«Рәхмәт, яҙмыш, һәр бер һынауыңа!»
Ун һигеҙ йыл буйы бер матур ҡалыпта – уҡытыусы ролендә йөрөп өйрәнгән ханыма элекке хеҙмәттәштәре хәҙер, үҙгәргәнһең, тип аптырай. Яңы тормош башлағас, уға, ысынлап, донъяға ҡарашын ғына түгел, үҙен тотошон ҡырҡа үҙгәртергә тура килә. Сөнки көн һайын аяҡтарында ныҡ баҫып торған йәштәр, эшҡыуарҙар менән аралаша. Ә бизнес кешеләре – һәр яҡлап ирекле халыҡ. Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Шәрипова шуға шаяртып, ябайлаштым, етди ҡиәфәтемде ситкә алып ҡуйҙым, ти.
…Уҡытыусылыҡ эше бик оҡшаһа ла, Гөлназ Әнүәр ҡыҙы үҙен икенсе яҡлап һынап ҡарарға теләй. Балаларға туйҙар үткәрәһе, иркен фатир алаһы бар, нисек тә аяҡҡа баҫырға кәрәк, тигән фекергә килә. Хоҙайҙан күңелгә ятҡан, кешеләргә файҙа килтерерҙәй эшкә тотонғом килә, юл күрһәт, тип үтенә. Төшөндә асыҡ итеп шәхси балалар баҡсаһын күрә. Бығаса ишеткән, белгән нәмәһе түгел, интернетта ултырып, шул хаҡта ике ай мәғлүмәт туплай. Кредит ала, йыһаздарға заказ бирә. Атаһынан фатиха һорай, ул: «Ҡыҙым, булдыраһың, тик һуҙма, һыуынып китмәҫ борон башла», – ти. Әҙәм балаһы нимәгә тотонһа ла, Аллаһы Тәғәлә уны тәүҙә ныҡлыҡҡа, изге күңеллелектә һынай – эшен яйға һалғансы арыу ваҡыт үтә. Тәүге йыл килем алмай эшләргә, хатта эш асырға тип алған кредитты түләргә һәм ғаиләне ашатыр өсөн өҫтәп кредиттар алырға тура килә эшҡыуарға. Шуға ҡарамай, дәртләнеп эшләп йөрөгән ҡатынға ғаилә хәстәрҙәрен иңенә алырға теләмәгән тормош иптәше, йә мин, йә эшең, тигән шарт ҡуйғас, юлдары айырыла.
«Ҡояшҡай» шәхси балалар баҡсаһы бөгөн гөрләп эшләй. Унда эшен яратҡан, һәр сабыйға шәхес итеп ҡараған хеҙмәткәрҙәр тупланған. Баҡсаға йөрөгән бәләкәстәрҙең атай-әсәйҙәре менән дә аралашып, дуҫ йәшәй етәксе. Уларҙан күп нәмәгә өйрәндем дә, ти. Тикшереү өлкәһе лә матур эшләй беҙҙең илдә. Әленән-әле йә һалым йыйыусы органдар, санэпидемстанция йә прокуратуранан килеп торалар, әммә өлгөр ханымдың һынатҡаны юҡ. Айбулат улы менән ҡыҙы Шәүрә лә – үҙенә оҡшап көслө рухлы, лидерҙар. Айбулат бөгөн медицина институтында белем ала, Шәүрә 20-се башҡорт гимназияһында һигеҙенселә уҡый. Ә ете йәшлек Наҙгөл холҡо менән бөтөнләй икенсе, тыумыштан уйсан бала. Берәй аҙна мәсеткә бармаһалар, хәйер бирәйек, тип әсәһен етәкләп алып китә икән. Өс балам – өс терәгем, ти Гөлназ Әнүәр ҡыҙы. Эшендә лә уларға таяна. Шәүрә баҡсаның керҙәрен йыуышһа, Айбулат баҙарҙан аҙыҡ-түлек хәстәрләй. Балалар баҡсаһына алған йыһаздарҙы ла улы ҡороп биргән. Ә Шәүрә каникулдарҙа тәрбиәсе ярҙамсыһы ла булып эшләп ала. Ял көнө бәләкәс Наҙгөл дә бинаны йыйыштырыша. Ә ауылдағы өләсәләре балалар баҡсаһына тип еләк-емеш әҙерләп туңдыра, йүкә сәскәһе йыя, олаталары тоҡлап бәрәңге әҙерләй. Эште бергәләп алып барғас, күңелле лә, еңел дә...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Әсә Ҡатын-ҡыҙ