Башҡорттарҙы йыйҙы баш йортобоҙ
Баш ҡалабыҙҙа Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙҙы. Мәртәбәле ҡор йылъяҙмаға халҡыбыҙ рухиәте, йәшәйеше өсөн үтә әһәмиәтле ваҡиға булараҡ инде.
...Эшлекле лә, байрамса ла кәйеф тантана иткән оло йыйында милләтебеҙҙең тын алышы, йөрәк тибеше тойолдо, уның бөгөнгө көнитмеше, борсолоу-һыҙланыуҙары, иртәгәһе хаҡында тәрән уйланыуҙары асыҡ сағылды. Тел, ер, ил яҙмышына ҡағылды улар нигеҙҙә. Ике йыйын араһындағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев былай тине: «Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең башҡорт халҡына васыятында, милләтте тел, дин һәм ерҙәребеҙҙе һаҡлау йәшәтәсәк, тип әйтеп ҡалдырған. Был мәсьәләләр бөгөн дә бик киҫкен тора». Ул телдең үҫеше милли мәғариф үҫешенән айырылғыһыҙ булыуын һыҙыҡ аҫтына алды. «Әммә мәғарифта алып барылған оптималләштереү был йәһәттән ҙур зыян һала. Башҡорт телендә уҡытҡан мәктәптәр һаны йылдан-йыл кәмей, телебеҙҙе туған тел булараҡ өйрәнеүселәр аҙая. Байтаҡ башҡорт ауылдарында башланғыс мәктәптәрҙә тик әлифба ғына башҡортса уҡытыла», – тип белдерҙе...
... «Һәр башҡорт иң тәүҙә үҙ ғаиләһендә тәртип урынлаштырһын, үҙ ғаиләһен бәләкәй генә бер дәүләткә әйләндерһен!» – Румил Тәлғәт улының был һүҙҙәре барса халыҡ күңелендәге уйҙарға ауаздаш булып яңғыраны.
Секциялар ултырыштарында эшҡыуарлыҡ, туризм, ер мәсьәләләре, башҡорт ғаиләһенең хәле, халҡыбыҙҙың һаулығы, демографияһы, йәштәребеҙҙең киләсәге, киң мәғлүмәт сараларының бөгөнгө яҙмышы кеүек көнүҙәк темалар буйынса йәнле һөйләшеүҙәр булды. 60 ағзанан торған яңы Башҡарма комитетҡа, уның рәйесе – Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан фәнни-тикшеренеү институтының генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишем ғоловҡа халыҡ өмөттәр бағлаған ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар юлдаш булһын!..
***
...Сит тарафтарҙан баш йортҡа йыйылған милләттәштәребеҙҙең байтағы, самаһыҙ ҙа һағыныуҙарын баҫырға, тыуған тупраҡтың йылыһын йәндәренә һеңдереп ҡалырға тырышып, Өфөлә тағы ла бер нисә көн булырға ынтылды. Үзбәкстанда ғүмер итеүсе башҡорт һылыуҙары ла «туған телдә сыҡҡан матбуғатҡа сарсауҙы ҡандырыу мөмкин түгел, исмаһам, уны ҡулыбыҙға алып ҡыуанайыҡ», тип, редакциябыҙға ҡунаҡҡа килгән. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли ижтимағи-мәҙәни үҙәгенең әүҙем ағзалары булып сыҡты улар.
– Үзбәк ерендә 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Йолаларыбыҙға, телебеҙгә тоғролоҡ һаҡлауыбыҙ, берҙәмлегебеҙ менән ғорурланабыҙ, – тине үҙәк рәйесе урынбаҫары Рәлиә Ҡәрипова.
Үҙәк егерме йылдан артыҡ эшләй, шул осорҙа Үзбәкстан башҡорттарын туплап тороусы абруйлы, ҡеүәтле ойошмаға әүерелгән. Уның юллауы буйынса Ташкент урамдарының береһенә Әхмәтзәки Вәлиди исемен биргәндәр. Милләттәштәребеҙ күңелен туған моң менән һуғарыусы «Урал», «Ағиҙел» башҡорт фольклор коллективтары, «Дуҫлыҡ», «Йәшлек» башҡорт-татар ансамблдәре уңышлы эшләп килә икән...
... Йөрәктәгеһен уртаға һалып һөйләшкәндә ҡәрҙәштәребеҙҙән ағылған тын иплелеккә, затлы фиғелдәренә таң ҡалып ултырҙыҡ. Ауыҙҙарынан, исмаһам, бер зар һүҙе сыҡһа! Һарыларға һабыштырыр һағыныу тойғоһон да яҡты моңға һала белгән улар. Ғәмәл дәфтәрҙәре сит ерҙәрҙә яҙылған һылыуҙар күңелдәрендә башҡорт иленә йөрөткән сикһеҙ һөйөү, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡ кисереп, бер-береһенә оло терәк булыуҙары, һәммәбеҙгә өлгө татыулыҡтары менән көслө. Ил-йортобоҙ, донъялар имен торһа, ҡоролтайҙа халҡыбыҙ өсөн ҡабул ителгән файҙалы ҡарарҙар тормошҡа ашыр, иншалла, ти бауырҙаштарыбыҙ...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.

Альмира КИРӘЕВА.

Теги: