«Иҙел бит ул, киң бит ул...»

«Иҙел бит ул, киң бит ул...»Ноябрь башында Өфөлә IV Халыҡ-ара «Иҙел» башҡорт-татар йыры телевизион фестиваль-бәйгеһе үтте. Быға тиклем «Туған тел» исеме аҫтында билдәле сараға быйыл яңы исем бирелгән. Халыҡ йырында «Иҙел бит ул, киң бит ул», – тип йырланған ише, фестивалдең дә йылдан-йыл киңерәк билдәлелек ала барыуына ишара ла, ышаныс та ята был исем аҫтында.

«Иҙел»дең төп маҡсаты – бар донъяға таралып көн иткән ике туғандаш халыҡ араһындағы дуҫлыҡ күперҙәрен нығы­тыу, тыуған тупраҡта һәм ситтә йәшәп ижад иткән йырсыларҙы бер-береһе менән таныштырыу, яңы йондоҙҙар асыу. Ә тамашасы өсөн был фестиваль йыл да үҙе бер байрамға әүерелә, сөнки халыҡ яңы тауыштар ғына асып ҡалмай, ә баһалама ағзалары булған билдәле һәм популяр артистар менән дә күҙмә-күҙ осрашып, уларҙың сығышынан да күңеленә ләззәт алып ҡала.

«Иҙел бит ул, киң бит ул...»Быйылғы бәйге ҡатнашыусыларҙың ныҡлы әҙерлеге менән айырылып торҙо. Жюри рәйесе, Рәсәйҙә билдәле йырсы Ренат Ибраһимов әйтеүенсә, ҡатнашыусыларҙың оҫталыҡ кимәле юғарылығы уның өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс булған. «Башҡорт һәм татар йырсыларының тауышы ла, зауығы ла донъя йондоҙҙарыныҡынан ҡайтыш түгел, ә инде милли үҙенсәлектәрҙе лә һаҡлап, сәхнәлә уны яңыса балҡыта алыуҙарын да иҫәпләһәң, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә үткәрелгән йыр сәнғә­те менән бәйле бәйгеләрҙә төрки телле егет-ҡыҙҙарҙың тәүге урындарҙы яулап килеүҙәрендә һис бер осраҡлылыҡ юҡ», – тип белдерҙе.

Был юлы финалға егерме өс егет һәм ҡыҙ һайлап алынған. Сараның географияһы киң: Ҡытай, Латвия илдәренән, Башҡортостандан, Татарстандан, тағы ла Силәбе өлкәһенән йырсылар килгән. Улар араһы­нан иң-иңдәрҙе һайлау бер ҙә еңел булмағандыр. Башҡорт халыҡ йырын башҡа­рыусыларҙан беренселекте – Нурзиә Сабитова, татар халыҡ йырын йырлаусылар араһында Сөмбөл Заһиҙуллина яуланы. Башҡа номинацияларҙы ла бик лайыҡлы тауышлы йырсылар алды. «Иҙел бит ул, киң бит ул...»Ҡытайҙа тыуып үҫкән Ирйән исемле егеттең туған телен яҡшы белеү генә түгел, үҙенең дә татар телендә йырҙар ижад итеүе һоҡландырмай ҡалманы. Рига һылыуы Лилиана Ғәзизова ла телде, тыуған моңдарҙы һаҡлау өсөн мотлаҡ ата-баба ерендә йәшәү түгел, ә бары тик уны сикһеҙ һөйөү, ихтирам итеү, шул телдә аралашыу ҙа етә икәнен иҫбатланы. Ә «Өмөт» номинацияһында еңеүселәрҙең береһе Дамир Тайыповты тамашасы сәхнәнән ебәрергә теләмәй бик оҙаҡ алҡышланы.

Заман, тормош рәүешен көндән-көн яңыртып мил­ләтебеҙҙе ҡош балаларылай Ер шары буйлап һибеп, ят ҡалыптарға яраҡлашырға мәжбүр итһә лә, халҡы­быҙҙың моң шишмәһе туҡтамауын, уға йәш, талантлы йырсыларыбыҙҙың ҡушылыуын күреп, һөйөнөп таралышты тамашасы «Иҙел» башҡорт-татар йыры телевизион фестиваль-бәйгеһенән.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook