«Тәңкә баҫтым күлдәгемә»

«Тәңкә баҫтым күлдәгемә»

Магнитогорск ҡалаһынан Гүзәл Намаҙбаева:

«Әбйәлил районы Йәлембәт ауылы ҡыҙымын. Әсәйем таҫмалар һалып милли күлдәктәр тегә. Үҙе лә ҡупшы йөрөргә ярата, таныш-тоноштарын да матурлыҡҡа әйҙәй – зауыҡлы кейемдәр менән һөйөндөрә. Әсәйемдән күреп мин дә күңелемә милли рух һеңдереп үҫтем, бәләкәйҙән халҡым ынйыларына ғашиҡмын. Әлеге көндә бала саҡ ынтылышым яратҡан һөнәремә әйләнде, заманса күлдәктәргә башҡорт биҙәктәре һалып тегәм. Магнитогорск ҡалаһында йәшәгәс, үҙебеҙҙә етерлек мәғлүмәт тапмай, Өфөгә килеп, музейҙағы башҡорт кейемдәрен өйрәнергә, китапханаларҙа күп эҙләнергә тура килде. Хәҙер төрлө кейемдә лә башҡорт биҙәген ҡулланам.

Фотолағы күлдәктәргә килгәндә, тәүге коллекцияға «Ағиҙел» тип исем ҡуштым. Унда үҫемлектәр композицияһы, ҡусҡар биҙәге өҫтөнлөк итә. Ә икенсе коллекцияла башҡорт милли кейемендә йыш осраған ҡыҙыл төҫкә өҫтөнлөк бирҙем, тәңкәләр менән биҙәнем».



Теги: МИЛЛИ бәйгеләр Милли биҙәк




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook