Мәрйен балҡышы
Һуңғы осорҙа гүзәл заттарҙың кейемдәрендә, биҙәүестәрендә милли асыл, рухи ҡиммәттәребеҙ сағылыш табыуына шаһитбыҙ. Баҫмабыҙҙа йыл дауамында барған «Милли биҙәк», Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы «Сәсәндәр үҙәге» һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының республика «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән «Селтәр» традицион биҙәнеү әйберҙәре бәйгеләре лә ошоға асыҡ миҫал. Күптән түгел Өфөлә уларҙың һуңғыһына йомғаҡ яһалып, үҙҙәренең эштәрен «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы», «Селтәр», «Ағинәй» төркөмдәренә һалып, конкурсҡа ҡушылып, тәжрибә уртаҡлашҡан йөҙҙән ашыу гүзәл зат йыйылды.
...Көмөш тәңкәләр, мәрйендәр балҡышы менән күҙҙе иркәләгән сара ысын мәғәнәһендә Селтәр байрамына әйләнде. Төрлө төбәктәрҙән, сит өлкәләрҙән йыйылған оҫтабикәләрҙең эштәрен күреп, күңелде берсә һоҡланыу, берсә ғорурлыҡ биләне. Бына, мәҫәлән, Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Рита Шәйҙуллина ун йыл эсендә 123 селтәр, 107 ҡашмау эшләгән!..
...76 йәшлек Фәйрүзә инәй Кәримованың саф көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән селтәре шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. «Беҙҙең яҡта, тамьяндарҙа, селтәр тимәйҙәр, һаҡал тип йөрөтәләр, бына был һаҡалға яҡынса дүрт ғасыр. Араһында XVI – XVII быуат тәңкәләре лә бар. Миңә, етенсе быуынға, килеп еткән изге ҡомартҡы ул. Тик ваҡыт үҙенекен итә, мәрйендәренең төҫө уңып, һына башланы, ептәре лә серей. Быйыл йәй яңыртып тегеп алдым. Өләсәйемдәрҙән ҡалған һаҡалдар бер нисәү ине, совет осоронда бер саф көмөшкә 9 һум 50 тин аҡса биреүҙәренә ҡыҙығып, арыуығын тапшырып ташланым. Әсәйем һиҙеп ҡалып, бына ошо бер һаҡалды һандығы төбөнә йыйып ҡуйҙы. Йәшлек менән ҡәҙерен, баһаһын аңлап етмәгәнбеҙҙер инде», – тип һөйләй ағинәй. Уның ҡарауы әле Фәйрүзә Нурмөхәмәт ҡыҙы дүрт ҡыҙына, ейәнсәрҙәренең һәр береһенә күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһын ҡушып һаҡал һәм ҡашмау яһап биргән...
...Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Зәкиә инәй Муллағолова ла халҡыбыҙҙың аҫыл йолаларын тергеҙеүгә, һаҡлауға үҙ ҡарашын белдерҙе. «Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың заманса кейемдә милли биҙәктәребеҙҙе ҡулланыуы, селтәр, яға, хәситәләрҙең стилләштерелгән төрөн булдырыуы – маҡтауға лайыҡ һоҡланғыс күренеш. Һәр ҡул эше – сәнғәт әҫәре, ул тарихҡа ҡала. Ошоға бәйле бер аҙ борсолоуҙарым да бар: киләсәктә тарихты өйрәнеүселәр заманса селтәрҙәрҙе, ҡашмауҙарҙы ысынбарлыҡ тип һанап ҡуймаҫмы икән? Боронғолоҡтан, милли асылыбыҙҙан үтә ныҡ ситләшеп китмәйек, тиеүем, сөнки халҡыбыҙҙың йор аҡылы – әйтеп аңлатҡыһыҙ бай хазина ул. Бына ошо селтәр-ҡашмауҙарҙы ғына алып ҡарайыҡ, уларҙағы һәр биҙәктең, һәр элементтың үҙ мәғәнәһе бар. Мәҫәлән, ҡортбаш һоҡтан, күҙ тейеүҙән һаҡлай, кәзәмөгөҙ, ҡусҡар кеүек биҙәктәр байлыҡ, бәрәкәтте үҙенә тарта, көмөш тәңкәләр насар энергияны кире ҡаға. Көмөштөң таҙартыу көсөнә эйә булыуы ғалимдар тарафынан да раҫланған дәлил. Халҡыбыҙ быны электән белгән, тормошта ҡулланған, шуға ла өләсәйҙәребеҙ башлыса көмөш биҙәүестәргә өҫтөнлөк биргән. Кемдер арттан елкәбеҙгә ҡараһа, беҙ шуны һиҙәбеҙ, сөнки кешенең күҙ ҡарашы менән бергә энергия йүнәлтелә, шул иҫәптән насары ла булыуы ихтимал. Ә ҡашмау, селтәр ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлай, уға төбәлгән һоҡто, насар энергияны кире ҡаҡлыҡтыра. Өҫтәүенә улар кәүҙәне төҙ тотоуға булышлыҡ итә», – халыҡ педагогикаһын яҡшы белгән мәғариф ветераны Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙының фекерҙәре ысынлап та уйландыра, мәғлүмәтлеге һоҡландыра. Ул – республикала билдәле шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Ғизитдин улы Муллағоловтың хәләл ефете, иренең васыятына тоғро ҡалып, изге эштәрен дауам итеүсе...
...Ә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының махсус призына Магнитогорск ҡалаһынан «Яйыҡбикә» этник музыка төркөмө лайыҡ булды. Был ханымдар – Әнүзә Исхаҡова, Рәшиҙә Мортазина, Зөлфирә Саниева, Вәсилә Батталоваларҙың һәр береһе сит өлкәлә тамырҙарыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап, рус мөхитле ҡалала үҙ яндарына милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплап йәшәй...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.
Теги: Селтәр Ағинәй