ҠӘҘЕРЛЕЛӘРЕМДЕҢ ИҪТӘЛЕГЕ

Һеҙ ниндәй гөлдәр яратаһығыҙ, әхирәттәр? Уларҙы тәрбиәләүҙең үҙегеҙ генә белгән серҙәре бармы? «Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Өйөм йәме гөл генә» тип аталған бәйге иғлан итә. Ҡатнашыу өсөн өйөгөҙҙәге гөлдәрҙе фотоға төшөрөп, редакция адресына һалырға кәрәк.
Гөл нисек атала, ниндәй үҙенсәлектәре бар, уны ҡайһылай ҡарайһығыҙ, ошо сәскә менән бәйле ҡыҙыҡ йә иҫтәлекле мәлдәр... Бәлки, һеҙҙең өйҙә һирәк осраған гөлдәр ҙә үҫәлер? Хаттарығыҙҙы 31 октябргә тиклем көтәбеҙ!


Мәләүез ҡалаһынан Наилә ӘЙҮПОВА:
– «Ҡышын өй эсен биҙәгән гөлдәрем, яҙ еткәс, ихата тирәләй ишек алдын йәмләргә сыға. Яран гөлөнөң унлаған төрө бар. Был гөл – әсәйемдең иҫтәлеге. Тыуған йортобоҙҙа (Нуриман районы Нимесләр ауылы) тәҙрә төптәре яран гөлө менән тамсыгөлгә күмелеп ултырыр ине. Әсәйем Фатима сәскәләр яратты, атайым да, уның был шөғөлөн яҡын күрептер, йөрөгән ерендә үҙенсәлекле гөл күрһә, ботағын алып ҡайта торғайны. Шулай пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәнеләр, беҙҙе аяҡҡа баҫтырҙылар. ҠӘҘЕРЛЕЛӘРЕМДЕҢ ИҪТӘЛЕГЕ Әсәйемдән алып киткән гөлөмдө үрсетеп, уны тыуған яҡтың бер киҫәге кеүек күргәнмендер. Ана улар хәҙер күпереп сәскә ата, яҡын кешеләремдең иҫтәлеге булып тора. Пеларгонияның башҡа төрҙәрен дә йыя барҙым, орлоғон һатып алып та үҫтерҙем. «Холҡо» нәҡ ҡатын-ҡыҙҙыҡы был гөлдөң: һалҡын-ҡырауҙарға бирешеп бармай, инде ҡорой тиһәң, яңынан ҡалҡынып китә, гөрләп сәскә ата башлай...
Ҡына (бальзамин) гөлдәрем дә ҡыуандыра, шулай уҡ бер нисә төрө бар. Уны башҡаса «еүеш Ваня»тип тә йөрөтәләр. Быныһын ҡәйнәмдең төҫө итеп тотам. Ул да гөлдәрҙе яратып тәрбиәләй ине.
Еребеҙ бик бәләкәс, ике сутый ғына. Шунда мөмкин тиклем йәшелсә-емеш, сәскә үҫтерергә тырышабыҙ. Беҙҙең осраҡта сәскәләрҙе көршәктәрҙә үҫтереү отошлораҡ. Улар өйҙө тирә-яҡтан уратып алған. Иртән уяныу менән, сәғәт алтыларҙа тышҡа сығам. «Нисек төн сыҡтығыҙ? Өшөмәнегеҙме?» – тип өндәшәм гөлдәремә. Оҙонайып китһәләр, баштарын ҡырҡып, яңынан тамыр ебәрергә ҡуям. Шулай улар, артҡандан-арта барып, ихатаны тултыра...ҠӘҘЕРЛЕЛӘРЕМДЕҢ ИҪТӘЛЕГЕ
«Ҡулыңдан тамсы тама», – ти таныштарым миңә. «Тик тамсы гөлөн генә бер ҙә үҫтерә алмайым әле ул», – тип яуап бирәм шаярыу ҡатыш. Ысынлап та, йыл да ултыртам, тик ни сәбәптәндер, көйә төшә лә ҡуя. Ниндәйҙер бер серен белмәйемме икән? (Бәлки, журнал уҡыусылар кәңәштәре менән уртаҡлашыр?)
Яҙға сығыу менән, төптәрен йомшартам да, бер литр һыуға бер тамсы йод тамыҙып, гөлдәргә һибәм. Тағы бер ашламаны шулай әҙерләйем: йомортҡа ҡабығын ҡәһүә тартҡыста онтайым да тупраҡ менән бутайым. Бер көршәккә бер ҡалаҡ самаһы һалам. Күсереп ултыртҡан мәлдә лә һауыт төбөнә йомортҡа ҡабығы һалып ҡалдырам.
Сүпрәне гөлдәр ҙә, йәшелсәләр ҙә ярата. Бер ҡап ҡоро сүпрәне бер биҙрә һыуҙа иретәм дә өс көн йылы урында тотам. Артабан уны бер стакан алып, бер биҙрә һыуға һалып болғатам, шуны бөтә үҫентеләргә һибәм.



Теги: Өйөм йәме гөл генә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook