«Етегән» фильмында ҡатын-ҡыҙ асылы
Яңыраҡ тамашасы хөкөмөнә тәҡдим ителгән «Етегән» башҡорт мюзиклы быуаттар төпкөлөнә, башҡорттар мәжүси булып йәшәгән, Тәңрегә табынған осорға алып ҡайтты. Ете төрлө ҡатын-ҡыҙҙың тормошсан, ауыр һәм ҡайғылы тарихын һүрәтләгән фильм күңелде тетрәтеп, ҡабатланмаҫ уй-хистәр уятты.
Башҡорт халҡының «Ете ҡыҙ» йырлы риүәйәте йөкмәткеһенә ҡоролған нәфис фильмдың режиссеры – Айсыуаҡ Йомағолов, идея авторы, ҡуйыусы операторы һәм продюсеры – Рияз Исхаҡов. Әбйәлил районының иң матур урындары – Ташбулат ауылы һәм Яҡтыкүл буйҙарында төшөрөлгән туғыҙ өлөштән торған был фильмды авторҙар бер сюжет һыҙығына ҡорған. Башҡорт халыҡ ижады, тәрән мәғәнәле йырҙар ята мюзиклдың нигеҙендә. Мәшһүр Етегән йондоҙ булып күккә олғашҡан ете һылыуҙың яҙмышын сағылдырған фильмда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының холоҡ-фиғеле һүрәтләнә.
Башҡорт ҡыҙының тыйнаҡлығы фильмда бик асыҡ сағыла. Ул иң йәш героиня образы аша бирелә. Төштәрендә күреп, хыялыйҙар булып ғашиҡ бер егеткә, әммә хис-тойғоларын әйтергә баҙнат итмәй. Баҙнат итмәй генә түгел, ул, әйтерһең, үҙ тойғоларынан үҙе тартына, Тәңренән ярҙам һорай! Тәүге мөхәббәт тигәндәре шулдыр, күрәһең, яуапһыҙ ҡала үҫмер ҡыҙҙың тойғолары, әммә ул уға күҙ һалған көтөүсе егеттең хистәрен аңларға үҙендә көс таба. Тыйнаҡлыҡ ҡыҙҙы яңы, яҡты тойғоларға әйҙәй.
Башҡорт ҡыҙын үҙенән өлкән бай кешегә кейәүгә биреү йолаһы борондан килә. Әммә башҡорт ҡыҙы башбирмәҫ заттан! Эйе, ул ата-әсә фатихаһына ҡаршы килә алмай, кейәүгә сыға, әммә ҡасып ҡайтҡан осраҡтар ҙа йыш булған. Фильмда ла башҡорт ҡыҙы тыуған яғына ҡасып ҡайта, уға Күктәр бүләк иткән мөхәббәт, тыуған яғы ҡәҙерле. Әллә нисәмә саҡрымдар үтеп, тыуған еренә, ғишыҡ тотоп йөрөгән егете янына ашҡына. Эйе, ул йолаға ҡаршы килмәне, күҙҙәрендә ниндәй нәфрәт тойғоһо сағылды был ролде башҡарыусы Регина Баракованың! Әммә яратмаған кеше менән йәшәү ҙә башҡорт ҡыҙы өсөн ят! Борондан сабырлығы менән дан тотҡан башҡорт ҡыҙы тимерҙе үҙ ваҡытында һуға ла белә. Ошо образ «Етегән» фильмында бик матур бирелгән. Регина Баракова үҙенең милли йөҙ-һыҙаттары, образына эске нескәлек, ғорурлыҡ һала белеүе менән әсир итте.
Ошо уҡ роль аша ғишыҡ тотоп йөрөгән егет менән ҡыҙҙың үҙен нисек ғорур тотоуы асыҡ бирелә. Ул уға барып һүҙ ҙә ҡушмай, муйынына ла аҫылынмай, хат яҙып та борсомай, ә егеттең үҙенә битараф түгеллеген белгәс, атына ҡулъяулыҡ тағып китә. Тетрәндергес! Егет сит ырыуҙыҡы, ҡыҙ үҙенең уҡ-һаҙаҡ менән маһирлығын күрһәтеп, уның уғын атып китә. Ым-ишара, йөрәк менән аралашыу бара.
Ҡатын-ҡыҙға хас һиҙемләү тойғоһо хаҡында ла һөйләй был фильм. Ике бала әсәһе, йәш ҡатын кейеҙ буяғанда буяуын түгеп ебәрә һәм тетрәнеп яуға киткән ирен иҫенә төшөрә. Ул, ер аҫтындағы теге донъяға төшөп, үлгән иренә йән бирә. Башҡорт ҡатыны өсөн балаларының атаһы, ире – ул Хоҙайҙан ҡала иң изге зат! Ире өсөн ул йәһәннәмдең үҙенә ташланырға әҙерлеген фильмда тап теге донъя аша оҫта күрһәткәндәр. Актриса Айһылыу Йомағолова был ролде шул тиклем тетрәндергес итеп башҡарҙы, мин уның иренә үҙ йәнен биргәненә ышандым! Бына ҡайҙа ул башҡорт ҡатынының тоғролоғо, мөхәббәте!
Башҡорт ҡатындарында балаға булған мөнәсәбәт тә үҙенсәлекле. Улар бишек йырҙарын йырлап, әкиәттәр һөйләп үҫтерә бәләкәстәрен. Балам – бауыр итем, тибеҙ. Боронғо рухи асылыбыҙҙы сағылдыра был әйтем. Балаһы өсөн әсә ут-һыу кискән, үҙ йәнен аямаған.
Һыбай йөрөү, мәргәнлек – башҡорт ҡыҙына хас сифаттар. Ярымкүсмә тормош алып барған милләттәштәребеҙҙе башҡа төрлө күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Фильмда ла ҡыҙҙар һыбай саба, уҡтан ата. Бик матур, ғорурлыҡ хистәре уятырлыҡ күренеш. Был башҡорт ҡыҙҙарының таҫыллығын, ниндәй генә яу сыҡһа ла, барымта ябырылһа ла, ир-ат яуҙа булыуына ҡарамаҫтан, ҡарттарҙы, балаларҙы хәүефтән ҡурсыуға әҙерлеге хаҡында һөйләй. Был егетлек тә түгел, ә хәстәрлек, ҡурсыу тойғоһо! Ҡатын-ҡыҙға Хоҙай бүләк иткән яҡлау, һаҡлау хисенән яралған таҫыллыҡ!
Фильмдың аҙағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған иң мөҡәддәс тойғоларҙың береһе – ватансыллыҡ хисе менән тамамлана. Иле, ере өсөн башҡорт ҡатындары ла йәнен аямаған, ҡаһарманлыҡ менән яуға сыҡҡан. Ир-егеттәр һуғышта һәләк булғас, ҡыҙҙар үҙҙәре ҡулына ҡорал ала. Тетрәндергес. Ватан тойғоһо эске аң кимәлендә уларҙы атҡа атландыра. Башҡорт ҡыҙҙарында намыҫ тойғоһо көслө шул. Йырҙағыса: «...Ай, ете ҡыҙ. Ҡайтып килһәм, бере юҡ. Намыҫ һаҡлап килгә батҡан, ғәйеп итер ере юҡ...»

Лариса АБДУЛЛИНА.
Теги: