«Мин яратам...»
Тап шулай тип аталды Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡованың Өфөнөң «Урал» галереяһында май айы дауамында уҙған шәхси күргәҙмәһе. Ысынлап та, уның нурлы, йылы ҡарашында ла, эскерһеҙ, ихлас йылмайыуында ла, өләсәйҙәрсә хәстәрлекле йомшаҡ тауышында ла тормошҡа оло һөйөү сағыла...
Әбйәлил районы данлы Кусимовтар нәҫеле ҡыҙының исеме республика йәмәғәтселегенә яҡшы таныш. Хеҙмәт йылдары газ сәнәғәте кеүек ҡатмарлы, етди өлкәгә бәйле үтһә лә, ул һәр ваҡыт күңел ҡәнәғәтлеге биргән шөғөлдәргә ваҡыт таба, камиллыҡҡа ынтыла. Йәш сағынан спорт менән дуҫ ҡыҙ гимнастика буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы булып таныла. Класташы Фәнис Ғәйнетдин улы Исхаҡов менән ҡорған мөхәббәтле ғаиләлә бер ул, бер ҡыҙ буй еткерә. Тормоштоң шатлығын да, ҡайғыһын да бергә кисергән, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәгән матур парҙың бергә йәшәүенә – 58 йыл.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Альбина апайҙың икенсе һулышы асылғандай була. Ул дәртләнеп «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенә ҡушыла. Тап ошо мәлдә бала саҡтан бәйләү-сигеүгә маһир ханым ҡул эштәренә ныҡлап тотона. Ғаиләһе менән Румынияла йәшәгән осоронда румын ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан шөғөлө – макраме алымы буйынса япмалар, салфеткалар бәйләргә өйрәнә. Артабан күңеле милли асылға, тарихи тамырҙарға тартылып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре, атап әйткәндә, селтәр эшләүҙе үҙләштерә. Күҙ нурҙары һеңгән, йөрәк йылыһы ҡушылған, ынйы-мәрйен, талир тәңкә менән биҙәлгән селтәрҙәренең һаны 50-нән ашыу. Бөгөн ул яратып башҡарған шөғөлөн теләге булған һәр кемгә ихлас өйрәтә, Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина ойошторған «Селтәр» клубында ихлас шөғөлләнә.
Альбина Хажим ҡыҙы – бөгөн дә дәртле, дарманлы ағинәй, мәктәптәрҙә, балалар йорттарында көтөп алынған оло ҡунаҡ. Уның булмышы, тормошҡа ҡарашы, тәүәккәллеге – күптәр өсөн матур өлгө. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған тәнәфестән һуң, 78 йәшендә яңынан конькиға баҫа, ҡышҡыһын мәкелә һыу ҡойона. Быйыл улар Фәнис Ғәйнетдин улы менән ГТО нормаларын уңышлы тапшырып, алтын билдәгә лайыҡ булған. Бәхетле өләсәй менән олатайҙың иң ҙур шатлыҡтары – ейәндәре. Сыңғыҙ менән Искәндәр билдәле музыканттар булып танылды, тәрбиәгә алынған Камила менән Арыҫлан да тормошта үҙ урындарын тапҡан.
Күргәҙмә менән танышыусылар һәр ҡул эшенең ҡабатланмаҫ нағыштан тороуын билдәләне, тормошто яратып йәшәгән ағинәйҙең эшһөйәрлегенә, күп яҡлы талантына һоҡланды.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: Ҡулыңдан һөйөн Альбина Исхаҡова