Һынауҙарҙа сыныҡҡан йөрәк

Һынауҙарҙа сыныҡҡан йөрәкТәҡдиренән көслөрәктәр, сыҙамдар алдында ҡыйынлыҡтар баш эйә, ҡаршылыҡтар артҡа сигенә, тиҙәр. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Роза Әҡсән ҡыҙы Вәлишинаның әсе һынауҙарҙан һәм еңеүҙәрҙән туҡылған яҙмышы был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тулы мәғәнәһендә раҫлай. Инде нисә ҡабат янып, көлдән гөл булып ҡалҡҡан көслө рухлы ҡатын, әсә һәм абруйлы уҡытыусының бөгөн донъяға ҡот өләшеп, нур бөркөп йәшәүе – үҙе мөғжизә.

...Яҡшы уҡыған, дәрт­ләнеп ушу түңә­рәгенә йөрөгән, ярҙамсыл һәм алсаҡ Роза ниңә ундай хәлгә тарығандыр? Яҙмыш һынауы, ә, бәлки, осраҡлыҡ, тиер кемдер. Дөйөм ятаҡ бүлмәһенә уйламағанда килеп ингән бәндәнең йыртҡыс тырнағынан бүлмәләш ҡыҙын ҡотҡарам тип уҡтала һылыу. Шул ваҡытта ирҙең уға ябырылыуынан ҡасыр өсөн 4-се ҡаттан һикерә. Тәнен генә түгел, йәнен йәнсеткән хәлде хәҙер телгә лә алғыһы килмәй. Ләкин ул мәлдәге өҙгөләнеүҙәр, һынған һөйәктәрҙе металл пластина менән ялғауҙар, ҡатмарлы опера­цияларҙан һуң оҙайлы реабилитация – бер йылға яҡын ғүмере үлем менән көрәшеп үтә уның. «Дауаханала ятам, хәлемдең ни хәтлем ауыр икәнен үҙем аңғарып етмәйем, башҡалар ҙа ләм-мим, тиҙ шәбәйеп сығырмын, тип уйлайым. Ауыртыныуҙарым, хәрәкәтһеҙ тормошом, дауахана стенаһы шул хәтлем үҙәгемә үтте. Ярты йылдан ҡултыҡ таяғы килтереп тотторҙолар ҙа, һиңә беренсе төркөм инвалидлыҡ бирәбеҙ, тик берәй туғаныңа йөрөп юлларға кәрәк булыр, тинеләр. Эй ғәрләндем, ҡултыҡ таяғын ҡабат күҙемә күрһәтмәгеҙ, мин барыбер аяғыма баҫасаҡмын, тинем әсенеп. Бөтә ихтыяр көсөмдө туплап, яңынан үҙ аллы атларға өйрәнергә тура килде. Уҡыуҙы дауам итергә рөхсәт алғас, тән һыҙланыуын еңеп, лекцияларға йөрөй башланым», – ти ғорур тәбиғәтле Әбйәлил ҡыҙы, йәш­легендәге һынылышлы мәлен бәйән итеп. Был – Розаның яҙмышына яҙған һынауҙарҙың береһе генә. Ә бит яҡты донъяға тыуғандан алып төрлө ҡаршылыҡтар һағалап ҡына тора уны, әйтерһең...
Альбина ҒӨБӘЙҘӘЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Роза Вәлишина




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook