Изгелеккә инселәнгән яҙмыш

Изгелеккә инселәнгән яҙмыш
Етемдәрҙең башынан ғына һыйпаһаң да, һиңә ожмах ишектәре асылыр, тигән хәҙис хәтеремдә. Балалар йортоноң да унда эшләүселәр яҙмышына ыңғай йоғонтоло, һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ ҡөҙрәте бар, тиҙәр. Оҙаҡ йылдар бала таба алмаған әллә нисә ҡатын бында килгәс әсәй булған, кемдәрҙеңдер шәхси тормошо яйға һалынған. Еңелгә өмөт итмәй, ҙур аҡсаға ымһынмай, яралы кескәй йөрәктәрҙе йылытыусыларҙың мәрхәмәтенә илаһи көстөң рәхмәтелер был. Ҡырҡты үткәс, тормошон ҡырҡа үҙгәртергә ҡыйыулыҡ табып, ҡалаға күскән, инде байтаҡ йылдар Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йортоноң директоры вазифаһын тартҡан гүзәл заттарыбыҙҙың береһе Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова ла ошонда эшләгән арауыҡта мөхәббәтле ғаилә ҡороп, бәхет төшөнсәһен өр-яңынан асып, күңел бөтөнлөгөнә ирешкән.


… «Балалар йортонда эшләү, тигәнде ҡабул итмәйем, уны тормоштан айырып, һөнәр тип кенә атау дөрөҫ түгел. Ваҡыт менән иҫәпләшмәгән, бер ғаилә булып уҡмашҡан алыштырғыһыҙ коллективым бар», – ти Фәнисә Малик ҡыҙы. Әлшәй һылыуының ғүмер юлы китапҡа торошло, ул, моғайын да, ваҡыты еткәс яҙылыр. Йәш белгес булып урынлашып, һуңынан директор вазифаһына еткән, бар күңелен һалып хеҙмәт иткән Нуриман районы Иҫке Күл мәктәбендәге ун ете йылы – хәтер китабының йөкмәткеле биттәрен тәшкил иткән айырым тарих. Һуҡыр ҡәйнәһенең рәхмәтле булып битенән һөйөүҙәре, түшәккә ятҡан ҡатынын ҡаһармандарса ҡараған ҡайныһының яҡты һыны, «апай» тип яратып торған уҡыусылар, Нәркәс ҡыҙын ҡулдарына алып, әсәлек бәхетен татыуы – былар Нуриман хәтирәләре. Әсәһе менән атаһының вафаты, утыҙ ике генә йәшлек һеңлеһенең фажиғәле һәләкәте, шунан төшөнә инеп, ике ҡыҙын апайы ҡулына тоттороп, күҙҙәренә бағыуы… Бер-бер артлы килгән юғалтыуҙар аша Хоҙай Тәғәлә уны әлеге вазифаһына әҙерләгәндер. Ҡыҙы Нәркәсте, Клара һеңлеһенең Элзираһын һәм Таңһылыуын етәкләп, бер нәмәһеҙ баш ҡалаға килгән йылдар инде төш кенә һымаҡ. Ҡыҙҙарҙы кеше итеү хаҡына тырышыуҙар, радиола эшләп, тормошто икенсе яҡтан асыу, үҙен бығаса быуып торған күңел ҡалыптарынан ҡотолоу, юлына көтмәгәндә осраған яҡшы кешеләр арҡылы донъяла изге йәндәр күплегенә ҡабат-ҡабат инаныу…
Сабыйҙарының үҙенә мохтажлығын тойоу уға ауыр саҡтарҙа бөгөлөргә бирмәй, ошо хис уны көслө итә. Балалар йортона директор итеп тәғәйенләүҙәре көтөлмәгән хәл була. Уға ҙур коллектив һәм йөҙҙән артыҡ бала күҙ төбәп тора. Ни эшләргә тигәндә, үҙе үҫкән мөхитте иҫенә төшөрә…

… «Шөкөр, йәмғиәтебеҙ етемдәргә йөҙ менән боролдо. Халҡыбыҙҙың дингә килеүе, әхлаҡи яҡтан таҙарыныуы ла быға ыңғай йоғонто яһайҙыр. Шәфҡәтле кешеләр күп, кемгә мөрәжәғәт итһәк тә, һорауыбыҙҙы ыңғай хәл итергә тырышалар. Етемдәрҙе ғаиләгә урынлаштырыу эше йылдан-йыл камиллаша. Оҙаҡ йылдар күҙәтеүем һөҙөмтәһендә шундай һығымтаға килдем: кеше күңелен һындырыусы төп сәбәп – «мин кемгә кәрәк» тигән һорауға яуап тапмау. Өйҙә сабый өсөн нимә генә эшләмәйбеҙ, һөйөп уятабыҙ, һәр аҙымы, күңел кисереше менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Беҙ ҙә балалар йортон ғаилә өлгөһөнә яҡын килтерергә тырышабыҙ, тик барыбер уны алмаштыра алмайбыҙ. Сабый күңелендә кемгәлер кәрәк булыу тойғоһо булырға тейеш. Ә яратылыу хисен татымаған бала уны башҡаларға бүләк итә алмай. Хеҙмәткәрҙәрем менән тап ошо йүнәлештә эшләргә ынтылабыҙ, бәхетте гел көтөп йәшәгәндәр тупаҫлана, хәлдән килгәнсә наҙ һәм мөхәббәт тә бирергә тырышабыҙ», – тип үҙе эшләгән йорттағы мөхитте тасуирлай әңгәмәсем.

Көн дә мең шөкөр әйтеп, Аллаһы Тәғәләгә доғалар бағышлай. Мөғжизә түгелме ни, миллионлы ҡалаға килеп, ете йыл тигәндә фатирлы, үҙенә тиңде осратып, парлы була. Хәҙер Мәхмүт ағай менән икеһенең бөтә ҡыуанысы – балаларҙа. Өфөлә йәшәгән улдары Динистың бәпестәренә һөйө­нәләр. Элзира – Әлшәйҙә кейәүҙә, «Балалыҡты үҫтереү үҙәге» асып, эшҡыуар булып киткән, сабыйҙары ла «нәнәй», «ҡарттай» тип кенә тора. Нәркәс аграр университетты тамамлап, эшкә төшкән. Таңһылыу – студент, буласаҡ уҡытыусы. Ҡыҙҙар өйҙә уға эш тейҙермәй, егәрле, иманлы, тәүфиҡлылар. Тағы бер хыялын тормошҡа ашыра Фәнисә ханым – былтыр рулгә ултырып, был өлкәлә лә үҙаллы булыуын үҙенә иҫбат итә. Яңыраҡ ҡына Нәркәсен һоратып килгәндәр.
Фәнисә Малик ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте хөкүмәт тарафынан да лайыҡлы баһаланған, уға «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы», «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән исемдәр бирелгән. Эшенән уңып, туғандарына ла кәрәгеп, яҙмыштарын яҙыуҙа өлөшө булғанға һөйөнөп бөтә алмай ул, тәғәйенләнешемде үтәй алыуым менән бәхетлемен, ти. Ғаиләһендә үҫтергән балалары ла, эшендәгеләр ҙә берҙәй яҡын уға.
«Ниндәй булһалар ҙа, балаларға ата-әсәләре ҡәҙерле, яманлыҡ онотола. Бәлиғ булып, тормош ҡанундарын аңлай башлағас ҡына, бәғзеләрендә үҙҙәрен ҡарамаусыларға нәфрәт уяна. Балаҡайҙарым, ғәзиздәрегеҙ араҡыға-наркотиктарға ҡаршы тора алмаған, уларҙы шайтан еңгән, ул ата-әсәләрен буйһондорҙом, балаларын да еңермен, тип хыяллана. Бирешмәгеҙ, иҫерткес эсемлекте ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, тип кенә торам. Эскән ата-инәнән тыуғандарҙың алкоголгә тиҙ бирешеүен аңлатырға тырышам», – ти Фәнисә ханым.

Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортонда, ысынлап та, эске йылылыҡты булдырыуға өлгәшкәндәр. «Малик» һүҙе ғәрәпсә «фәрештә» тигәнде аңлата. Хоҙай был күңеле яралы йортҡа фәрештә ҡыҙын – байтаҡ һынауҙар үтеп, изгелек, мәрхәмәттең хаҡын белгән Фәнисә Бәҙретдинованы үҙе тәғәйенләгәндер. Етемдәр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеп булмаһа ла, исмаһам, һәр балалар йорто ошолай етәксеһенән уңһын ине ул!..
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook