Бабич алып ҡайтты рух әләмен
Быйылғы яҙ ҡырыҫ килде тыуған еребеҙгә. Тап ошо ҡотһоҙораҡ мәлдә, йылы теләгән күңелдәребеҙгә ләйсән ямғырҙай, имшеткес елдәй, донъя нурлап, ҡарҙы тишкән умырзаялай булып, «Бабич» фильмы экрандарға сыҡты. Таҫманы ҡарау бәхетенә ирешкән һәр кемдең йөрәген яуланы ул.
Беренсенән, кинотеатрҙарҙа үҙ аллы прокатҡа сыҡҡан туған телебеҙҙәге тәүге тарихи башҡорт киноһы бит. Уны шуның өсөн генә лә – милли кинобыҙҙы ҡеүәтләп тә ҡарау зарур ине. Тарихи әҫәрҙәргә халыҡ һағайып ҡарарға күнеккән. Улар, ғәҙәттә, һалҡын аҡыл менән ысынбарлыҡҡа таяныуҙан бигерәк, яҙылған заманының сәйәси елдәре менән һуғарылырға мәжбүр. Әммә зарураттан барыусыларҙың да, башҡаларҙың да ошо юҫыҡтағы борсолоуҙары бушҡа булды, шөкөр!
Икенсенән, кинофильм һынылышлы заманды, бөйөк шәхестәребеҙҙең эшмәкәрлеген, республикабыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихын ғына һүрәтләп ҡалмай, уның үҙәгендә – изгеләрҙән-изге рух, намыҫ һәм иман төшөнсәләре, «Урал батыр» эпосында уҡ күтәрелеп сыҡҡан һәм кешеләр алдында һәр дәүерҙә лә һаҡланған «уң яҡҡамы, һул яҡҡамы» тигән ҡатмарлы һайлау.
Ижади төркөмдө тәшкил иткән һөнәрмәндәр исемлеге үҙе үк фильмға ҙур өмөттәр бағларға нигеҙ бирә. Сценарий авторҙары – Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева менән рухлы мөғәллимә, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова, режиссер – Булат Йосопов, тарихсылар – Азат Ярмуллин, Марат Зөлҡәрнәев, сәпкә генә тейҙереп уйнаған актерҙар составы, йәнгә үтеп ингән көйҙәр.
Төп геройҙы башҡарған Илгиз Таһировта тамашасы шағирҙы таныны, экранда ул икәнлегенә ышанды. Иҫ киткес юғары кимәлдә һынландырылған Шәйехзада Бабич образы. Бөйөк Зәки Вәлидиҙең ҡарашына тиклем ҡабатлай алған Рәмзил Сәлмәнов та һоҡландырҙы. Актерҙарҙың күбеһе театрға хеҙмәт итһә лә, экранда спектакль күренештәре түгел, ә ысын кинокадрҙар йүгерҙе. Республикабыҙ Башлығы грантына, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылған «Бабич» фильмы башҡорт кино сәнғәтенең яңы баҫҡысын билдәләгән ҙур академик хеҙмәт кенә түгел, меңәрләгән күңелдәрҙе яулаған халыҡсан проект булараҡ та тарихта үҙ урынын алды тиергә була.
Фильм прокатта булған осорҙа интернеттағы диуарҙар киноны ҡарап тетрәнгән кешеләрҙең хиссиәтле яҙмалары менән тулды. Шәйехзаданың быуат элек яҙған ялҡынлы шиғырҙарының уты замандаштарыбыҙ йөрәген дә яндырып уҙҙы. Һиллектә генә йәшәп ятҡан битарафтарҙы һиҫкәндереп, уйһыҙҙарға уй, моңһоҙҙарға моң һалды ул. Бигерәк тә, болғансыҡ заманда йәшәгән ижадсының тормошон һүрәтләгән таҫманың бер яҡҡа ғына һуҡтырмай, шул уҡ ваҡиғаларҙың кем өсөндөр яҡшы, икенсеһе өсөн яман булыуын да иҫәпкә алып эшләнелеүенә һоҡландылар. Сеанстарҙан һуң рух уянды, йән аҡтарылды, йәштәр аҡты. Ысын сәнғәт әҫәренең тәғәйенләнеше лә шунда бит – шағирыбыҙ әйткәнсә, ғәфләт йоҡоһонан уятыуҙа. «Бабич» Бабичты, уның уйҙарын, хыялдарын, ынтылыштарын яңы быуатҡа алып сыҡты. Уны бар итеүселәргә рәхмәтле кешеләрҙең хис-тойғолар бураны булып теҙелгән яҙмалар интернет үҙәндәренән бөгөн дә даръя булып ағыла икән, тимәк, шағир, ысынлап та, беҙгә әйләнеп ҡайтты, халҡыбыҙға рух әләмен алып ҡайтты!

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Теги: Бабич Илгиз Таһиров Кино