Байрам өләсәй
Был ҡушаматты уға балалар биргән. Ысынлап та, исеме есеменә тура килә! Үҙе йәшәгән урамда йыш ҡына балаларға байрамдар, уйын-ярыштар ойошторорға, бүләктәр бирергә, тәмле сәй менән һыйларға ярата ул. Бөгөн дә бәлештәр һалды, еҙ самауырына һыу ҡойҙо ла балалар йортонда эшләүсе ҡыҙы Зәлифәгә шылтыратты. Күршеләре менән кисә үк хәбәрләшеп ҡуйғайны инде – әҙерҙәрҙер. Урамға өҫтәлдәр теҙергә, һый-ниғмәттәр ҡуйырға, самауырға ҡуҙ һалырға ғына ҡалды. Көттөрмәҫтәр…
...– Сығышым менән – Салауат районынанмын. Яҙмыш ҡушҡас, Иҙел башына килеп, буй еткерергә, тормош көтөргә тура килде. Атайым Нәсибаштан бронь менән Сермәнгә эшкә ебәрелгәс, бөтә ғаиләбеҙ менән күсеп килдек, – ти һүҙен башлап һөйкөмлө апай.
Шулай итеп, балалары менән тыуған ерҙәренән айырылып, Сермәндә тормош башлай Йәнгировтар. Һуғыш йылдары ауырлығы, аслыҡ һәр кемдең үҙәгенә үтә. Әммә тормоштоң имен йылдары ла артыҡ еңеллек килтермәй. Ҡырҡ алты йәшендә генә һигеҙ балаһын етем ҡалдырып, әсәләре гүр эйәһе була...
...– Ауыр саҡта ҡул эштәренә тотондом. Әҙ генә эш хаҡын нисек еткерәйем, тип баш ватҡанда, килеме балаларымдың өҫтөн бөтәйтергә ярап ҡала ине. Етмеш алты йәшкә етһәм дә, ташламайым был шөғөлөмдө.
«Йәле, кеше быларҙың ҡулынан килмәй, тимәһен, һә тигәнсе шуны эшләп ебәрә һалайыҡ», – тип балаларымды дәртләндерә торғайным. Ярҙамсыларым да, серҙәштәрем дә улар булды. Ҡыҙҙарым менән туп һуҡтым, саңғыла шыуһалар – саңғыға баҫтым. Әле лә урман-яландарҙы иңләп йөрөп киләм. Ирем эй килһә ине, күрһә ине балаларымды үҫтергәнде, тип уйлай тор- ғайным. Килде. Ете айлыҡ ҡына булып ҡалған кесе ҡыҙыма ун һигеҙ йәш тулған көн ине. Иртән китеп, кис ҡайтҡан кешеләй генә инде лә, ғәфү ҙә үтенмәй, ҡалам да тимәй, балалар үҫкән, тип кенә ғәжәпләнде, – ти ул. Әҙәм күңеле сәскәнән наҙлы, таштан ҡаты, тиҙәр… Ҡайһы саҡ кешене күктәргә күтәрер өсөн бер йылы һүҙ, бер изге эш етә. Тик ниңәлер әйтелергә тейешле осраҡта ла һүҙ әйтелмәй, эш башҡарылмай ҡала…
Байрам өләсәй тураһындағы мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.

Альбина ФӘЙЗУЛЛИНА.
Белорет районы.

Теги: