Киләсәккә сәләм хаты

Өфө ҡалаһынан Әминә Кашапова:
«Милли кейем – олатай-өләсәйҙәребеҙҙең киләһе быуынға ебәргән сәләм хаты, баһалап бөткөһөҙ байлығыбыҙ. Халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш, тип һанайым.
Заманса күлдәктәргә милли биҙәктәр өҫтәп, башҡорт кейеменең матурлығын иҫкә төшөрөргә теләнем. Милли мотивтар буйынса башҡарылған ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге коллекцияһы – диплом эшем. Көндәлек тормошта ла, тантана-кисәләргә кейеү өсөн дә ҡулай. Үҙем тураһында: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлап, әлеге ваҡытта технология уҡытыусыһы булып эшләйем».
Теги: Милли биҙәк