Башҡортса кейен!

«Евразия йөрәге» («Heart of Evrasia») Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Өфөлә уҙған Милли кейем байрамы республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәрҙе бергә тупланы. Айырыуса Әбйәлил, Белорет, Ғафури, Ишембай, Баймаҡ, Мәсетле, Дәүләкән, Архангел, Учалы, Илеш, Ауырғазы, Бишбүләк, Дүртөйлө, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Федоровка ра­йондары ағинәйҙәре әүҙемлек күрһәтте. Ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди урамын тултырып, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан алып Салауат Юлаев майҙанынаса йәйәү үткәндә, илаһи күренештән күҙгә йәштәр килде, тәндәр зымбырланы.
Милләтебеҙҙең бәҫен күтәрерҙәй матур сарала «Башҡортса кейен» флешмобы, милли кейемде белеүгә уйын-викторина, «Мин башҡорт кейемендә!» исемле селфи-шоу ҙа ойошторолдо. «Башҡорт кейемендәге ҡурсаҡ», этнография һәм сәнғәт костюмы, башҡорт халҡының ҡулланма-биҙәү сәнғәте күргәҙмәләре лә байрамға йәм өҫтәне.
Рух, күңел күтәренкелеге алып килгән күркәм сара йыл да ҡабатланыр, уға ситтән генә күҙе ҡыҙып ҡарап торғандар ҙа ­ ҡушылыр әле!

Башҡортса кейен!
Башҡортса кейен!
Башҡортса кейен!
Башҡортса кейен!



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook