Оҫтабикәләр үҫә

Оҫтабикәләр үҫәҺеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙҙар – Сибай ҡалаһынан апалы-һеңлеле Наҙгөл һәм Гөлйөҙөм Ҡотләхмәтовалар. Улар «Башҡортостан ҡыҙы» иғлан иткән конкурсҡа башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән үҙенсәлекле кейем өлгөләре тәҡдим итә.

«Өҫ кейеменән, башлыҡтан һәм сумканан торған был коллекция – Сибай Балалар һынлы сәнғәт мәктәбен тамамлағандағы диплом эшебеҙ, – ти оҫта ҡуллы ҡыҙҙар. – Уны флистан тектек, ул бик йылы, уңайлы туҡыма. Биҙәктәрҙе яһағанда ҡоро әүәләү алымын ҡулландыҡ. Ҡусҡар – уңыш, кешенең ижади эшмәкәрлеге билдәһе, ромб – ер эштәре символы. Башлыҡтарҙағы ҡояш йылылыҡты, яҡтылыҡты һынландыра, ә йөрәк ҡунаҡсыллыҡты аңлата. Беҙҙе ошондай матур шөғөлгә өйрәткәне өсөн уҡытыусыбыҙ Яҙгөл Миңлеғәле ҡыҙы Йәнсуринаға ҙур рәхмәтлебеҙ!»

Ҡыҙҙарҙың икеһе лә быйыл Балалар һынлы сәнғәт мәктәбен тик «5» билдәләренә тамамлап, таныҡлыҡ алған. «Дизайнер класында шөғөлләнеүҙәренең файҙаһы ҙур булды. Үҙҙәренә күлдәк, итәк тегеп кейһендәрме, башҡа ҡул эштәренә тотонһондармы – һәр нәмәне сынъяһау итеп башҡарып ҡуялар. Аталары Әмир иҫән булһа, рухлы, сая ҡыҙҙарының тырышлығына сикһеҙ һөйөнөр ине», – ти әсәләре Гөлназ Һиҙиәт ҡыҙы.

Наҙгөл менән Гөлйөҙөм әлеге ваҡытта Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем ала. Төп уҡыуҙарында ла һынатмай улар. Оҫта ҡуллы, уңған ҡыҙҙарға уңыштар ғына юлдаш булһын!



Теги: Милли биҙәк




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook