Кәйеф бүләк иткән таҫма

Кәйеф бүләк иткән таҫмаБыйылғы йылдың тағы ла бер яңғырауыҡлы премьераһы – һәләтле йәш режиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән!» фильмы ла ҙур экрандарға сыҡҡан Башҡортостан киноһы булараҡ билдәлелек алды. Иң күп ҡаралған фильмдар араһында Рәсәй рейтингында хатта беренсе һыҙыҡты биләүе уны тағы ла нығыраҡ популярлаштырҙы. Асылда йәштәр аудиторияһына тәғәйенләнгән романтик комедияны олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡабул итте.

Был таҫма ла республикабыҙ Башлығы грантына, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән төшөрөлдө. Фильмдың иң ҙур ҡаҙанышы – баш ҡалабыҙ Өфөнөң һәм Башҡортостандың иҫ киткес матур урындарының уңышлы кадрҙар ярҙамында һоҡланғыс итеп күрһәтелеүендә. Кино башланып киткән тәүге кадрҙан уҡ иркенлек һәм ҡыйыулыҡ бөркөлә. Ҡуйыусы-оператор Тимур Ғәниев менән ҡуйыусы-рәссам Айгөл Байрамғолованың фильм аша асыҡ тойолған һөнәри кимәлдәренең юғарылығын айырып билдәләп китмәү мөмкин түгел. Бындай оҫталар барҙа башҡорт киноһының киләсәге өмөт уята.
Төп ролде – Уралды башҡарған Асҡар Нагаев барлыҡ тамашасы ҡыҙҙарҙы ла ғашиҡ иткәндер, моғайын. Ә Фәрит ролен уйнаған йәш актер Эмиль Әмировты һис икеләнмәй «Йыл актеры» тип атарға мөмкин. Атаҡлы артистар ғаиләһендә тыуып үҫкән егет, барыбыҙға ла билдәле Алмас Әмировтың улы, фильмда атаһы менән бергә төшкән. Фильм республика кинотеатрҙарында айҙан ашыу прокатта барҙы һәм тулы залдар йыйҙы. Был, әлбиттә, ҙур уңыш. Урындағы колорит менән һуғарылған картиналарға һыуһаған халыҡ уны ихлас ҡабул итте. Икенсенән, атаҡлы совет комедияларына тартым еңел сюжет, мәрәкә мәлдәрҙең күп булыуы ла ҡала ҡаңғырығынан арыған тамашасыны бик ылыҡтырҙы. Өфө ҡалаһы фильмда сағыу, заманса булып асыла, әммә күберәк уның йәштәр йөрөй торған күңел асыу урындары, бар һәм ресторандар күрһәтелгән, ә һәр беребеҙ ғорурланырлыҡ театрҙар, музейҙар һәм галереяларыбыҙға бөтөнләй урын бирелмәгән булыуы әҙерәк аптырата. Ҡаланы бер яҡлы асыу комедия сюжеты талабылыр ҙа, бәлки, ләкин грантҡа төшөрөлгән фильмда Өфөнө мәҙәни яҡтан юғары кимәлдәге үҙәк булараҡ та күрһәтеү хилаф булмаҫ ине.

Интернет селтәрҙәре киноны ҡарап ҡәнәғәт ҡалған, төрлө милләттән булған бәхетле тамашасыларҙың меңәрләгән ыңғай фекере менән тулы. Улар барыһы ла бер тауыштан Айнур Асҡаровҡа көтөлмәгән күңел байрамы яһауы өсөн рәхмәт еткерә һәм уның яңы эштәрен түҙемһеҙлек менән көтөүен белдерә. Йәш режиссер – ижады менән үҙенә йәмәғәт тарафынан ҙур иғтибар йәлеп иттерә белгән, заманса пиар технологияларын яҡшы аңлаған һәләтле һөнәрмән. Уға, ысынлап та, халҡыбыҙ ҙур өмөт бағлай. Шул уҡ ваҡытта күптәрҙе фильмда артыҡ ныҡыш рәүештә милләт-ара никахтарҙың рекламаланыуы, таҫмала шәрә ҡатындар һәм һүгенгән, үҙ ейәнен ҡарғай алған өләсәй һымаҡ милли асылыбыҙға бөтөнләй ят күренештәрҙең дә урын алыуы борсоуға һалды, уйланырға мәжбүр итте. Тәьҫир йәһәтенән иң ҡеүәтле һаналған кино сәнғәтен бар иткәндә сценарийға ятҡан һәр хәрәкәт һәм һүҙҙе әхлаҡи иләк аша үткәреү мотлаҡтыр. Ни тиһәң дә, бөтә ғәм алдына сығарылған таҫма аша донъя тамашасыһы башҡорттар тураһында «бына улар ниндәй икән» тип фекер туплай. Ә көслө ижади команда ниндәй идеянан да, уның һәйбәт йә насар булыуына ҡарамай, кәнфит яһай ул. Донъяға үҙ йөҙө менән асылып, Голливудты һуҡырҙарса ҡабатламай уңыш ҡаҙанған Һиндостан фильмдарын, Төркиә, Ғәрәбстан сериалдарын иҫкә төшөрәйек. Башҡорт кино сәнғәте лә, башҡа милли мәҙәни йүнәлештәребеҙ кеүек, ҡәлебебеҙгә ят стандарттарға ярашлы түгел, ә үҙ рухи ҡиммәттәребеҙгә таянып үҫешһен ул.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.



Теги: Айнур Асҡаров Өфөнән һөйөү менән Кино




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook