Изге хәтер балҡышы

Мәсетле районы Әбдрәхим ауылынан Сажиҙә Фәйзрахманова «Селпәрәмә килгән яҙмыштар» тигән мәҡәләһе өсөн (№ 8) беренсе урынға лайыҡ булһа, «Тамуҡты үтеп» тигән баш аҫтындағы яҙмаһы (№ 5) донъя күргән Стәрлетамаҡ һылыуы Рәйлә Назарғолова икенсе урынға сыҡты. «Яугир намыҫы» тигән яҙмаһын (№ 3) тәҡдим иткән Чехиялағы милләттәшебеҙ Миләүшә Годбодь (Ҡолмөхәмәтова) менән «Нәҫелебеҙ батыры» очергы (№ 10) баҫылған Учалы ҡыҙы Гәүһәр Мозафарова (Әлибаева) өсөнсө урынды бүлеште.
«Атайым ҡаһарманлығы» тигән яҙмаһы өсөн (№7) Миәкә районы Боғҙан ауылында йәшәүсе Клара Ноғмановаға һәм «Йылдар аша ҡайтҡан моң» очергы (№ 5) авторы – Өфөлә ғүмер итеүсе Лилиә Әбүзәроваға дәртләндереү приздары билдәләнде.
Ул шанлы йылдарҙың даны мәңгелек икәнен дәлилләп, изге хәтерҙе балҡытҡан ижадсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Теги: