Йөрәк моңо

Йөрәк моңо
Саялыҡ, ныҡлыҡ, етеҙлек, тәүәккәллек кеүек сифаттарға тәбиғәттән бирелгән моң, төплө тормош аҡылы һәм нескә күңел матурлығы ла ҡушылып, уның булмышын күп ҡырлы һәм сағыу итә. Яҙмыш аяуһыҙ һынауҙарын ебәреп, инде нисәнсе ҡабат абындырырға маташа, юғалтыуҙарға дусар итә, әммә ул бирешмәй, тән һәм йән һыҙланыуҙарын еңеп, сәмләнеп алға атлай, яңы маҡсаттарға ынтыла. Талантлы Бөрйән һылыуы Азалия Вәлиеваның һуңғы йылдарҙағы кисерештәргә тулы тормош ваҡиғалары тетрәндермәй ҡалмай. Ләкин көслө рухы, яратҡан эше, күңелендә урғылған һүнмәҫ моң уны йәшәтә лә, йәшнәтә лә, йәшәртә лә, әйтерһең...

Азалияның эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге уңыштары хаҡында журналыбыҙҙа бер нисә йыл элек яҙып сыҡҡайныҡ. Шул ваҡыттан байтаҡ һыуҙар аҡҡан һәм бына тағы уйламағанда осрашып, уның күргән-кисергәндәрен йөрәкһенеп тыңлайым.

«Бөрйән районы үҙәгендә өс ҡатлы «Хазина» сауҙа үҙәген үҙ көсөм менән һалып бөтөп, ҡайһы бер бүлмәләрен банктарға, ойошмаларға ҡуртымға бирҙем. Баштан уҡ икенсе ҡатында үҙебеҙҙең мебель салонын урынлаштырырға, беренсеһендә ҙур кафе асырға ниәтләгәйнем, сөнки ситтән килгәндәргә, ғөмүмән, райондыҡыларға ла тамаҡ ялғап алырлыҡ тәғәмхана юҡ ине. Иң маһир аш-һыу оҫталарын йыйып, эш башланыҡ. Ашхананы заманса техника менән йыһазландырып, үҙемдең дизайн буйынса мебель яраштырҙыҡ. Пекарня, кондитер цехтары булдырҙыҡ. Ниһайәт, сауҙа йорто үҙ ишеген асты.
Яҡташтарыма шундай бүләк эшләгәнем өсөн һөйөнөсөмдөң сиге булманы. Әммә бер көн яҙмыш мине һис уйламағанда ысын мәғәнәһендә «утҡа ташланы». Ун биш литрлыҡ термосәйнүк ауып китеп, ҡайнар һыуы өҫтөмә түгелде, 40 процент тәнем, ағзаларым беште. Ул мәлдәге ауыртыныуҙарымды һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Һыҙланыуҙан аңымды юғалта инем хатта. Ике ай буйына дауаханала хәрәкәтһеҙ яттым. Юлды кисерә алмаҫ тип, Өфөгә күсерергә лә ҡурҡтылар. Үлем менән йәшәү араһында күп нәмәләрҙең хаҡын аңланым», – ти йырсы, ипле генә йылмайып. Әммә бының менән генә тамамланмай әле интегеүҙәре. Тән йәрәхәттәре уңалып, көскә аяҡҡа баҫҡан һылыуға йән ғазабы ла әҙерләнгән була алда. Тормошонда ла, эшендә лә иң ҙур таянысы, кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы, түшәктә хәрәкәтһеҙ ятҡанында йылы хәстәре менән күңеленә йән өрөүсеһе – әсәһенең хәле көндән-көн ауырлашыуы йырсыны хафаға һала. Дауалап та, рак сире артҡа сигенергә теләмәгәс, бөтә мөлкәтен: яңы төҙөп ингән иркен йортон, өс ҡатлы сауҙа үҙәген, мебель цехын, машинаһына тиклем һатыуға ҡуя Азалия.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ Азалия Вәлиева




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook