ЙӘШЛЕК – ҮҘЕ МАТУРЛЫҠ

...Бәйгеселәрҙең барыһына ла төрлө номинацияларҙа еңеүсе таҫмаһы, бағыусылар әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Лилиә Мирхәйҙәрова – «Яҙ һылыуҡайы», Сөмбөл Ҡотлошина – «Мисс-Һомғоллоҡ», Ильвина Шәкирова – «Мисс-Зирәклек», Аделина Вәлиева «Талантлы һылыуҡай» булып танылды. Өҙә баҫып бейеүсе Әлиә Әбдрәшитова менән Карина Сәлмәнова беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлеште.

Сая рухлы Әлиәгә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының махсус бүләге лә тапшырылды, уның менән киләһе һандарыбыҙҙың береһендә яҡынданыраҡ таныштырырбыҙ әле. Ә быйылғы бәйгенең еңеүсеһе исеменә Салауат районы һылыуы – Башҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы Гөлшат Манапова лайыҡ булды. Уға еңеүсе тажын 2015 йылғы «Урал аръяғы гүзәле» Диана Аҡбутина кейҙерҙе...
...Әлбиттә, бәйгелә ҡатнашҡан ете гүзәлдең һәр береһе үҙенсә матур, талантлы, ҡабатланмаҫ ине. Тормошта ла шулай ерҙе йәмләр яҙғы гөл-сәскәләр кеүек балҡып йәшәргә яҙһын уларға!..
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.
Теги: