«ТӨРКӨСТАН – ИКЕ ДОНЪЯ ИШЕГЕ, ТӨРКӨСТАН – ТӨРКИҘӘРҘЕҢ БИШЕГЕ!..»

«ТӨРКӨСТАН – ИКЕ ДОНЪЯ ИШЕГЕ, ТӨРКӨСТАН – ТӨРКИҘӘРҘЕҢ БИШЕГЕ!..»Төрки донъяһы әҙәби журналдарының VIII конгресы 2017 йылдың 12-13 cентябрендә Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында үтте. Ойоштороусылары – Евразия Яҙыусылар берлеге, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһы, Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе хакимиәте. Йыйынға 19 ил һәм республиканан, Әзербайжан, Ғағаузия, Үзбәкстан, Иран, Ираҡ, Македония, Косово, Төньяҡ Кипр, Төркиә илдәренән һәм Татарстан, Ҡырым, Алтай, Ҡабарҙа-Балҡар, Саха Яҡут тарафтарынан 34 журналдың баш мөхәррире саҡырылғайны. Өфөнән иһә «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Ағиҙел» журналдарынан вәкил булып, республикабыҙ баҫмаларын халыҡ-ара кимәлдә танытыу билдәле яҙыусы Сабир Шәрипов менән миңә насип булды. Хужа Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының конференц-залында конгресты асыу тантанаһы үтте.

Ултырышта Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаевтың «Рухи яңырыу» программаһы хаҡында фекер алышыу барҙы. ТӨРКСОЙ-ҙың рәйес урынбаҫары, профессор, доктор Фырат Пурташ, Евразия Яҙыусылар берлеге рәйесе Яҡуп Өмәруғлы, яҙыусы, мөхәррирҙәр Тодур Занет, Судуба Агабалаева, Риза Һәйәт сығыштарында Ҡаҙағстандың латин хәрефтәренә күсеүе арҡылы һөйөнөстәрен белдерҙе. Үзбәкстан яҙыусыһы Үзбәк Шөкөруллаға төрки донъяһының «Йылдың әҙәбиәт әҙәме» тигән хөрмәтле исемгә лайыҡ булыуы хаҡында танытма тапшырыу тантанаһы үтте. Туҡһан алты йәшен тултырған яҙыусы сирләп тороуы сәбәпле, үҙе ҡатнашманы. Аманатты Дауранбек Тожиалиевҡа Үзбәкстанға алып ҡайтып тапшырыу йөкмәтелде.
Ҡунаҡтарҙы Шымкент ҡалаһының мэры Жансәйет Төймәбай ҡабул итте. Хакимиәт бинаһының эргәһендәге китапханала Ҡаҙағстандың билдәле ғалимдары латин хәрефтәренә күсеү буйынса фекер алышты. Улар был тәҡдимде ыңғай ҡабул иткән.

Йыйынға килеүселәр Төркиәлә танылған тарихсы ғалимдарҙың береһе Ильбер Ортайлының лекцияһын тыңлау бәхетенә иреште.
Конгресс ошондай ҡарарҙар ҡабул итте:

Бөгөнгө көндә латин алфавитына күсеү хаҡында ҡарар ҡабул иткән төрки донъяһының лидеры, Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаевҡа төрки халыҡтары әҙәбиәттәренең бәйләнештәрен нығытыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт тойғоларын еткерергә;

Бөтә журналдарҙа ла Төрки донъяһы әҙәбиәте менән таныштыра барыусы рубрика асырға һәм уны даими алып барырға;

Был рубриканы «Төрки донъяһы әҙәбиәте» тип атарға;

«Әзербайжан», «Жылдыз» – 95, «Башҡортостан ҡыҙы» – 50, «Анасөзе» журналдарының 30 йыллыҡ юбилейҙарын барлыҡ журнал биттәрендә киң билдәләргә;

2017 йылдың «Төрки донъяһының әҙәбиәт әҙәме» булараҡ татар шағиры Зиннур Мансуровтың әҫәрҙәрен тәржемәләп, уҡыусыларға тәҡдим итергә;
Төрки донъяһы әҙәби журналдарының конгресын үткәреүҙәге ярҙамдары өсөн Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе хакимиәтенә һәм Хужа Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетына рәхмәт белдерергә.

Тел-лөғәт алмашыу ғына түгел, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, әҙәбиәтте, яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен пропагандалау, ҡыҙыҡһыныу уятыу, тәржемә итеп баҫтырыу, танытыу хаҡында ҡыҙыу бәхәстәр, ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр рәүешендә барҙы аралашыу.

Уҡыусылар интернетҡа күскән мәлдә баҫмаларҙың тиражын нисек һаҡларға, ижад өлгөләренә нисек иғтибарҙы йәлеп итергә, яңы технологияларҙы нисек әҙәбиәтте хеҙмәтләндереүгә йәлеп итергә, тигән һорауҙар ҡуйылды һәм күп кенә баҫмалар тәжрибәһендә яуаптар табылды ла. Мәҫәлән, Үзбәкстандан килгән Дауранбек Тожиалиев һөйләүенсә, 2004 йылда ул электрон китапхана булдыра. Ziyouz – PDF, EPUB һәм аудиояҙмаларҙа 9000 китапты, гәзит-журналдар архивын, 1500 авторҙың йыйынтыҡтарын туплаған фән һәм мәғариф өлкәһендәге иң ҙур мәғлүмәти-мәғариф электрон китапханаһы һәм әҙәби порталы. Көн дә уға 10 меңгә яҡын кеше инә, 5 мең китабы һәм 150 мең мәҡәләһе даими уҡыла. Әлеге ваҡытта әҙәби портал үзбәк телендәге 1200-гә яҡын поэма тупланмаһы менән ғорурлана. Шуларҙың икәүһе генә – башҡорт теленән тәржемә. Шулай уҡ 150-гә яҡын хикәйә-повестар иҫәпләнә. www.ziyouz.uz һәм www.ziyouz.com адрестары буйынса урынлашҡан портал башҡорт авторҙарын хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Тимәк, интернет ҡулланыусылары араһында ла әҙәбиәт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята ала.

Ҡырым татарҙары ҡатын-ҡыҙҙарының «Ненкеджан» журналы менән алдағы конгрестарҙа танышып, дуҫлыҡ күперҙәре һалһаҡ, бер-беребеҙҙең баҫмалар хаҡында мәғлүмәттәр баҫтырып өлгөрһәк, Әзербайжандан Судуба Агабалаева («Әзербайжан»), Тирана Вахидова («Йолдуз») хаҡында яҙырбыҙ, уларҙың әҫәрҙәре менән таныштырырбыҙ әле. Тирана Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһенең икенсе турында дәртләндереү призына лайыҡ, конгресс барышында уға ошо бүләге тапшырылды. Баҡыла ике хикәйәһе буйынса эшләнгән спектаклдең премьераһы буласағын да ул шатланып хәбәр итте. Ҡаҙағстандың «Сарысөз» журналының баш мөхәррире Гөлжаз Ҡарабекҡыҙы менән ихлас ҡына танышып киттек. Уның моңло сығышы барыһына ла хуш килде.
«ТӨРКӨСТАН – ИКЕ ДОНЪЯ ИШЕГЕ, ТӨРКӨСТАН – ТӨРКИҘӘРҘЕҢ БИШЕГЕ!..»
Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетында Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылынан Илгизә Хәлитова (халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты), Баймаҡ районы ҡыҙҙары Йылым ауылынан Айзилә Ишбаева (стоматология), Ишбирҙе ауылынан Ынйы Дәүләткилдина (филология) менән осрашыу тулҡынландырғыс хистәр бүләк итте, йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уларҙың тырышып белем алыуҙары һөйөндөрҙө. Беҙ сығыш яһағанды ултырыш тамамланғансы сабыр ғына тыңлап ултырыуҙары ла оҡшаны. Алла бирһә, улар республикабыҙға кәрәкле белгестәр булып ҡайтырҙар, тип ышанайыҡ!

Ҡунаҡтарҙы Арыстабаба, Хужа Әхмәт Йәсәүи төрбәләренә алып барҙылар. Йәсәүи хөрмәтенә кәшәнә төҙөргә булғас, иң тәүҙә уның остазы Арыстабабаға һалынырға тейеш, тип хәл ителә. Ерҙең һәр ҡарышы тәрбиәләп тотолған, раузалар баҫыуы менән күкрәп ултырған изге төйәккә, Хужа Әхмәт Йәсәүи кәшәнәһенә, аяҡ баҫыу үҙе бер мөғжизәгә тиң ваҡиға булды. Юҡҡа ғына бында «бәләкәй хаж ҡылабыҙ» тип ашҡынмайҙар икән, тигән һығымтаға килдек. Донъя ығы-зығыларын онотоп, Бөйөк Ижадсыны иҫкә төшөрәһең, тарих йәнләнә. Аллаһ һүҙенә оҡшатып әллә нисәмә быуат элек Аҡһаҡ Тимер төҙөгән ун ҡатлы йорт бейеклегендәге кәшәнә, Хоҙайҙың 99 исеме яҙылған диуарҙар миллионлаған инсандың доғаларын һаҡлай кеүек. «Онотма: был донъяла барыһы ла Аллаһтыҡы» тигән аяттар ырып яҙылған изге ҡаҙан, тауыш яңғыраһын өсөн сталактиттар менән биҙәлгән түбә... Йәсәүи, гүйә, борон-боронда ла йәшәмәгән, әле генә донъянан ваз кисеп, баҙға бикләнгән. Бына ул эскән ҡоҙоҡ. Хужабикәләр юлсыларға иҫ киткес тәмле тойолған һыуын тәҡдим итә. Күңелде, ошонан һуң барыһы ла һәйбәт буласаҡ, тигән һил бәхет тойғоһо биләп ала.

Йәсәүи ҡәберенә яҡын килеп булмай. Тәҙрә уйымы аша йәшел таҡтаташы күренә. Доғалар ҡылғас, уның донъя мәҙәниәтенә ҡалдырған өлөшө, төрки әҙәбиәтендә суфыйсылыҡ шиғриәтенә нигеҙ һалыусы булараҡ танылыу яулағаны, уның «Хикмәтле һүҙҙәр йыйылмаһы» («Диуаны хикмәт»), шәжәрәһе, үҙенән һуң атай яҡлап тоҡомо ҡалмауы хаҡында уйланаһың.

Юҡҡа ғына һүҙемде ҡаҙаҡ шағиры Мағжан Жумабайҙың шиғыры менән башламаным. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ ҡаҙаҡ далаларына сығып китеп мүлдәкәлек иткән, ҡаҙаҡтар үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың әҡрәбәләре юҡҡа ғына башҡорт ҡыҙына өйләнергә тырышмаған. Бер ата балалары – төркиҙәр беҙ. Бер-беребеҙҙә үҙебеҙҙе таныйбыҙ, беҙҙә онотолған ғөрөф-ғәҙәттәр уларҙа нығыраҡ һаҡланған һәм киреһенсә. Ҡан-ҡәрҙәштәр менән осрашҡанда төпкө аң уяна, тәрәндә ятҡан һуттан көс-ҡеүәт алаһың кеүек. Илдә дуҫлыҡ, тыныслыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам булғанда ғына аралашып, йыр, әҙәбиәттәр алмашып йәшәү мөмкинлеге юғалмай. Ер шарының төрлө ҡитғаларына һибелгән ҡәрҙәш халыҡтарҙың вәкилдәрен, улар аша әҙәби күперҙәр һуҙыу ниәтенән, бер ҡорға туплау ҙа тарихи ваҡиға тип баһаланып, рухиәтебеҙ йылъяҙмаһына инеп ҡалырға хаҡлы.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Ҡаҙағстан. Төркөстан ҡалаһы.




Теги: журнал




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook