«УЛ КӨН ХӘТЕРҘӘ БӨГӨН ДӘ...»

«УЛ КӨН ХӘТЕРҘӘ БӨГӨН ДӘ...» Чернобыль… Рус теленән тәржемә иткәндә был һүҙ «ҡара ваҡиға» тигән мәғәнәлә яңғырай. Ысынлап та, күпме кешеләрҙең яҙмышына ҡара тап булып ятты Чернобыль һәләкәте. Тормош туҡтап ҡалған Припять ҡалаһы, ер йөҙөнән юҡ ителгән ауылдар, тәләфләнгән тәбиғәт – былар барыһы ла беҙгә «бер-берегеҙгә, ер-һыуҙарыбыҙға ҡарата аяулы, рәхимле, мәрхәмәтле булығыҙ!» тип иҫкәртә кеүек.
«УЛ КӨН ХӘТЕРҘӘ БӨГӨН ДӘ...»

...1979 йыл. Шишмә районы йәштәре – күптән түгел өйләнешкән Мөнирә һәм Дамир Ғәлимовтар комсомол саҡырыуы буйынса Украинаға – Чернобыль атом станцияһы төҙөлөшөнә юллана. Әле генә ҡала исеме алған Припятта төпләнә улар. Яңы төҙөлә башлаған ҡалала тормош гөрләп тора, бөтә Союздан йыйылған йәштәр, йөрәктәрендә тау аҡтарырлыҡ көс-ғәйрәт тойоп, дәртләнеп эшләй, киләсәккә яҡты уй-хыялдар ҡора...

...– Апрелдә, эвакуация алдынан, Дамир ҡайҙандыр өс көнгә генә китмәҫебеҙҙе, тиҙҙән электр утын һүндерәсәктәрен белеп ҡайтҡан ине. Шуға күрә беҙ һыуытҡысты бушатып, ут-һыуҙы тикшереп, фатирҙы ныҡлап ябып ҡуҙғалдыҡ. Кемдәр быны эшләмәгән, уларҙың торлағының ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙҙыр. Берәүҙәрҙең һыуы ағып торған, икенселәренең ризыҡтары ҡортлап, бөтә өйҙө баҫҡан, өсөнсөләрҙең ишеген емереп инеп, донъяһының аҫтын өҫкә килтергәндәр. Иҫкә алыуы ла ҡыйын. Кире барһаҡ та, артыҡ бер нәмәне лә алдыртманылар, хатта машинабыҙҙы ла ныҡ нурланыу сәбәпле, сүплеккә илтергә тура килде. Бына ошо альбомдар шул мәхшәрҙән алып сыҡҡан бер иҫтәлек инде, – тип Мөнирә апай фотоһүрәттәрҙе һыйпай. Ә уларҙа – бәхетле ғаиләнең бәхетле мәлдәре...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook