Беренсе юстиция министры 90 йәшлек юбилейын билдәләй

Беренсе юстиция министры 90 йәшлек юбилейын билдәләй Оло кешеләр үҙҙәренең йәшен йәшереүсән. Күҙ тейер йә, тигәндәрендә күпме наҙ, иркәлек, ғорурлыҡ бар!
Ләлә Хажиәхмәт ҡыҙы Әмированы олораҡ быуын кешеләре бик яҡшы хәтерләй. 15 йыл юстиция министры булып эшләгән апай, тиһәң, ә Калюжнаянымы, әлбиттә, беләм, уны Башҡортостанда белмәгән кеше һирәктер, тиҙәр.
Ләлә апай хәҙер инде унынсы тиҫтәһен ваҡлай. Ә яҙмышы уны «мин йәшәүҙе, тормошто яратам, береһенә лә үпкәм юҡ» тип әйтерлек көслө лә, уяу ҙа, һиҙгер ҙә яһаған.


Ауыл уҡытыусыһы булды атайым, тип яҙа ул хеҙмәт автобиографияһында. Әммә уның аяуһыҙ 1937 йылда «халыҡ дошманы» тип хөкөм ителеп, ун йыл буйы төрмәлә яфа сиккәнен, әсәһенең ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, тартып алынған фатирҙарын ҡайтарып алғанын бер ҡайҙа ла иҫкә төшөрмәгән. Әгәр белеп ҡалһалар, әлбиттә, миңә лә юлдар ябыласаҡ ине, ти ул күҙ йәштәренә төйөлөп.
Ә бөгөн байрам. Иларға ярамай. Ул ҡапыл йәнләнә. Тәүге ире менән нисек танышҡанын хәтерләй. Ош ҡалаһы прокуратураһында эшләп йөрөгән сағы була. Апайын күрергә килгән Чистополь егете – һуғыштан яраланып ҡайтҡан офицерға «бына һиңә кәләш!» тип, ҡурсаҡ һымаҡ ҡына итеп күтәреп тотторалар ҡыҙҙы. Йәштәр бер-береһен оҡшата. Ошо ҡайтҡанында уҡ өйләнешеп, Әкрәм кире Румынияға хеҙмәткә юллана.

Әхмәтзәки Вәлиди нәҫелдәре
Бөйөк башҡорт ғалимының Башҡортостанда ҡалған нәҫел-нәсәбе хаҡында «Ағиҙел» журналының 2013 йылдың 10-сы һанында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың баш һүҙе менән Нурия Килмөхәмәтованың иҫтәлектәре баҫылғайны. Тамырҙары Әхмәтзәки Вәлидиҙең әсәһе яҡлап тоташа. Уҡымышлы имам-хатип Мөхәмәткафиҙың дүрт улы һәм өс ҡыҙы була. Ошо бер туғандарҙың балалары улар. Өмөлхаят – Әхмәтзәкиҙең әсәһе, Мәрзиә Ләлә апайҙың әсәһе Мәрйәмгә ғүмер биргән. Халыҡ яҙыусыһы баш һүҙендә Вәлидиҙең яҡын туғандары, 20–30 йылдарҙа уҡ «юҡҡа сығарылып», бөтөрөлгән булыуын, бер туған Сара һеңлеһенең мөғжизәүи рәүештә генә иҫән ҡалыуын әйтә. Ә Нурия апай шул Сараның ҡыҙы була! Нәҫелдәребеҙ менән осрашып торабыҙ, Төркиәләге әҡрәбәләребеҙ менән дә күрешергә насип итте, ти Ләлә апай.

Беренсе юстиция министры 90 йәшлек юбилейын билдәләй
Күргәндәр, кисергәндәр...
Ул күп балалы ғаиләлә үҫә. «Әнием – әтиемдең икенсе ҡатыны. Беренсе ҡатыны, әниемдең бер туған апайы, мәрхүмә булып ҡалғас, уны 15 йәшендә генә еҙнәһенә, минең әтиемә, кейәүгә бирәләр», – ти Ләлә апай. Шулай итеп, үҙе лә балалыҡтан сығып етмәгән Мәрйәм ике балаға әсәй булып килә. Ире, 14 йәшкә үҙенән олораҡ, Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлаған. Хажиәхмәттең мәрхүм ҡалған ағаһының ике балаһын да тәрбиәгә ала ғаилә. Үҙҙәренең ике сабыйы тыуа – береһен дә ҡаҡмай-һуҡмай яҡшы тәрбиә бирәләр.
Ғаилә башлығы Йоматау бал ҡорто техникумы директоры булып Өфөнән йөрөп эшләй. Ишле ғаилә Фрунзе урамындағы матур биш бүлмәле фатирҙы биләп йәшәп ятҡанда, Хажиәхмәткә яла яғыла. Башта үҙе, аҙаҡ ҡатыны ҡулға алына. Миҙхәт менән Ләлә балалар йортона оҙатыла. Ҡыҙыҡай Ярослав өлкәһенә эләгә. «Ул ваҡытта бишенсе класта инем. Ҡасабаға үҙемде атҡа ултыртып йөрөтөп уҡыттылар. 50-гә яҡын бала араһында мин иң ҙуры инем», – тип хәтирәләргә бирелә ул.
Ләләнең әсәһен төрмәлә оҙаҡ тотмайҙар. Етәксе урында эшләгән ирҙәрҙең хәләл ефеттәре бикләнгән камерала ултырырға ла урын булмаған, ҡырҡ ҡатындың береһе ятҡанда, утыҙ туғыҙы баҫып торорға мәжбүр – ошондай ауыр шарттарҙа бер йылды уҙғарыу өсөн дә күпме көс кәрәк булғандыр инде уға. Бер йылдан ул ҡыҙын юллап табып, кире Өфөгә алып килә. Фатирҙарын ҡайтарып ала. «Халыҡ дошманы» балаһы менән уйнамағыҙ, тип Ләләнең тиҫтерҙәренән ситләтелеүен бик ауыр кисерә әсә. Тиҙҙән балаларын алып, Урта Азияға юллана. Яңы урында ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар уларҙы, тәүҙә бик ҡыйынға тура килә. Бер аҙҙан Хажиәхмәт аҡланып, тотҡонлоҡтан сығарыла. Ташкентҡа күсеү ярамағанлыҡтан, ул районға ҡайтып, зоотехник булып эшләй. Һуғыш башланғас, Миҙхәт ағаһы, броне булһа ла, үҙе теләп һуғышҡа китә. Ут эсенә инеп тә тормаҫтан, фронтҡа йүнәлгән поезда шартлап һәләк була егет. Ләлә урта мәктәпте тамамлағас, хәрби заводта эшләп ала. 1947 йылда Ташкентта хоҡуҡ институтын тамамлай. Урта Азияның төрлө райондарында тәфтишсе, прокурор ярҙамсыһы, өлкә прокуратураһында бүлек начальнигы булып эшләй.

Йәрем – йәнем дауаһы
Ире хәрби булғас, биш йылдың бер генә йылын бергә йәшәү форсаты тейә. Ике арала хаттар оса. Ләлә апай һөйөклөһөнөң яҙған хаттарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Йәш кенә кәләшен, бер йәшлек улы Валерийҙы ҡалдырып, Әкрәм фажиғәле һәләк була. 27 йәшендә генә тол ҡалған Ләлә башҡа тормошҡа сыҡмаҫмын, тип уйлай. Әммә 32 йәшендә үҙенән 15 йәшкә оло хәрби кешенең, фронтовик, подполковник, Харьков егете Григорий Ивановичтың тәҡдимен ҡабул итә. Шулай итеп, ул Калюжная булып китә. Отставкаға сыҡҡас, ғаилә Өфөлә төпләнергә ҡарар итә.

Бергәлектең ҡәҙерҙәре
Урта Азиянан күсеп ҡайтҡас, Черниковка биҫтәһенән атаһы менән әсәһенә фатир бирәләр. Ғафури районы Үтәк ауылында йәшәгән нәҫелдәре менән Ишембай районы Көҙән араһын бер ни күрмәй ҡатнашып йәшәгән туғандар, бик күп йылдар айырылып торғандан һуң, киренән осраша. Куйбышевта политехник институт тамамлап Нурия, Мәскәүҙән, аспирантура бөтөп, уның бер туған ағаһы Камил ҡайтып төшә. «Ләлә апайымдың әсәһе Мәрйәм инәйем барыбыҙҙы йыйып, ҡатнашып йәшәгеҙ, тине. Ситтә оҙаҡ йөрөгәс, бергәлектең ҡәҙерҙәрен белә ине шул. Ә Ләлә апай беҙҙең өсөн һәр ваҡыт маяҡ һымаҡ булды, ваҡ-төйәк мәсьәләләр менән борсомаҫҡа тырышһаҡ та, уның өлгөһө белем алырға, кеше булырға үрнәк ине. Әлеге ваҡытта судья булып эшләгән ҡыҙым Айгөл тап уға ҡарап хоҡуҡ юлынан китте», – ти Нурия Абдрахман ҡыҙы.

Министр ҡатын
Ҡатын-ҡыҙҙы нисек министр итеп ҡуйҙылар икән, әллә ул ваҡытта йөктө тартырлыҡ ир-ат булманымы, тип ҡыҙыҡһынам. Министр портфеле өсөн көрәш ҡаты ғына барған икән, әммә обком ул ваҡыттағы прокурор Ләлә Калюжнаяның кандидатураһын хуп күргән.
Юстиция министрлығын киренән тергеҙеүгә Ләлә Хажи ҡыҙы бөтә көсөн, тырышлығын һала. Ауыр булдымы, тигән һорау ҙа урынһыҙ һымаҡ. Яратып башҡарған эш күңелде генә үҫтерә, ти ул. Тотош бер системаны сәғәт кеүек эшләтеү өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, холоҡ та, ныҡышмалылыҡ та, белем дә кәрәк шул. 1968 йылдың мартынан БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән министр итеп ҡуйылып, 1985 йылға ҡәҙәр ошо вазифаны фиҙакәрлек менән тартҡан ханым СССР Генераль Прокуратураһы эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. БАССР Юғары Советына өс саҡырылышҡа депутат итеп һайланыуы ла уның абруйы хаҡында һөйләй. «Руденко миҙалы», «Рәсәй Юстиция министрлығы ветераны», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары уның күкрәген биҙәй. Хаҡлы ялға киткәс тә, оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһы Киров районы судының халыҡ судьяһы, төрлө ойошмаларҙа юрист вазифаларын башҡара.

Ғаиләм – ныҡлы терәгем
Ҡатынын илаһи затҡа тиңләп яратҡан, уның туғандарын үҙенекеләй күреп ҡабул иткән Григорий менән улар 20 йыл бәхетле ғүмер кисерә. Оҙаҡ ауырығандан һуң, тормош иптәше вафат була. Ләлә апайҙың берҙән-бер улы Валерий Иҙрисов та, ейәнсәрҙәре Аида менән Лира ла уның юлын һайлай. Хоҡуҡ белгестәре.
Ләлә Хажиәхмәт ҡыҙы 90 йәшендә лә ауыр тимәй, зарланмай, сөнки ул тормошто, кешеләрҙе ихлас ярата.
Гөлназ ҠОТОЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook