Сая рухлы ҡыпсаҡ ҡыҙы
Силәбе башҡорттары саҡырыуы буйынса өлкәгә килгәндә Нурия Иҡсанованы күркәм сараны алып барыусы, тележурналист, гәзит мөхәррире булараҡ күрҙем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте көндәре осрашыуҙары сиктәрендә Ҡамса Мортазинды 50 йәшлек юбилейы айҡанлы тәбрикләгәндән һуң, урындағы телевидениела эфирға сығасаҡ «Уралым» тапшырыуына сюжет төшөрөлдө, шунда уҡ «Яңылыҡтар» өсөн Башҡортостанға оҙатылды. Эркелеп килгән халыҡҡа Нурия Сәғит ҡыҙы мөхәррир булған «Уралым» гәзите таратылды. Өлгөр, алсаҡ, ипле һылыу менән журнал уҡыусыларыбыҙҙы яҡынданыраҡ таныштырыу теләге бына шунда уянғайны.
Нурия Иҡсанова, ғәжәпкә күрә, Белорет районында йәшәгән шағирә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Үтәғолованың ҡыҙы булып сыҡты! Бына ҡайҙан килә икән ярһыу, тынғыһыҙ рух, илһөйәрлек, уңғанлыҡ! Тал сыбығы кеүек кенә нескәбилкәйҙе ир ҡатыны, өлгөр килен тип әйтмәҫһең дә.
Нурия 1986 йылдың 21 авгусында Бөрйән районы Исламбай ауылында тыуған. Ауылдаштарының үҙ-ара татыулығы, бер-береһенә ярҙам итеү йөҙөнән өмәләргә йөрөүе, берәйһе мәрхүм булһа, уға хөрмәт күрһәтеп, ул көндө йыр-моң тыңлап ултырыуҙы, кәйеф-сафа ҡороуҙы туҡтатып тороуҙар, бар эштә өлгөрлөк, көтөү ҡыуғанда һуңламаҫҡа тырышыу, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, ололарҙы ололоҡлау, кейемдәге бөхтәлек – ауыл мөхитенең ҡырыҫ та, ҡәтғи ҙә яҙылмаған талаптары тәрбиәләгән уны. Үҙгәртеп ҡороуҙар заманында буй еткергәндәр элекке ҡиммәттәр юйылып, яңыһы әле барлыҡҡа килмәгән осорға эләкте. Ә Нурияның ғаилә тәрбиәһе ныҡ. Бәләкәй саҡтан «ҡартайған атайың, тумыртҡалай туҡылдап, утын ярһа, шул яман; яңғыҙ ҡалған әсәйең кәкрәйеп һыу ташыһа, шул яман», – тигән ҡобайырҙар рухында үҫә Нурия. Түңкәрелгән тасҡа баҫып, бер нисә юл ҡобайырға үҙ фекерен дә ҡушып һөйләүе иҫендә ҡалған. Ҡыҙ-малайҙарҙы йыйып ала ла, әсәһенең кейемдәрен кейеп, тарихтан уҡыта торған була. Нурияны бала-саға ысын уҡытыусы тип ҡабул итеп, мәктәптән ҡаршылап, портфелен тотоп ҡайтырға талаша.
Әсәһе йәш тә һигеҙ айлыҡ ҡына айырмала тыуған ҡыҙҙары Венера менән Нурияны «һеҙ бөтә яҡтан өлгө булырға тейеш» тип үҫтерә. Нурия 7-сене Исламбайҙа тамамлағас, ғаилә Белорет ҡалаһына күсеп килә. Әсәһе башҡортса радио асып ебәрә, ул мәктәп уҡыусылары өсөн сығарған «Тере шишмә» гәзите эшенә лә ҡыҙҙар ең һыҙғанып тотона. «Күсеп килгәс тә урыҫтар араһында йәшәнек. Атайым ғәҙел кеше. Һәр ваҡыт беҙҙең менән башҡортса һөйләште. Бер ҡасан да телебеҙҙән оялманыҡ. Әсәйем күп осраҡта дөрөҫ ҡарар ҡабул итеренә шикләнһә, атайымдың фекеренә ҡолаҡ һала ине. Ул районда иң беренселәрҙән булып быйма баҫыу цехын асып, шәхси эшен булдырған. Закондарҙы яҡшы белә. Тура һүҙлелеге, сабыр аҡылы өсөн уны хөрмәт итәләр. Әле ҡәҙерлебеҙ хаҡлы ялда», – ти Нурия.
Белореттағы урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған тырыш ҡыҙ Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Һәр семинарға ентекле әҙерләнә, староста ярҙамсыһы була. Шаулы-гөрлө студент тормошонда Нурия юғалып ҡалмай, һәр ваҡыт ниндәйҙер шөғөл таба, ҡул ҡаушырып ултырмай. Уҡыу йортон ул ҡыҙыл дипломға тамамлап киткәс, студенттар сығарған йылъяҙмала «Йыл юғалтыуы» тип билдәләнә.
Тормош иптәше Белорет районы Мәхмүт ауылы егете Инсаф Иҡсанов менән улар поезда таныша. Күңеленә ятҡан ихлас ҡыҙҙы ситкә ебәргеһе килмәй егеттең. Дуҫлашып йөрөгәндән һуң улар өйләнешеп, Өфөлә төпләнә. Ҡайҙа эшкә барырға тигән һорау килеп тыуғас, Нурия радио тирәһендә эш белешә. Телевидениела бер ҡыҙыҡай йөклө, уның урынына кеше кәрәгәсәк, тигәнде ишеткәс, баш мөхәррир Гәүһәр Батталоваға инә. Бәхетле осраҡмы ул, әллә яҙмыш ҡушыуымы, Нурия телевидениела эш башлай. Үҙ һөнәренең оҫтаһы Гәүһәр Батталова мәктәбен үтеү, Фәнүр Йәғәфәров, Гөлназ Ҡолһарина, Фирҙәт Ғәлиев менән аралашыу, «Тәмле» тапшырыуын төшөрөү, телевидениеның «Замандаш», «Башҡорттар» кеүек башҡа проекттарында көс һынау ҡыҙыҡайҙы үҫтерә, сыныҡтыра. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин менән эшләгән осорон айырыуса бер йылылыҡ менән иҫкә ала Нурия Сәғит ҡыҙы: «Йәш кенә кешегә ҙур эште ҡурҡмай ышанып тапшырыуын әйт. Ҡушылғанға яуаплы ҡараһаң, ваҡытында эшләһәң, ысынлап та күрәләр ине. Салауат Ишмөхәмәт улы ҡул аҫтындағыларын яҡлай ҙа белде. «Бер хәбәрсегеҙ килеп төшөргәйне, мөмкинме шул эфирға сыҡмаһын», – тип шылтыратыусыға: «Нисек мин уның эшен юҡҡа сығара алайым?» – тип яуаплауы әле лә хәтеремдә. Уның компьютерына принтер тура тоташтырылғайны. Бер ваҡыт уның яҙған тапшырыуы сценарийын яңылыш асып юйғанымды һәм ундай хәлдең бер генә тапҡыр ҡабатланмауын аңланым. Шунда тауыш ҡуптарыу түгел, өндәшмәй ҡалыуы һоҡландырҙы. «Ярай, үҙем яҙғанмын, хәтеремдә бит, хафаланма», – тип әйтеүе ни хәтлем сабыр аҡылы, кешеләргә хөрмәтенең тәрәнлеге хаҡында һөйләй бит. Ошо сифаттары менән беҙгә, йәштәргә, өлгө ине ул».
Иптәше эше буйынса Силәбе өлкәһенә күскәс, Нурия ла Көньяҡ Уралға юллана...
…Силәбе ерлегендә йәшәгәс, шул аудиторияға тәғәйен, үҙҙәрен ситтә түгел, ә ерле халыҡ тип тойһондар өсөн 8000 данала нәшер ителәсәк һигеҙ битлек гәзит зарурлығы көн үҙәгенә ҡуйыла. Был эш Нурия Сәғит ҡыҙына ышанып тапшырыла. Нурия Урал Сәфиуллиндың өйөнә барып әүәл сыҡҡан гәзиттең эстафетаһын ҡабул итеп ала, элекке мөхәррирҙәргә хөрмәт йөҙөнән, исемен дә шул килеш ҡалдыра. Шул ваҡыттан алып ай һайын милләттәштәребеҙ ике телдә сыҡҡан, халҡыбыҙҙың тәрән тамырҙарын юллаған, телде өйрәнергә дәртләндергән, милләттәштәр араһында башҡарылған эштәр хаҡында бәйән иткән йөкмәткеле баҫма алып ҡыуана. «Уралым»ды таратыуҙы һәр кем үҙ бурысы итеп күрә. Мөхәррирҙе уҡыусылары менән йәнле бәйләнеш барлығы һөйөндөрә. Татар милләтенән булғандар ҙа гәзитте ихлас уҡый, фекерен белдерә.
Телевидение буйынса эш тә алға китә. Ниндәй темаларға тапшырыу әҙерләйәсәктәре хаҡында аныҡ фекергә килеп, өлкә телевидениеһы директорына баралар. 1812 йылда француз яуында ҡатнашҡан туғыҙ башҡорт полкына һәйкәл асылыуы хаҡында махсус репортаж (2016 йылдың сентябрендә) тәүге ҡарлуғас булып тарихҡа инә. Шулай итеп, айына ике тапҡыр, ике ҡабатлау менән тапшырыу сығарыу хаҡында килешеү төҙөлә һәм тормошҡа ашырыла.
«Социаль селтәрҙәрҙә «Уралым» төркөмөн булдырҙыҡ. Башҡорттарҙың үҙ каналы бар, улар бит булдыра, тиҙәр. Үҙебеҙҙе күрһәткәс, ҡаршы түгелдәр. Сифатҡа иғтибар итергә тырышабыҙ. Илфат – оператор, хәбәрсеһе – үҙем. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ярҙам итә. Морис Харис улы Йосопов бик ҙур эштәр башҡара. Йәштәр яғынан да ҡыҙыҡһыныу бар. Төрлө темалар тәҡдим итәләр. Ер-һыу атамалары буйынса, Абдулҡадир Инан, Ҡорбанғәлиевтар нәҫелдәре хаҡында тапшырыуҙар эшләргә ниәтләнеп торабыҙ», – тип маҡсат-хыялдары менән уртаҡлаша Нурия...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Силәбе ҡалаһы.
Силәбе ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ