Өләсәйгә хат
Федоровка районы Юғары Яуыш ауылында йәшәгән өләсәйемә, Рәмилә Әхсән ҡыҙы Дашкинаға, арнала минең асыҡ хатым.
1949 йылдың һалҡын ғинуар айында Бала Сытырман ауылында атайың Әхсән Сәхиулла улы һәм әсәйең Фәриҙә Юныс ҡыҙы Әминевтарҙың өйөндә булған шатлыҡты, әлбиттә, иҫләмәйһең, сөнки ул ҡыуаныстың сәбәбе – һинең донъяға килеүең.
Бала сағың һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытҡа тура килгән. Яуҙан яраланып ҡайтҡан атайың да, әсәйең дә таңдан эшкә сығып киткән. Ҙур ғаиләлә иң өлкән ҡыҙ булараҡ, туғандарыңды ла, өлкәндәрҙе лә ҡарау һинең иңеңә төшкән.
Әммә бәләкәйҙән бирешмәгәнһең, эшкә егелеүҙән, яуаплылыҡтан ҡурҡмағанһың. Үҙ заманыңа тура килгәнсә, октябрь йондоҙсоғон да, пионер галстугын да таҡҡанһың, алдынғы комсомолка ла булғанһың.
Бала Сытырмандың һөт заводында эшләп йөрөгәнеңдә, 1967 йылдың 13 апрелендә, Юғары Яуыш ауылының сибәр егете Ярулла Сабир улы Дашкин менән никах уҡытып, ғаилә ҡороуың иң бәхетле мәлдәреңә тура килә. Уҫал ҡәйнә менән йәшәү, әлбиттә, еңел булмағандыр, өләсәй. Ләкин бирешмәгәнһең. Ҡартатайым менән Федоровкаға йөрөп, һөт заводында эшләй башлағанһығыҙ. Тиҙҙән беренсе бәпесегеҙ Хәмит тыуған. Уны иркәләп, ҡурсалап ҡына үҫтергәнһегеҙ. Улығыҙ үҫә төшкәс, бер-бер артлы ике ҡыҙығыҙ Эльмира менән Венера тыуған. Инде һеҙ, ололарға ярҙам итәбеҙ тип, ауылға ҡайтҡанһығыҙ, колхозда эшләгәнһегеҙ.
Тормош төрлө һынауҙар ҡуйып ҡына тора. Бәләкәс ҡыҙығыҙҙың ауырып китеүе лә һеҙҙең көслө рухты һынай. Баш ҡалаға йөрөп, табиптарҙың әйткәнен теүәл үтәү йөрәк сирле апайымды бысаҡ аҫтына ятыуҙан ҡотҡара.
Бер йыл эсендә иң яҡын ике кешеңде юғалтҡанһың. Яуҙан яралы ҡайтҡан атайың ҡаты сирләп китә. Һин ике ауыл араһында, бер туҡтауһыҙ йөрөп, уны хәстәреңдән ташламайһың. Ләкин ауырыу үҙенекен итә, ҡартолатайым яҡты донъя менән хушлаша. Ошо уҡ йылда тормош иптәшеңдең, беҙҙең ҡартатайҙың да, йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ә һиңә бит ул ваҡытта бары тик 45 йәш кенә була. Өлкән улыңдың ғаилә ҡороп, йәшәй башлаған ғына сағы. Ике ҡыҙың сит ҡалала һөнәр эйәһе булырға әҙерләнә. Уларҙы уҡытып кеше итергә, туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарырға, ҡартатайымдан ҡалған донъяны таратмаҫҡа, парлыларҙан ҡалышмай донъя көтөргә, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә еңел булмағандыр һиңә, өләсәйем.
Әсәйең, Фәриҙә өләсәйебеҙ, олағайып, бер үҙе йәшәй алмай башлағас, йорт-доньяңды ташлап, уны ҡарарға ваҡытлыса Бала Сытырманға ҡайттың. Эшләгән изгелектәреңә һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Аҙаҡ Юғары Яуыштағы хужаһыҙ тороп ҡойола башлаған өйҙө тергеҙеүе лә ҡыйын булғандыр. Ә һин бирешмәнең. Яңы ҡыйыҡ яптырып, солан һалдыртып, кәртә-ҡапҡа ҡуйҙырып, донъяңды сынъяһау иттең.
Кем һораһа, шуға ярҙам ҡулы һуҙҙың, кесеһен дә, олоһон да хөрмәт иттең. Яуыш ауылында йәшәгән 51 йылыңдың инде яртыһын бер үҙең донъя йөгөн тартаһың. Ҡайҙан ғына көс алаһың? Күптән инде иман юлындаһың. Дүрт йыл Мәләүездә дин буйынса уҡып ҡайтып, ауылда мәсет эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһың, аяттар уҡыйһың, ураҙа тотаһың, көндәлек намаҙҙы ла ҡалдырмайһың.
Яуыш ауылының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе булараҡ, район күләмендәге, ауылда үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашаһың, урам һәм башҡа йола, шәжәрә байрамдарын ойоштороусы ла һин.
Иң яҡын кешеләремдең береһе, ҡәҙерле өләсәйем! Ейән-ейәнсәрҙәрҙең өләсәйҙәре менән бәйләнеше ныҡлы була, тиҙәр. Шулайҙыр. Күңелһеҙләнһәм, шунда уҡ тояһың. Дөрөҫ юлға йүнәлтеп, ҡиммәтле кәңәштәр бирәһең. Минең өсөн һин – яҡын дуҫым да, яҡшы әңгәмәсем дә, кәңәшсем дә. Гел изгелеккә, мөғжизәгә ышанырға өйрәттең. Шелтәләрең дә һәр ваҡыт урынлы. Өләсәй, һинең менән ғорурланам. Ошондай көслө кешеләр иңендә бит бар донъя. Хәтирәләреңде уртаҡлашыуың бик ҡыҙыҡ.
Хәҙер инде беҙ, ейән-ейәнсәрҙәрең, буй етеп киләбеҙ. Туйҙарҙың да түрендә ултырырға, бәпестәрҙе лә үҫтерешергә насип булһын, тип теләйбеҙ.
Ауыл ҡото булып, тормошобоҙҙо яҡтыртып, байытып йәшә лә йәшә әле, өләсәйем.

Эльза Нарбулатова,
БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты.

Теги: