Емеш тирер мәле ғүмерҙең
Уның яҙмышын, булмышын бер һүҙ менән сағылдырырға мөмкин – тоғролоҡ. Һәр дәүерҙә күңел бейеклеге күрһәткесе булараҡ баһаланған был сифат бөгөн, әхлаҡи ҡиблалар үҙгәргән заманда, айырыуса ҡәҙерле һәм танһыҡ. Яҡты хыялына, йәшлектә һайлаған йәренә, аҡтан-аҡ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, ғүмер буйы изгелеккә хеҙмәт итеүселәрҙең береһе ул Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Лилиә Рәйес ҡыҙы Ғәлимова.
… Әҙәм балаһын ҡаҡшамаҫ ныҡ, тотороҡло һәм әйтеп бөткөһөҙ матур итеүсе был сифат башлыса нәҫелдән күсәлер – әкрен генә ғүмер йомғағын һүтеүсе Лилиә Рәйес ҡыҙын тыңлағанда күңелгә шундай уй килә. Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында мөғәллимдәр ғаиләһендә тәүге сабый булып донъяға килә ул. Атаһы Рәйес Ғәлиәхмәт улы балаларҙы үҙ фәненә ғашиҡ итеүсе талантлы математик, әсәһе Фәрзәнә Аҙнағол ҡыҙы күңелдәргә башҡорт теленең илаһи аһәңен һалыусы уҡытыусы була. «Беҙ мөхәббәтле ғаиләлә үҫтек. Атайым менән әсәйем тыйыу, әрләү тигәнде белмәне. Миләүшә һеңлем, Урал энем менән каникулдарҙы көтөп алыуыбыҙ хәтерҙә: туғандарҙың улдары, ҡыҙҙары килә, ун бишәр бала йыйылып, бәләкәй мәктәп булып китәбеҙ. Шат сабый тауыштарына күмелгән өйөбөҙ торғаны бәхет ояһы ине. Бер туған апаһы үлгәс, уның балаларын интернаттарға урынлаштырып, ялдарҙа, байрамдарҙа үҙебеҙгә һыйындырған, һәр кеменең киләсәген хәстәрләгән атайым, үҙе лә һиҙмәҫтән, туғанлыҡҡа тоғролоҡ һабаҡтары бирҙе», – тип һөйләй Лилиә Рәйес ҡыҙы.
1983 йылда мөхәббәтле йорттоң ишеген ҡайғы шаҡый: ҡырҡ ете йәшен саҡ тултырған Фәрзәнә Аҙнағол ҡыҙы яман сирҙән донъя ҡуя. Ҡатынына табынып йәшәгән уҙаман өсөн ҡояш һүнә. Аҡҡош тоғролоғо һаҡлап, ул теп-теүәл егерме йыл ғүмер итә. «Заман ауыр, балаларға ярҙам кәрәк», – шулай йәшәтә ата үҙен ул йылдарҙа...
«Әсәйем аҡ халат кейеп эш башлауымды, минең өсөн өҙөлөп торған кеше менән ғаилә ҡороуымды күреп өлгөрҙө – был аҙ булһа ла йыуаныс бирә», – тип йөрәк хәтирәләре менән уртаҡлаша Лилиә ханым.
Татарстандың Аҡтаныш районы егете Фәндүс Ғәлимов менән ул Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетында бер төркөмдә уҡый. «1975 йылдың май кисе. Аҡ муйыл сәскәһе ҡойолған урам буйлап етәкләшеп китеп барған беҙ икәүҙән дә бәхетле кеше юҡ! Шул кистә донъялағы иң аҡыллы, иң матур егет миңә «һөйәм!» тине».
Уҡып бөткәс, икеһен дә баш ҡалабыҙҙың 17-се дауаханаһына саҡыралар. Фәндүс балалар анестезиологы-реаниматологы, Лилиә неонатолог – яңы тыуған бәпестәр табибы булып эш башлай…
…Фәрештәләрҙең «амин» тигән сағына тура килдеме икән изге ниәте? Уға 1998 йылда психикаһында, нервы системаһында тайпылыштар булған сабыйҙар өсөн махсуслаштырылған дауалау-һауыҡтырыу, реабилитациялау-тәрбиә учреждениеһында – Өфөләге 2-се Сабыйҙар йортонда баш табип вазифаһын тәҡдим итәләр. Шул уҡ йылда 2-се, 3-сө Сабыйҙар йорттары ҡушылып, 150-нән ашыу бала бер ҡыйыҡ аҫтына алына. 2000 йылда өй туйлайҙар – республика сырхау бәпәйҙәр өсөн әкиәт һарайылай матур, ҙур йорт төҙөй…
…Етемлеккә һәм ҡаты сиргә дусар бәләкәстәр йәненә ҡаҙна өйө һалҡынлығы күсмәһен, был йорт бәхетһеҙлек иленә әйләнмәһен өсөн күпме көс һалыныуын Лилиә Рәйес ҡыҙы һөйләп тороуҙы кәрәк тип тапмай. «Иң мөһим ҡаҙанышым балалар тип йән атҡан коллектив йыйыу булғандыр», – тип һанай Ғәлимова. Бәпестәрҙе дауалаусы табиптар, улар менән шөғөлләнеүсе педагогтар, дефектологтар – республикала үҙ өлкәләрендә иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп итеүгә өлгәшә ул…
...Яңыраҡ алтын алтмышына аяҡ баҫҡан Лилиә ханым инде әллә ҡасан үҙ ғаиләһенә әйләнгән Сабыйҙар йорто коллективы менән һаубуллашып, идараны яңы етәксегә тапшырҙы. Яҙмышының бик мөһим бер битен ябып, өр-яңыһын асҡан мәле әле. Гел эшкә мөкиббән китеп, күңел һандығына һалынған теләктәрен тормошҡа ашырған көндәре. Мәҫәлән, француз телен мауығып өйрәнергә тотонған, машинала ныҡлап йөрөй башлаған. Ғүмер буйы баҫылып торған йыр шишмәһенең урғылып атылыуына ирек биргән – йәнде арбар моң эйәһе лә баһа ул, сәнғәт әһеленән дәрестәр алмаҡсы...
… Йыһандың мәңгелек ҡанундары һис яңылышмай, сәғәттәй теп-теүәл эшләүенә ышанабыҙ: изгелектәр әйләнеп ҡайта. Ғүмер буйы ҡылған яҡшы ғәмәлдәрегеҙ балаларығыҙ бәхете, ейәндәрегеҙ шатлығы һәм үҙегеҙҙең йән тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ булып әйләнеп ҡайтһын, һәр көнөгөҙҙө нурға күмһен, Лилиә Рәйес ҡыҙы!
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.

Альмира КИРӘЕВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ