Матур ғаилә – ил ҡото
Календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәһә лә, рухиәтебеҙ өсөн бик мөһим байрам барлыҡҡа килде: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты Башҡорт ғаиләһе, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тип иғлан итте.
Ғаилә ҡиммәттәрен данлауға арналған Петр һәм Феврония көнөн, изге Валентин көнөн хәтерләткән, тик милли асыл менән һуғарылған күркәм байрам яҙҙың тәүге көнөндә йөкмәткеле саралар менән билдәләнде. «Матур ғаилә – ил ҡото» төбәк-ара форумы сигендә «Йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының, диндең, халыҡ йолаларының, мәҙәниәттең һәм әҙәбиәттең роле» тигән «түңәрәк өҫтәл» артында ата-әсәләр, ҡоролтай рәйестәре, фән әһелдәре бөгөнгө заманда баланы тәрбиәләүгә ҡағылышлы ифрат әһәмиәтле мәсьәләләрҙе күтәрҙе, милли ғаилә институтының иртәгәһе хаҡында етди борсолоуҙары менән уртаҡлашты.
Кисен «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тамаша иһә күңелдәргә яҙғы кәйеф, ғәм һәм сәм дә, рух күтәренкелеге лә һалған тантанаға әйләнде. Халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булырҙай ғаиләләр, оло сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелеп, алҡыштарға күмелде. Улар республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгәйне.
Ишембай районында йәшәүсе күп балалы Хафизовтар үҙ тормошо миҫалында иман һәм диндең тәрбиәүи көсөн, тәүфиҡ бәхет башы булыуын ҡеүәтләй. Һигеҙ сабыйҙың һәр береһе көтөп алынған был ғаиләлә дин һабаҡтарының бала рухын байытыуына инаналар. «Дин менән рухтың бәйлелеге ни тиклем тәрәнерәк булһа, кеше шул тиклем көслөрәк», – ти Ишембай районы имам-мөхтәсибе, яҡташтарына иман нуры сәсеүсе Илшат хәҙрәт. Барыһы ла ғаиләнән башлана тип, тәҡүәле, ололарға ихтирамлы балалар үҫтереүсе дин әһеленең фәһемле телмәре ҡул сабыуҙар менән оҙатылды.
Мәсетле районынан Зәйнетдиновтар – донъяға виртуоз ҡумыҙсы, милли музыка ҡомартҡыларыбыҙҙы ҡитғаларға еткереүсе Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты биргән аҫыл нәҫел. Миңлеғәфүр менән бергә сәхнәгә сыҡҡан ғаилә ансамбле, йөрәктәргә ҡуҙ өҫтәп, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа өҙҙөрҙө, осҡон сәсеп бейене, тамашасыларҙы моң тулҡынында тирбәлтте. Утыҙҙан ашыу уйын ҡоралында уйнаусы ансамблдең ялҡынлы сығышын халыҡ, ҡушылып бейерҙәй, йырлайҙай булып, әҫәрләнеп ҡараны.
Үткән йылда «Ғаиләгә тоғролоҡ һәм мөхәббәт» миҙалына лайыҡ булған Мулләхмәтовтар – Илеш моңһөйәрҙәре. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Сәғит Мулләхмәт улы – мәғариф династияһы башлығы. Тормош иптәше, алдынғы уҡытыусы Венера Нәғим ҡыҙы менән ғаилә ҡороуҙарына илле биш йыл тулған. Күп фестивалдәрҙә лауреат булған илһамлы ғаилә халыҡ сәнғәтен айырылмаҫ юлдаш иткән.
Әбйәлилдән килгән уңған ғаилә – быйма, кейеҙ баҫыусы, тирмә эшләүсе Баймырҙиндар үҙҙәренең халыҡ кәсебен тергеҙеү тарихын һөйләне. Һөнәре буйынса энергетик Йәмил илебеҙҙең генә түгел, донъяның төрлө мөйөштәрендә эшләп, башҡа халыҡтарҙың нисек йәшәүен күреп, тыуған еренә ҡайтҡас, быйма баҫа башларға ниәтләй. Атаһы менән әсәһе егетте дәртләндереп кенә ҡалмай, иңдәрен дә ҡуя. Улдары менән сәхнәгә сығып, улар уңыш серен уртаҡлашты: «Бергәләшеп тотонғанда, эш гөрләп алға бара».
Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебен үҫтереүсе тағы бер ғаилә – Иглин районынан умартасы Хәлитовтар ҙа хөрмәт ҡаҙанды был кисәлә. Уларҙың ҡортсолоҡ продукцияһы илебеҙ фестивалдәрендә бихисап миҙалдар менән билдәләнгән. Ғаилә башлығы Әфҡәт Латип улы башҡорт балын Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә тәҡдим итеүҙе милли ғорурлыҡ тип һанай. Хәлитовтарҙың балын хатта Төркиәнән, Ғәрәп Әмирлектәренән, Италиянан эҙләп киләләр.
Бөрйән районынан физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов төпкөлдәге малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һөйөүсе итеп кенә түгел, ил кимәлендәге абруйлы ярыштарҙа еңеүсе итеп тә тәрбиәләй. Спортсы, ҡатыны Гүзәл һәм балалары менән килеп, ҙур байрамдың түрен йәмләне. Аграр университетта белем алыусы Алина менән етенсе синыфта уҡыусы Батыршаның кәмендә бер ботлоҡ герҙәрҙе йомғаҡтай ғына күтәреп уйнатыуын ҡарап, бар халыҡ «аһ» итте.
Баймаҡ районының Буранбай ауылында йәшәүсе Таңһылыу һәм Фәррәх Аралбаевтарҙың ҙур ғаиләһе, атаҡлы сәсән Буранбай Ҡотдосовтың рухын һаҡлаусылар булараҡ, йәш быуынды сәнғәтебеҙҙең иң гүзәл өлгөләрендә үҫтереүе менән билдәлелек яулаған. Был ауылда оҙон башҡорт көйҙәрен һуҙмаған бер кеше лә юҡ, тиеү һис арттырыу түгел. Аралбаевтар ҡорған ҡабатланмаҫ тамашала утлы бейеү йәнде арбар йыр менән алмашынды, илаһи ҡурай моңо артынан серле гармун көйө таралды. Йөрәктәр мәҙәниәтебеҙҙең аҫыл ынйыларын күҙ ҡараһылай ҡәҙерләүселәргә мөлдөрәмә рәхмәт менән тулды.
Милләттең боронғо менән бөгөнгөнө бергә үреп алып барған көнитмеше, тәрән эске донъяһы, күңел талпыныштары фойела йәйелдерелгән бай күргәҙмәләрҙә лә асыҡ сағыла ине. Заманса төҫ биреп эшләнгән һаҡал-түшелдеректәр, көмөш биҙәүестәр, аҫалы балаҫтар, музыка ҡоралдары, хуш еҫле бал тәҡдим итеүселәрҙең һәр ҡайһыһы байрамға мәртәбә өҫтәне.
– Киләсәктә был сараларҙы «Ырыуҙарыбыҙҙың матур ғаиләләре» фестивале итеп үткәрергә ниәтләйбеҙ, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов. Теленең һәм ил-йортоноң бәҫен белгән, саф мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң серенә эйә ғаиләләр барында еребеҙ ҡото ҡурсаулы.
Альмира ШӘФИҒУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: Башҡорт ғаиләһе