Рухыбыҙҙы байытаһың, «Байыҡ»!

Рухыбыҙҙы байытаһың, «Байыҡ»!
Тәбиғәт балаһы башҡорттоң күңеле һағыш-зарға тулһа – моңло йыр һуҙған, шатлыҡ-ҡыуаныстан елкенһә – тыпырлатып бейергә төшкән. Халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғеле, булмышы, көнитмеше асыҡ сағыла бейеүҙәребеҙҙә. Бына инде ун йыл рәттән үткәрелгән «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсы ла тап шуны раҫлай. Бәйгенең маҡсаты – быуаттар дауамында тупланған халыҡсан башҡарыу оҫталығын тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү.

Үҙенең тәүге түңәрәк датаһын билдәләгән проект маҡсатына иреште, тип ышаныс менән әйтеп була бөгөн. Ҡасандыр ябай ғына, башлыса яңғыҙ сығыштарҙан башланып киткән бәйгенең даирәһе лә, кимәле лә, абруйы ла йылдан-йыл үҫә бара. Ошо ун йыл эсендә «Байыҡ» әллә күпме яңы исемдәр асты, район-ҡалаларҙа эшләп килгән ансамблдәргә ҙур сәхнәгә сығырға мөмкинлек бирҙе. «Бәйге халҡыбыҙға сәм, дәрт өҫтәне. Бер-береһенән күреп, ауылдарҙа, райондарҙа, уҡыу йорттарында тотош коллективтар, фольклор төркөмдәр төҙөлдө, уларҙа үҙ-ара ярыш ҡомары уянды. «Күрше ауыл ансамбль төҙөгәнде беҙ булдыра алмайбыҙмы ни», – тип дәртләнгән апай-ағайҙарҙың ылау-ылау булып бәйгегә килеүен, йәштәребеҙҙең бейеүгә ылығыуын күреү, балалар «Байығ»ының киң ҡолас алыуы ун йыл элек башлап ебәргән эшебеҙҙең юҡҡа түгеллеген раҫлай», – ти «Байыҡ» телевизион конкурсының авторы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаева.

Быйылғы бәйге лә бейеү сәнғәтенә мөкиббән ғашиҡ халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен үҙенә йыйҙы, яңы исемдәр асты. 550 бейеүсе ҡатнашҡан йомғаҡлау концертында еңеүселәр менән бер рәттән Төньяҡ Осетия-Алания, Ҡаҙағстан, Татарстан, Мәскәү ҡунаҡтары ла һоҡланғыс сығыштар бүләк итте. Еңеүселәргә килгәндә, йылдағыса әбйәлилдәр айы­рылып торҙо: юбилей йылы конкурсының өс Гран-приһын тап улар яуланы! Райондың «Әхирәттәр», Амангилде ауылының «Сәсмәүер» халыҡ фольклор ансамблдәре, Зәкир Үҙәнбаев исемендәге «Атауҙы егеттәре» бейеү коллективы үҙ төркөмдәрендә иң-иңдәре булып танылды. Тулы ансамблдәр араһында БДУ-ның Сибай институтының «Сармат»ына етеүсе булманы. Шулай уҡ Миәкә районының «Дим биҙәктәре» бейеү коллективы менән Мәсетле районының «Аҡ тирәк» фольклор ансамбле, яңғыҙ башҡарыусылар араһында БДАУ студенты Алмаз Таҡалов менән Көйөргәҙе һылыуы Айгөл Сәлтәшева бәйгенең иң юғары бүләгенә лайыҡ булды. Быйыл яңғыҙ бейеү башҡарыусы ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса әүҙемлеге, сығыштарының үҙенсәлеклеге менән айырылды. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Рәйлә апай Ниғмәтйәнова былтырғы «Байыҡ»та ҡыҙы Хәлиҙә, ейәнсәре Карина менән Гран-при яулаһа, быйыл халыҡсан бейеүе менән яңғыҙ башҡарыусылар араһында беренсе дәрәжә диплом эйәһе булды. Ә инде йылдың иң оҫта бейеү ҡуйыусыһы һәм репетиторы тип Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева менән «Сибай» ансамбленән Илдар Хәтмуллин танылды.

Халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыусы, милли ғорурлығыбыҙ булған бейеүҙәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән «Байыҡ» конкурсы киләсәктә лә мәҙәниәтебеҙ күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыҙһын, илһам шишмәләрен урғылтһын, рухыбыҙҙы байытһын!
Гөлдәр СӘЛИХОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.



Теги: Байыҡ телевизион конкурсы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook