«РАББЫМ – БАШ, МИЛЛӘТЕМ – ЮЛДАШ...»

«РАББЫМ – БАШ, МИЛЛӘТЕМ – ЮЛДАШ...» Нәҫел ебендә ғәләмәт бер илаһи яҡтылыҡ менән балҡып торған исемдәр була. Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән Разия Шәриф ҡыҙы Ҡолшәрипова ла – ана шундайҙарҙан. Быйыл уның тыуыуының 100 йыллығы билдәләнә. Уйы, ниәттәре, йәшәйеше менән тотош башҡорт халҡының данлы, илһөйәр ҡыҙы тип иҫкә алынырға лайыҡ ул.

...Балалар йортонда тырышлығы, отҡорлоғо менән билдәләнгән Разияға Йылайыр урман-химия техникумына йүнәлтмә бирәләр. Ҡыҙыҡай сая комсомолка булып китә. 1928 йылдың декабрендә ул Йылайыр контонынан комсомол комитеты конференцияһына делегат итеп һайлана. Уҡыу алдынғыһы һаналған тырыш ҡыҙҙы Ырымбур башҡорт педагогия техникумына уҡырға саҡыралар. Аслытуҡлы 1930 – 1934 йылдар, әйтерһең, уның холҡон сүкей, белем һәм йәшәүгә ынтылышын көсәйтә. Техникумдағы ғибрәтле һәм аяныслы мәлдәрҙе ул көндәлегенә теркәгән. Тулыраҡ студенттарҙы салып, бәлеш бешергән Сәләхи ҡарт, эсен кәпәйтеп, йөклөмөн, тип алдап сиратһыҙ икмәк алыусы ҡыҙға яһалған хөкөм, шырпы ҡабындай ғына итеп бүлешкән икмәкте бер-береһенең күҙен ҡыҙҙырмаҫ өсөн бер, ике тигәндә ҡабып йотоп ҡуйыуҙар көндәлек биттәрендәге алыҫ йылдарҙың шаңлы ауазын еткерә.

«37 йыл эшләп, бөтәһе өс мәктәптә уҡыттым: 1934 – 1935 – Иҫке Сибайҙа, 1935 – 1937 – Беренсе Этҡолда, 1937 – 1969 йылдарҙа – Темәстә», – тип теркәп ҡуйған ул.
Уҡыта башлағас та, Разия Ҡазан педагогия институты, Уҡытыусылар институты саҡырыуы буйынса Ҡазанға, Татарстан уҡытыусыларының I съезына барып ҡайта.
«РАББЫМ – БАШ, МИЛЛӘТЕМ – ЮЛДАШ...»
«1936 йылдың 18 ноябре ине. Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла райондарының алдынғы уҡытыусылары кәңәшмәһендә, Баймаҡ клубында трибунанан Татарстан отличниктар съезынан ҡайтыуым, унда күтәрелгән мәсьәләләр, ҡуйылған күргәҙмәләр тураһында һөйләнем. Татарстандың уҡытыусылары һәм халҡы татар телен дөрөҫ итеп, боҙмай һөйләүе шул хәтлем оҡшаны, ә беҙҙең башҡорт уҡытыусыларының башҡортса һирәк һөйләшеүен тәнҡитләнем. Бына ошо төбәк-ара уҡытыусылар кәңәшмәһенән мине 17-се ғәҙәттән тыш Бөтә Рәсәй Советтары съезына алып киттеләр. Беҙ, 29 делегат, Мәскәүгә юлландыҡ. Башҡортостанда бензин эшкәртә башлғайнылар. Беренсе бензин цистернаһын 17-се съезға бүләк итеп алып барҙыҡ. Ул Мәскәүгә еткәнсе сәскәләргә күмелде. Халыҡ-ара поезға Башҡортостан алдынғылары, етәкселәре менән бергә тейәлдек. Башҡорт артистары ла беҙгә ҡушылды. Улар араһында дуҫым Бәҙәр Йосопова ла бар ине. Съезд Кремл­дең ҙур залында, 4200 кеше ҡатнашлығында 4 декабрҙә эшләй башланы. Уны М.И. Калинин асты, ә И.В. Сталин алып барҙы. Редакцион коллегия һайланып, 3 – 4 декабрь көнө Конституцияға үҙгәрештәр индерелеп, яңынан редакторланды», – тип теркәп ҡуйған ул яҙмаларына. 200 кеше араһында был абруйлы кәңәшселәр ҡорона Разия ла эләгә. Редакторлау барышында бик күп етәкселәр менән осраша, Сталин менән һөйләшә...

...«Бына шулай үтә икән был ғүмер, йомғаҡтай булып тәгәрәп. Һаулыҡ бөтөп, үлем көтөп ултыр инде хәҙер», – тип яҙып ҡуйыуында ла һағыш та, әсенеү ҙә сағыла. Теле, иле өсөн йәнен бирергә әҙер аҡыллы, сая ҡатын ғүмер буйына үҙенең дошман түгеллеген иҫбатлап йәшәргә мәжбүр була. Көндәлектәрендә лә ошо хаҡта ҡат-ҡат яҙа ул. Разия Шәриф ҡыҙы 83 йәшендә, тап Конституция көнөндә, үлеп ҡала.

Алты балаһынан өс ҡыҙы һәм улы уның нәҫел ебен дауам итә: Урал бик иртә мәрхүм була, уның Иршат һәм Гөлгөнә исемле балалары Темәстә йәшәй; Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Айгөл Мирза ҡыҙы Хөсәйенова мәғариф ветераны Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы менән Сибай ҡалаһында төпләнгән, ә кинйәләре Әнисә Миңләхмәт ҡыҙы Иншакова Ханты-Манси автономлы округының Белоярск ҡалаһында ғүмер итә, медицина хеҙмәткәре, йәшәгән ерендә милләттәш­әрен ойоштороп, мәсет төҙөүҙә ҡатнашып йөрөгән бик рухлы ханым.
Ҡатмарлы тормош юлы үткән, яҙмыш ҡыйырһытыуҙарына ҡарамай, үҙен халҡының һөйөклө ҡыҙы итеп тойған, тотош бер быуынға тәрбиә биргән, намыҫ ҡушыуы, ғәҙеллек ҡанундары буйынса йәшәгән шәхестең, ғәжәйеп ҡатындың йөрәк ярһыуҙары бөгөн дә беҙҙең күңел күген тетрәтә. Уның яҡты рухы милләтебеҙҙең ҡотон ҡурсалап торғандай...
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Сибай ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook