Фәүзиә апайҙың өс сере
Тәү ҡараштан ғәжәп итер эске көс уның бар булмышынан бөркөлә: яҙмыштың зәһәр елдәренән бөгөлмәгән ғорур һынынан, һәр һүҙен сәпкә тейҙереп, өҙҙөрөп һөйләүенән, баҙыҡ, сағыу тауышынан, нурлы аҡ ҡына йөҙөнән. Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында йәшәүсе Фәүзиә Яхъя ҡыҙы Йосопова февраль айында туҡһан йәшен билдәләргә йыйына. Үҙен белгәне бирле ауыр эштәр башҡарған, сабый ғына килеш михнәтле һуғыш йылдарын үткәргән, һыу һөлөгөләй өс улға һәм өс ҡыҙға ғүмер биргән Фәүзиә ханымдың яҙмыш юлдарына күҙ ташлап, оҙон ғүмеренең һәм күңел бөтөнлөгөнөң серен төшөнөргә тырыштыҡ.
...«1928 йылдың 25 февралендә, шәмбе көн, ураҙаның дүртенсе кисендә Фәүзиә донъяға килде» – Яхъя уҙаман Ҡөрьән-Кәримдең бер битенә ҡыҙының тыуған көнөн латин хәрефтәре менән шулай тип теркәп ҡуя. Үҙе изге китапты ҡулға алыр йәшкә еткәс, Фәүзиә ханым был яҙманы күреп, хайран ҡала. Атаһының ҡулдары менән ынйылай теҙелгән юлдар, алыҫ йылдар аша унан килеп еткән сәләм-аманат булып, һаман йөрәген йылыта.
«Атайым уҡымышлы, диндар нәҫелдән ине. Әсәйем саҡ ҡына һуҡранһа ла: «Гөлбаҙыян, иманлы ауыҙыңды тәүфиҡһыҙ һүҙ һөйләп бысратма!» – тип әйтә торған булған. Ғаиләбеҙҙә быуындан быуынға күскән тәртип ҡағиҙәләре һаҡланды. Ябай ғына күренһәләр ҙә, улар ифрат ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә ине. «Йоҡонан уянғас, ике тинлек эш эшләмәйенсә, табынға ултырырға ярамай. Ике тинлек эш ул – торғас, урыныңды йыйыштырыу, йыуыныу, сәсеңде тарау», – әсәйемдең был һүҙҙәре һаман ҡолаҡта яңғырап тора һымаҡ…» – шулай тип хәтерләй Фәүзиә инәй үҙе үҫкән ғаилә мөхитен.
Тирә-яҡта оҫта скрипкасы, йырсы булып дан алған Яхъя Батырша улы Батыршин өсөнсө бала – төпсөк Фәүзиәһенә ике йәш булғанда яҡты донъянан китә. «Ниндәй сир йыҡҡандыр, атайың ел ауырыуынан үлде, тип һөйләй торғайны әсәйем», – ти ул.
Атайһыҙ үткән ялан аяҡ сабый сағы күңелендә мәңгегә уйылған. Мәҫәлән, икенсе класта уҡығанда ҡапыл ҡар яуып, көн ҡышҡа әйләнгәс, иртән ялан аяҡ киткән ҡыҙын әсәһенең мәктәптән күтәреп алып ҡайтыуы. Алты йәштән әсәһенә эйәреп ашлыҡ, кишер, шалҡан утарға, утынға йөрөүе, колхоз сәсеүлектәрен тырматырға үҙҙәренең берҙән-бер һыйырын егеүҙәре...
...Арҡауылда һигеҙенсене бөткән ҡыҙ, күңелендәге хыял ҡошона эйәреп, Бөрө медицина техникумының фельдшер-акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Эй, замандың ауырлығы! Фатирға түләргә аҡса булмағанлыҡтан, әхирәте менән анатомия кабинетында йоҡлап йөрөйҙәр. Көнөнә бер ашайҙар, уныһы бер стакан урман сәтләүеге. Асығыуҙан күҙ алды ҡараңғылана башлағас, Фәүзиә уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була.
«Бер йыл эшләп, уҡыуымды дауам итәм!» – шулай тип ул күрше Силәбе өлкәһе Минйәр ҡасабаһындағы хәрби заводҡа урынлаша. Ун һигеҙ йәшлек һылыу хеҙмәт юлын йөк тейәүсе-бушатыусы булып башлай...
...1948 йылдың ямғырлы октябре. Ямғыр аҫтында йөк тейәп лысма һыуланған ҡыҙҙар кибенергә цехҡа инә. Ҡеүәтле утыҙ өсөнсө станок артында вальцовкалаусы булып эшләгән Фидаил Фәүзиәне шунда күреп ҡала ла инде. Күрә лә бер ни тиклем һушына килә алмай тора. «Станокка тотонам тиһәм, ҡулдарым ҡалтырай, – тип һөйләйәсәк ул һуңынан. – Шул көндән, ҡайҙа барһам да, күҙҙәрем менән һине эҙләнем». Ә тапҡас, инде юғалтыу ҡайҙа, егет тимерҙе ҡыҙыуында һуға: «Өйләнешәбеҙ!» Башта Фәүзиә: «Уҡырға барам!» – тип ризалашмай. Ләкин ҡарағайҙай мөһабәт, ғәҙеллеге, батырлығы менән бөтә ҡаласыҡты ҡулында тотҡан бөҙрә сәсле, зәңгәр күҙле Фидаил ҡыҙ йөрәген яуламай буламы?
«Балдаҡ та юҡ, аҡ күлдәк тә – бәхет өсөн бер ни кәрәкмәгән. Иремдең барактағы бүлмәһендә донъя көтә башланыҡ, – тип хәтерләй Фәүзиә апай. – Тәүге алған донъя малыбыҙ патефон булды. Фидаил патефонда уйнатыр өсөн Әшәнән йөҙ пластинка алып ҡайтты. Киң күңелле ирем мине ҡыуандырырға ярата торғайны. Бер мәл тотош айлыҡ эш хаҡына ул заманда һирәк осрай торған ит үткәргес һатып алған. «Эй, Фидай, итебеҙ юҡ бит үткәрергә», – тим, икенсе эш хаҡына тиклем нисек йәшәребеҙҙе уйлап. «Ите лә, барыһы ла булыр, етеш йәшәрбеҙ, Фәүзиә», – ти ирем, үҙе рәхәтләнеп көлә».
«1953 йылдың ғинуарында Ҡыйғы районы Йыланлы ауыл советы рәйесе булып эшләп йөрөгән ҡайным Имам Йосопов донъя ҡуйҙы. Ҡәйнәм яңғыҙ ҡалғас, ирем, ай-вайыма ҡарамайынса, февралдә беҙҙе уның янына алып ҡайтып китте, – тип дауам итә һүҙен Фәүзиә Яхъя ҡыҙы. – Был ваҡытта дүрт йәшлек улыбыҙ Рафаэль, ике йәшлек ҡыҙыбыҙ Флория бар ине».
Заводтың алдынғы эшсеһе тыуған ауылында уңған игенсе булып дан ҡаҙана. Тракторҙа, комбайнда икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләгән Фидаил йәмәғәт эшен дә ихлас башҡара: оҙаҡ йылдар профсоюз рәйесе йөгөн тарта.
«Етеш йәшәрбеҙ!» – тип кәләшен йыуатҡан ир ғаиләһе заманына күрә матур көн итһен өсөн бөтә көсөн һала. Алтмышынсы йылда шыңғырҙап торған бүрәнәләрҙән өй күтәрәләр. Ырыҫлы хужалар ултырған урын да ҡотло булып сыға, малдары үрсеп китә.
Заводта быуын нығытҡан Фәүзиә апай бер эштән ҡурҡмай. Оҙаҡ йылдар һөт йыйыу пунктында бер нисә хужалыҡтан килгән һөттө айыртып, көн дә ҡалаға алтышар феләк ҡаймаҡ оҙатып тора...
...Ҡырҡар литрлы феләктәрҙе елтерәтеп күтәреп йөрөткәндә ҡайҙан көс алғандыр?! Сельпо келәтендә мөдир сағында намыҫлылығы менән абруй яулаһа, мәктәп ашханаһында эшләгәндә ҡулдарының таты өсөн яраталар үҙен.
Бәрәкәтле ғаиләгә Хоҙай бала бәхетен дә мул бирә. Рафаэль менән Флорияға 1953 йылда Флорис исемле туған алып ҡайтһалар, ике йылдан – Рида, йәнә шунса ваҡыттан Радик тыуа. Илүсәләрен Фәүзиә апай 1969 йылда, ҡырҡ бер йәшендә, ҡулына ала. «Матур ҙа, эшкә батыр ҙа итеп үҫтергәнһең беҙҙе, шуға бәхетлебеҙ, әсәй!» – тип ҡабатлай балалары бөгөн...
...Бөгөн уларҙың һәр береһе үҙ өлкәһендә абруйлы белгестәр булып танылған, күптән өләсәй-олатай булғандар. Рафаэле оҙаҡ йылдар етәксе урындарҙа, эске эштәр органдарында эшләп, полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡҡан. Флорияһы әсәһенең аҡ хыялын тормошҡа ашырған – яҙмышын кешеләр һаулығын һаҡлауға арнаған. Флорис – Златоуста ҙур заводта цех етәксеһе. Рида – талантлы педагог, Радик – машинаның тын алышын тойоусы оҫта шофер. Кинйәкәй Илүсәһенең һөнәре мохтаждарҙы ҡурсалау менән бәйле, ул – «Ғаилә» республика ресурс үҙәге директоры.
Шуныһы үкенесле: улдары һәм ҡыҙҙарының бәхетенә бергәләшеп ҡыуанырға насип булмай әсә менән атаға – Фидаил Имам улы ни бары алтмыш өс йәшендә вафат була...
...Бөгөн ул оло ҡыҙы Флория менән бергә ғүмер итә. Беҙ килгән көндө ихатаны, үҙе әйтмешләй, табалай ялтыратып көрәп ҡуйғайны. «Бер ерем дә ауыртмай, беләгемдәге көсөм дә элеккесә, тик күҙем насар күреүе генә ҡамасау», – ти. Туҡһанға етеүенең бер сере лә шулдыр – туҡтауһыҙ хәрәкәттә булыу.
«Кеше донъяға үҙ ризығы менән тыуа. Шуны һаҡсыл исраф итһәң, оҙаҡ йәшәргә етә», – ашауҙа ла, донъя малын тотоноуҙа ла үлсәүле Фәүзиә апай был һүҙҙәре менән оҙон ғүмеренең икенсе серен аса. Өсөнсө серендә иһә халҡыбыҙҙың ифрат тәрән фәлсәфәһе ята – ниндәй генә хәлдәр тыуһа ла, күңел тигеҙлеген һаҡлау, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла, хатта мөнәсәбәттәрҙә лә самаларҙан сыҡмау. «Нисек булырға һуң һинең менән? – тип һорай икән өйләнешкән йылда ире. – Иркә һүҙҙәр әйтһәм, юхаланаһың, тиһең. Ҡыҙыбыраҡ өндәшһәм, иларға тораһың». «Тигеҙ генә бул минең менән. Үтә наҙлы ла, артыҡ ҡаты ла булма», – йәш кәләштең теленә боронғоларҙың тормош аҡылын берәйһе һалып ҡуйған, тиерһең...
«Инанам иманыма, һыйынам собханыма, сәләмдәремде ебәрәм мең йыл ятыр мәканыма. Барыр ерем – мәканымды ла онотмайым, ә әлегә Хоҙай бүләк иткән ғүмерҙе рәхәтләнеп йәшәй бирәйем». Уның көйләп әйткән был һүҙҙәре ҡолаҡта йыр булып яңғырап тора. Һуғыш йылдары балаһы, тыл эшсәне Фәүзиә Яхъя ҡыҙының тарихы саҡматаштай ныҡ, тормошто матур сабырлыҡ менән ҡабул итеүсе быуындың яҙмышын көҙгөләге кеүек сағылдырыуы менән ҡәҙерле.
Альмира КИРӘЕВА.
Ҡыйғы районы.
Ҡыйғы районы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә