Ихтыярға сик юҡ...

Ихтыярға сик юҡ...Сәйер инде тормош тигәнең. Кемгәлер аҡ юл һайлай, кемделер һынауҙарға күмә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Венера Ғәлләм ҡыҙы Абдуллина менән аралашҡандан һуң уның яҙмышына осраған аяуһыҙ кәртәләргә һәм еңеүҙәренә хайран ҡалмаҫлыҡ түгел. Әммә ул әҙәм балаһы күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтарға баш бирмәй, «Ҡояш булмаһа, ай бар, ай булмаһа, йондоҙ бар!» тип йәшәй.
Ихтыярға сик юҡ...
…Тормошҡа яйлап ҡына ҡайта ул. Хәйер, йүгереп йөрөгән көйө бер көн килеп мәңгелеккә аяҡһыҙ ҡал әле! Хоҙай һаҡлаһын, бындай кисереште һау кеше аңларлыҡ түгел!
Эйе, күпме сабырлыҡ, түҙемлек, тормошҡа һөйөү кәрәк аяҡһыҙ көйө аяҡҡа баҫыу өсөн. Шуға был һынауҙы ошондай бәләгә тарыған һәр кем үтә алмай. Ҡайһылар күберәк кеше менән аралашырға, йәмғиәттең уртаһында ҡайнарға ынтылһа, икенселәр урындыҡҡа, түшәккә һыйыныуҙы хуп күрә. Венера апай иһә хәленә тиҙ төшөнә, әммә, мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, үҙен сикләп йәшәүгә юл ҡуймай.
Бер нисә тапҡыр аяғына баҫып ҡарай Венера Ғәлләм ҡыҙы, ботон һындырып бөтә ошо арҡала. Тик, үҙе әйтмешләй, Хоҙай шулай насип иткәндер, бик оҙаҡҡа бармай бындай бәхетле мәлдәр – тәне тыңлашмай ҙа ҡуя.
– Бөтә нәмәнән ваз кисеп, көнө-төнө шөғөлләнгәндә, кире сәләмәт тормошҡа ҡайтып була. Бының өсөн махсус программалар ҙа, курстар ҙа бар. Тик минең йәшәү асылым, тормош мәғәнәм бында түгел. Әлдә йәш саҡта уҡ аңлағанмын: тормошта һин осаһыңмы-йөрөйһөңмө – был мөһим түгел. Төп мәғәнә – артыңдан эҙ ҡалдырыу. Изгелек булараҡ, балаң сүрәтендә лә ҡала ул, – ти Венера апай…

…Күрәһең, бала тыуҙырыу теләге шул тиклем көслө булғандыр – Венера апайҙың буйға уҙыуына, сабыйын донъяға килтереүенә һәм үҙе ҡарап үҫтерергә теләүенә табиптар ғына түгел, бөтә йәмәғәтселек аптырамай-һоҡланмай ҡалмай. Үкенескә ҡаршы, бәхетле тормош оҙаҡҡа бармай: өйләнешеп, ун йыл үтеүгә ғаилә башлығы вафат була. Шулай итеп, таянырҙай кешеләрен – өләсәһен, ирен – тартып алып, яҙмыш йәнә сираттағы һынауын ебәрә Венера апайға. Әммә итәгендәге мөхәббәт емешен – кескәй генә сабыйын – ҡосаҡлап ҡалған ҡатын был саҡта ла бирешмәй. Киреһенсә, ҡыҙы Ильвира менән бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. Әйтергә кәрәк, был ваҡытта әңгәмәсемдең дөрөҫ тәрбиәһе лә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр. Һәр хәлдә, бәләкәс кенә сабыйҙың яңғыҙы магазинға икмәк алырға йөрөгәнен күргәнегеҙ бармы?! Икәүҙән-икәү генә йәшәп ятҡанда Ильвираның үҙ тормошон ҡороп ебәреүе ғаиләгә йәнә бер һынау һымаҡ тойола. Атап әйткәндә, ярҙамға мохтаж яҡын кешеңде ҡалдырыу еңелме ни?..
Рәмил МАНСУРОВ.

Эльдар ФӘТТӘХОВ һәм ғаилә архивы фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook