Ғүмерлек йәргә тоғролоҡ
Баймаҡ районының Ишей ауылында йәшәүсе Йәнбикә инәй Хәсәнова—ауылдың иң оло кешеһе, тыл ветераны. Ағинәйҙе барыһы ла ихтирам итә. Бөгөн ул, 95 йәшен тултырыуына ҡарамаҫтан, һәүетемсә генә донъя көтөп ята. Эйе, туғыҙ тиҫтә тип әйтеүе генә анһат, ә ысынында иһә уның ошо ғүмере, йәйғорҙоң ете төҫөндәй, төрлө ептәрҙән туҡылған.
1919 йылдың 15 сентябрендә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауыл советына ҡараған Ҡуяндар ауылында (башта ул ауыл Сәйетбатал тип йөрөтөлә) тыуған ҡыҙға Йәнбикә тип, йәғни йән биреүсе, тереклек мәғәнәһен аңлатҡан ошо матур исемде ҡушалар. Хәфиҙә һәм Әхмәтзада Мырҙагилдиндар ғаиләһендә ике бала – Йәнбикә һәм уның ҡустыһы Зәкир була. Был осорҙа халыҡ хәленән килгәнсә мал үрсетеп, иген сәсеп донъя көтә. Мырҙагилдиндар ғаиләһе бик бай йәшәй: уларҙың ваҡ һәм эре малы иҫәпһеҙ-һанһыҙ була. Үҙ тырышлығы менән етеш тормошта йәшәгән ғаиләгә урындағы власть тыныс ҡына донъя көтөргә ирек бирмәй. Кулак мөһөрө тағып, Йәнбикәнең атаһы менән олатаһы Себергә һөрөлә. Булған донъяһы, мал-мөлкәте тартып алына. Уларҙың малдарын Икенсе Этҡолда асылған колхозға ҡушалар, өйҙәренә кире килеп йөрөмәһендәр өсөн, ҡарауыл ҡуйыла, йорт ҡаралтыларынан бер генә әйберҙе лә бирмәйҙәр. Йәнбикә менән уның әсәһе Хәфиҙә артабан бәләкәй генә иҫке ҡара мунсала көн итә. Мәктәптә яңы уҡый башлаған Йәнбикәгә ике ай хәреф танып ҡына өлгөрөргә тура килә. Кулак балаһы булғас, ул бар эштән дә ситләтелә, мәктәпкә лә уны ҡабат аяҡ баҫтыртмайҙар. Күпмелер ваҡыт үткәс, былай йәшәп булмаясағын аңлаған Хәфиҙә, нисек тә булһа яңынан тормош башлау, эшкә урынлашыу маҡсатында, улы Зәкирҙе алып, Әбйәлил районына сығып китә. Йәнбикә Үрнәк ауылында (хәҙерге Ниғәмәт ауылы) йәшәүсе атаһының ағаһы – Кираметдин олатаһы һәм Зәйнәб инәһе ҡарамағында ҡала. «Кулак балаһын ҡарайһың», – тип, властар әленән-әле Кираметдиндең өйөнә киләләр, тентеү яһап йөрөйҙәр. Ни ғәләмәттәндер, Йәнбикәнең үҙенә теймәйҙәр. Кулак балаһы мөһөрө Йәнбикәгә башља ҡағылмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Себергә һөрөлгән «кулак» Мырҙагилдиндарҙың ғүмере шунда өҙөлә: уларға кире әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Йәнбикә атаһының Белорет ҡалаһында ерләнгәнен белә, ә олатаһының ҡәбере ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.
Әбйәлилгә сығып киткән Йәнбикәнең әсәһе эшкә урынлаша, яңынан тормош ҡора, тағы бер ул таба. Уға Тимерйән тип исем ҡушалар. Хәҙерге ваҡытта Йәнбикә инәйҙең ҡустылары мәрхүм, әммә уларҙың балалары, туғандары Ишей ауылында, Туймазы эргәһендәге Серафимовкала йәшәй.
16 йәше тулғас, 1936 йылда, Йәнбикәне Байым ауылында йәшәгән Хәбрахман Мирзаян улы Хәсәнов кәләшлеккә һората. 1914 йылғы егеттең атаһы үлеп ҡалған, әсәһе Йәмилә инәй менән икәүләп кеше өйөндә өйҙәш булып йәшәйҙәр. Был ваҡытта Хәбрахман Мырҙый тигән утарҙа эшләгән була. 1936 йылдың 10 июнендә ҡауышып, йәштәр Аҡыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Мырҙый утарына күсеп бара. Башта ҡыуыш кеүек нәмә әтмәләп алып, шунда йәшәйҙәр, тора-бара өй һалалар. Хәбрахмандың әсәһен дә үҙҙәренә йәшәргә алалар. Тиҙҙән йәш ғаиләлә Хәсәновтарҙың улы Әҙеһәм донъяға килә. Йәштәрҙең тормошо тағы ла күркәмләнеп китә, өй эсе бала тауышына сорналып, шатлыҡ менән тула.
Илебеҙгә аяуһыҙ 1941 йыл килә. Ғаилә усағын йылытып, бер-береһенә һөйөнөп, бәхетле генә йәшәп ятҡанда, Йәнбикәнең тормош иптәше Хәбрахман да август айында фронтҡа алына. Өфө ҡалаһы эргәһендәге часҡа эләккән Хәбрахмандан бер генә хат килә. Унда: «Беҙ әлегә учениела ятабыҙ», – тип хәбәр ителә. Артабан һуғышҡа оҙатылған иренән хат-хәбәр алмай. Ә 1942 йылда уның «ҡара ҡағыҙ»ы килә. Йәнбикә 21 генә йәшендә тол ҡала. Был хәбәргә ышанмай ул, ирен һуғыштан һуң да көтә.
Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтта ғына түгел, тылдағы халыҡҡа ла күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Йәнбикә ҡара таңдан кискә тиклем эштә була, ә ҡәйнәһе Йәмилә инәй өйҙә Әҙеһәмде ҡарай.
Йәнбикә урман ҡырҡырға йөрөй. Икенсе Этҡол, Мырҙый ауылдарының урман участкаларында ҡул бысҡыһы менән ағас єҙерлєйҙєр. Йәнбикә инәй Вәлиева Сәхипъямал исемле ҡыҙ менән парлашып эшләй, уларҙың һәр береһенә 3-әр кубометр ағас әҙерләргә ҡушыла. Көнө буйына һин ошо норманы тултырырға тейешһең, шунһыҙ өйгә ҡайтыу юҡ. Әгәр норманы арттыра алаһың икән, 1200 грамм икмәк бирәләр. Йәнбикә инәй һәр саҡ нормаһын арттырып үтәй.
Ҡараңғы кистәрҙә һәм төндәрҙә Йәнбикә инәй, тылдағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә, фронт өсөн йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй, икмәктән сохари ҡатыра. Күберәк мал көтөргә тырыша, сөнки хөкүмәт һәр ғаилә аѓзалары һанына ҡарап һалым һала: 46 килограмм ит, 8 килограмм май, күпләп йомортҡа, йөн тапшырырға кәрәк була. Бер генә балаһы булғас, Йәнбикә инәйгә «подоходный налог» һалына. Баҡтиһәң, балаларың күп булһа, бындай һалым да әҙ була икән!
Көндәр артынан көндәр, айҙар үтеп, байтаҡ йылдар уҙа. Ҡәһәрле һуғыш күптәрҙе етемлектә ҡалдыра, атай наҙынан мәхрүм итә. 1953 йылда улы Әҙеһәм, ҡәйнәһе Йәмилә инәй менән улар Ишей ауылына күсеп килә. Унда ун йыллап йәшәгәс, 1963 йылда, Йәнбикә инәйҙең ҡәйнәһе донъя ҡуя. Үлер алдынан ул килененә ташламағаны, бергә-бергә матур йәшәгәндәре өсөн рәхмәттәр уҡый, фатиха ҡыла. Был ваҡытта Әҙеһәм армия сафында йөрөп ҡала.
Әйтеп үтеүемсә, иренән тол ҡалғанда, уға ни бары 21 генә йәш була. Ҡыҙҙарҙың тулышып бешкән еләк кеүек кенә сағы! Хәҙерге ваҡыт менән сағыштырһаҡ, был йәштә күп ҡыҙҙар әле уҡып ҡына йөрөй. Һаман да төҫ ташламаған, иҫе-аҡылы теүәл, мөләйем, бөтмөр инәйҙән: «Ни өсөн ҡабаттан ғаилә ҡорманығыҙ? Һоратыусылар булғандыр бит?»– тип һорайым.
– Һоратыусылар күп булды, һоратмаған ҡайҙа ул, – тип яуап бирә инә-йем. – Тик мин Хәбрахманым ана ҡайта, бына ҡайта тип көттөм дә көттөм. – Әҙ генә ваҡытҡа уның йөҙө уйсанлана, шунан ул тағы яҡтырып китә һәм өҫтәп ҡуя: – Әҙеһәмде етем иткем килмәне, ҡәйнәмде лә йәлләнем…
Эйе, уйландырырлыҡ та шул. Мөхәббәтенә, һөйөклө иренә ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлаған Йәнбикә инәйгә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
«Беҙ йәш саҡта эскелек булманы, – ти ул. – Йәштәр татыу, берҙәм инеләр. Донъя көтөү ауыр тип торманыҡ. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, терәк булып йәшәй инек. Сиҙәм баҫып, картуфын сәстек. Бер ваҡытта ла итһеҙ-майһыҙ ултырманым, аҡсанан да өҙөлмәнем, Аллаға шөкөр. Эштән ҡайтышлай сыбыҡ-сабыҡты йә арҡаға йөкмәп, йә бәләкәй арба-сана менән утын алып ҡайтыр инек. Йәй бесән сабабыҙ ҙа колхозсыларҙан ташытып алабыҙ. Хаҡын ҡайҙа ит-май, ҡайҙа аҡса менән түләй инек. Йыл әйләнәһенә халыҡ эш менән мәшғүл. Хәтеремдә, бер шулай урманға сыбыҡ яндырырға барғайныҡ. Ҡайтҡанда минең сабаталарым йыртылды ла сыҡты, ялан аяҡ ҡайтып булмай. Шунда ҡыҙҙар алмаш-тилмәш мине күтәреп, арҡаларына йөкмәп алып ҡайтты. Ҡәҙерле еңгәй булып йөрөнөм мин араларында, үҙем дә йәш кенәмен».
1964 йылда Әҙеһәм Сәлимә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Ғаилә башлығы ла – ғүмер буйы урман эшендә. Уларҙың өс улы – Тәлғәт, Әхәт, Радик һәм ҡыҙҙары Сәриә тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан бер нисә йыл элек Сәлимә инәй мәрхүмә булды.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә ветерандарға, айырыуса һуғыш ветерандарына, иғтибар бермә-бер артты. Тыл һәм хеҙмәт ветераны булараҡ, ире һуғышта ћєлєк булған, үҙе тол ҡалған Йәнбикә Әхмәтзада ҡыҙы ла был ярҙамдан ситтә ҡалманы. 95-се йәш менән барған ағинәйгә Баймаҡ ҡалаһында бөтә уңайлыҡтары булған фатирға күсеп йәшәү бәхете тейҙе. Йәнбикә инәй бөгөн хеҙмәтенең баһаһы, тормош иптәшенең ғүмере өсөн бирелгән хөкүмәт бүләгенең мәнфәғәтен күреп йәшәй.
«Беҙҙең йәшлек ауыр замандарға тура килде, – ти Йәнбикә Әхмәтзада ҡыҙы. – Тормош көтөү еңелдән бирелмәне. Көнө-төнө тиерлек эш менән булдыҡ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, барыһына ҡыуанып, рәхәтлек кисереп йәшәйбеҙ. Ваҡытында ураҙа тотоп, мәсеткә йөрөйбөҙ». Әйткәндәй, намаҙға баҫҡанда Йәнбикә инәйгә 45 йәш була. Бына хәҙер ул ярты быуат инде мәсеткә йөрөй, биш намаҙын ҡалдырмай, аят-доғаларын уҡый. Оҙон ғүмерле, шул уҡ ваҡытта теүәл аҡыл һәм һау-сәләмәт булыуҙың серен Йәнбикә инәй эш яратыуҙа күрә. «Кеше тик ултыра башлаһа, тән дә ҡата, ялҡаулыҡ көсәйә, ул-был ауырыуҙар барлыҡҡа килә, – ти ул. – Мин бер ҡасан да тиерлек ауырыманым, бер ниндәй ҙә ауырлыҡҡа бирешмәнем. Һәр ваҡыт донъямды бөтәйтер өсөн тырышып йәшәнем. Изге уйҙа булдым, рәнйетмәнем, кешене ярҙамһыҙ ҡалдырманым. Ауырыуҙарҙы күп ҡарарға тура килде. Бына шуларҙың фатихаһын алыу ҙа, йәштән үҙемде эш менән сыныҡтырыу ҙа оҙон ғүмер биргәндер, тип уйлайым. Йәштәр хәҙер тормоштоң ауырлығына түҙә алмай, эскелеккә бирелә башлай. Ҡыҙҙары кейәүгә сығырға, егеттәре өйләнергә ашыҡмай. Ғаиләң булғанда, донъялар ҙа тыныс, йәшәүе лә рәхәт», – ти ул. Ололар юҡҡа ғына йәштәрҙе тиҙерәк өйләндерергә тырышмай шул, сөнки ғаиләле булыуҙың ыңғай яҡтары күп, һау-сәләмәт тормошта йәшәүгә лә ишара.
Йәнбикә инәйҙең донъяһы етеш, бөхтә. Исеменә есеме тура килгән, йәғни донъяға йән биреүсе, йән өрөүсе Йәнбикә инәйҙең тормошонан өлгө алайыҡ, тиер инем мин кешеләргә. Һәр таңды изге уйҙар менән ҡаршылап, маҡсаттар ҡуйып, күтәренке рух менән йәшәгәндә, тормоштоң бар ауырлыҡтарын да еңергә мөмкин. Көндән-көн яңы үҙгәрештәр булып торһа ла, халҡыбыҙ тыныс йәшәһен, ҡабаттан һуғыш афәттәрен күрергә яҙмаһын ине. Ә йәшәй белгәндәр өсөн яҙмыш бүләк иткән һәр көн дә ҡәҙерле, йәйғор төҫтәре шикелле, береһенән-береһе сағыу, матур һәм ҡабатланмаҫ!

Земфира ТАҺИРОВА.
Баймаҡ районы.
Баймаҡ районы.
Теги: