Ҡыҙҙар моңо асты асылды...
Һүҙ сәнғәте, шиғриәт – халыҡтың кәйефен, тын алышын, заман асылын сағылдырған иң нескә, һиҙгер барометрҙыр ул. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ шиғриәте тигән бүленешкә күңел төпкөлөндә ризаһыҙлыҡ уянһа ла, нескә заттар тормошто әсә, ҡатын, ҡыҙ, ейәнсәр булараҡ, төрлө һынланышында, төҫмөрҙәрендә тулыраҡ тоя.
Өй йылыһы, ғаилә ҡото ғына түгел, милләт киләсәге, халҡыбыҙҙың теле, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һағында ла илһөйәр шиғриәт уяу, тигән фекер раҫланды, 27 апрель Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә үткән «...Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың» тигән шиғри-музыкаль тамашаны ҡарағас.
Билдәле шағирәләр Тамара Ғәниева, Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина әҫәрҙәренән һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙан төҙөлгән кисәлә театрҙың төрлө быуын артистары шиғри һүҙ, йыр аша тамашасының йөрәгенә үтеп инеп, уны тетрәнергә, уйланырға, һиҫкәнергә мәжбүр итте.
Зөлфиә Ханнанованың Сара Буранбаева башҡарыуында «Илебеҙҙә шундай апайҙар бар...» тигән шиғри юлдары шиғриәт һәм моң байрамының төп лейтмотивы булып яңғыраны. Халҡыбыҙҙың рухи асылы, илебеҙҙәге аҫыл ҡатындар, уларҙың сабыр донъя көтөүе, ғаилә, балалар хаҡына ғәфү итә белеүе кеүек матур сифаттарын данлаған шиғырҙарынан төҙөлгән был бүлек ғорурлыҡ хисен уятты.
Гөлназ Ҡотоеваның нескә лирик шиғырҙары хис даръяһына юлыҡтырҙы. Актерҙар Гөлмирә Исмәғилева менән Фирғәт Ғариповтың дуэты тотош бер ялҡынлы мөхәббәт тарихын тасуирлаған тамашаға әйләнде. Уларҙың сығышы, һөйөү осҡоно ҡабыныуынан алып, һағыш, һағыныу, осош, хыянат, кисереү кеүек мөхәббәттең төрлө миҙгелдәренән хасил әйтеш формаһында барҙы. Урал Иҙелбаев ижад иткән көйгә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Светлана Хәкимова башҡарған «Оҙатыу» йыры күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылды. Әйткәндәй, кисәлә яңғыраған байтаҡ йырҙар – композиторҙың өр-яңы ижад емеше!
Руслан Хайсаров Лариса Абдуллинаның Алдар батыр хаҡындағы шиғырын уҡығанда, тамашасы күҙ йәштәрен тыйманы. Ларисаның «Бәйләнештә» селтәрендәге яҙмаларына күҙ һалайыҡ: «Аҡмулла арбаһы»н тәгәрәтеп, тәгәрәтеп уҡыны Илдар ағай Ғүмәров! Рәхмәт уға маһирлығы һәм көслө тауышы өсөн! «Рәми ағайға өндәшкәндә» Сара Буранбаева үҙе лә иланы, беҙҙе лә илатты! Аћ, был артистарҙың оҫталығы! «Һин ҡайтҡанда» тип һыҙланды Алһыу Ғәлина! Рәхмәт авторҙың һыҙланыуын тойғаны өсөн! Гөлнара Әмирова Нәфисә Вәлиди иҫтәлегенә арналған «Янсыҡ» тип аталған шиғырымды шул тиклем тулҡынланып уҡыны, рәхмәт яуһын! Нәфисә ханымдың яҡты иҫтәлегенә бер шиғри бәйләм булып барып ятһын!»
«Кисәнең минең шиғырҙарымдан торған өлөшө ҡурай моңона арналған әҫәрҙән башланып, тамашасы залына көлтә-көлтә нур бөрккәндәй тойолдо, – ти Тамара Искәндәриә. – «Бөйөк бер моң биләй күңелемде» шиғырын Илһөйәр Ғизетдинова: «Бөйөк көйсө! Олуғ моңоң аша илһам алам һинең һулыштан!» тип тамамлағанда, һәр кемдең йөрәк төпкөлөндә ләүкеп ятҡан тарихи хәтер ҡуҙҙары боронғолоҡ осҡононан терелеп киткәндер... Рәзифә Динмөхәмәтова иһә: «Эй азатлыҡ хисе, ирек моңо! Эй мөҡәддәс, ғәзиз боронғолоҡ!» – тип ошо хисте тағы ла тәрәнәйтеп ебәрҙе. Эйе, был көйҙә доға мәҡәме лә, Хужа Насретдин мәҙәктәре лә, Зәки өмөтө лә, Бабич рухы ла бар. «Балаҫ» шиғыры менән Илсур Байымов ҡабатланмаҫ бала саҡ манзараһын күҙ алдына баҫтырҙы. Урал Иҙелбаевтың ғәжәйеп көйөнә «Ике ҡанат» йыры Артур Ҡунаҡбаев менән Зилиә Хәлилова башҡарыуында күңелдәрҙе елкендерҙе. Театрға, артистарға, проект авторы Хөрмәтулла Үтәшевҡа шиғриәтте ошондай юғарылыҡта күрһәтә алғандары өсөн ҙур рәхмәт!»
Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Ярһыуым» исемле шиғырын Тәнзилә Хисамова бик оҫта башҡарҙы. Сәғиҙулла Байегет «Халҡым йыры»н әҫәрләнеп һөйләгәндән һуң, Урал Иҙелбаев яҙған «Башҡорт моңо» тигән яңы йырҙы гөрләтеп йырлап ебәрҙе. Был блокта төркөм башҡарыуында «Ҡурай» шиғыры ла үҙенсәлекле яңғыраны. Айһылыу Йомағолова «Таштар» шиғыры аша һыу буйында мәж килгән ҡыҙыҡайҙарҙы тасуирлап, бала саҡтан һөйкөмлө күренеште күҙ алдына баҫтырҙы. Урал Әминев һөйләгән «Төрлөлөк» әҫәре, артистың амплуаһына яраҡлашып, юмористик юҫыҡта килеп сыҡты. Минзәлә Хәйруллина башҡарыуындағы мөхәббәт лирикаһы ла йылы, йөрәккә ятышлы ине.
Тамара Ғәниеваның илһөйәр шиғриәтен нисек яратып, күңел һалып еткерҙе актерҙар! Суфия Ҡорбанғәлиева тыуҙырған («Мария Стюарт» драмаћын Т. Ғәниева тәржемә иткән) королева Елизавета I образы күңелдән китмәй, Светлана Хәкимова һәм Азамат Ғафаров башҡарыуында шиғырҙар әле лә ҡолаҡта яңғырап тора һымаҡ. Руслан Хайсаров менән Гөлназ Ғөбәйҙуллинаның «Заятүләк менән Һыуһылыу»ҙы нисек килештереп уйнағанын күрһәгеҙ!
«Шиғриәт һәм моң кисәһенең төп маҡсаты – шағирәләребеҙҙең ижадын халыҡҡа асығыраҡ ишеттереү, төрлө яҡлап асыу, тамашасыға шиғыр байрамы бүләк итеү», – тигәйне проект авторы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ биш шағирәнең шиғриәт кисәһе былтыр Нефтселәр мәҙәниәт йортонда үткәйне. Тамашасы йыйыу, билет һатыу кеүек бихисап эштәрҙе Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән берлектә шағирәләр үҙҙәре атҡарып сыҡты. Театрҙың ошо яуаплы ла, халыҡ өсөн танһыҡ та, көтөлгән дә тамашаны үҙ ҡарамағына алыуы һөйөнөслө, әлбиттә. «Быйыл артыҡ хафаланмай, кейенеп-яһанып, тулҡынланып, залдан үҙебеҙҙең ижадты тамаша ҡылып ултырыу үҙе бер кинәнес булды, ойоштороусыларға рәхмәт!» – тиҙәр ҡыҙҙар.
Кисә хаҡында Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның: «Шиғри һүҙе, моңо булған халыҡтың киләсәге өмөтлө. Моң – ул хис кенә түгел, ул аң зирәклеге, ғәм, сәм, рух юғарылығы, быуындар сылбыры. Моңло күңелле әсәләребеҙҙең булыуы баһалап бөткөһөҙ мәртәбә. Афарин, ҡыҙҙарға һәм уларҙы ҙурлаусыларға!» – тип әйткәне тамашаның уңышы тураһында һөйләй.
Күңел күтәренкелеге, хистәр йәйғоро, шатлыҡ, таҙарыныу йәштәре бүләк иткән ошондай кисәләр рухиәтебеҙҙе байыта, көндәребеҙҙе нурлы, йырлы итә. Матур башланғыс һүнеп ҡалмаһын, дауам ителһен ине.

Азалия МИРЗАЕВА.
Теги: