ҠАНДАН КҮСКӘН ҺӘЛӘТ
Ғафури районы Сәйетбаба ауылы һылыуы Рәйлә Сабитова уҡыусыларыбыҙға иҫтә ҡалырлыҡ хикәйәләре, повестары аша таныш. Һәләтле кеше һәр өлкәлә һәләтле була, тиҙәр. Рәйлә лә үҙен дизайнер булараҡ та һынап ҡарай. Бәйгегә ул милли биҙәге менән күҙҙе иркәләгән үҙенсәлекле жилет менән сумка тәҡдим итә.
«90-сы йылдар башынан бирле әсәйем камзулдар тегә, һәр күлдәгенеке айырым бар, тиһәм дә яңылышмам. Бер 5-6 йыллаптыр, һаҡалдар эшләүгә тотондо. Мәрйен, сутаж ебе менән биҙәүле ҡалпаҡтар, әберкәле итәктәр, биҙәкле камзул, һаҡал... Былар – минең әсәйемдең көндәлек кейемдәре. Әхирәттәренә лә байтаҡ башлыҡтар текте. Сумка һатып алғанын бөтөнләй иҫләмәйем. Әсәйем үҙ заманында ауылда «бытауай» асҡан кеше, оҙаҡ йылдар махсус белемһеҙ тегенсе булып эшләне. Әммә әле аңлауымса, ул һәләтле дизайнер булған, сөнки бер ҡасан да кемгәлер эйәреп йәки ҡарап түгел, ә барыһын да үҙе уйлап сығарып эшләй. Уға әҙер кейем бүләк итерлек түгел, куртка-тундарға тиклем үҙенсә үҙгәртеп бөтә. Кәүҙәгә йәтешлегем арҡаһында миңә лә был эшкә өйрәнергә тура килде. Тарихыбыҙ, көй-йырҙарыбыҙ, кейем-биҙәүестәре беҙгә булған наҙым хәҙер яңы юҫыҡҡа күсте. 1998 йыл туйыбыҙға үҙебеҙсә стилләштерелгән милли кейем кейгәйнем, хәҙер иһә милли нағыштар менән көндәлек тормошомдо ла биҙәйем.
Камзул һымаҡ эшлекле жилет килтереп сығарыуыма иң һөйөнгәне әсәйем булғандыр: «Ҡандан бит, ҡандан», – тип ғорурланды. Сумкамды рәхәтләнеп тотонам, иғтибар итәләр, заказға ла эшләнем. Оло ҡыҙым башланғыс кластарҙа уҡыған сағында уҡ «Башҡорт милли кейеменең хәҙерге көндәге роле» темаһына фәнни эш яҙып район буйынса еңеү яулағайны, артабан да, мин әсәйемдән күргән кеүек, ошо юҫыҡ та үҫер, тип өмөтләнәм», – ти Рәйлә.

Теги: Милли биҙәк