сибайҙан Ҡыҙылъярға кире күсеп килгәс, уны, элекке ауыл хәбәрсеһен, ҡушҡуллап Өфө районы гәзитенә эшкә саҡыралар. Ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән «Өфө үҙәндәре» тип аталған башҡортса ҡушымтаны ла әҙерләп сығара. Әлеге ваҡытта республиканың абруйлы баҫмаларының береһе һаналған «Ватандаш» журналында эшләй.
Гөлдәр СӘЛИХОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Журнал Башҡортостан ҡыҙына 50