«Яҙмыштар ҙа, гүйә, ҡорама...»

Йыл башында «Бәйләнештә» сайтының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлек тә иғлан ителгән «Ҡорамасылар бәйгеһе»нә йомғаҡ яһарға ваҡыт етте, әхирәттәр. 67 бәйгесенең бихисап эше араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңел түгел, әлбиттә. Урындар ошолай билдә- ләнде:
1-се урын – Рәшиҙә Ғиззәтуллина (Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы),
2-се урын – Ләлә Ғүмәрова (Әбйәлил районы Амангилде ауылы),
3-сө урын – Зөлфиә Диргамова (Өфө ҡалаһы).
Тәүге ике урынға лайыҡ булған һылыуҙарыбыҙҙы – теген машинаһы, ә өсөнсө урын алған оҫтабикәбеҙҙе үтек менән бүләкләйбеҙ.
Бынан тыш махсус приздарыбыҙ ҙа бар.
Әбйәлил районынан Тәғзимә Мәхийәнова– БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясованың;
Көйөргәҙе районынан Рәйсә Яныбаева – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның;
Белорет районынан Гөлсирә Салауатова – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаның;
Баймаҡ районынан Ғилмияза Буранғолова – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапованың;
Бөрйән районынан ГөлсирәСолтанбаева – РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһаринаның;
Әбйәлил районынан Рәйлә Килдейәрова – Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованың;
Әбйәлил районынан Тәслимә Хөснөтдинова – яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың;
Баймаҡ районынан Рәшиҙә Баһауетдинова – Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡованың,
Хәйбулла районынан Фәрзәнә Юланова – «Башбланкиздат» типографияһы директоры Гөлсәсәк Әлибаеваның;
Өфө ҡалаһынан Юлиә Батисова – Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Сәсәндәр үҙәге етәксеһенең урынбаҫары Гөлгөнә Баймырҙинаның;
Белорет районынан Камила Дәүләтбаева – Хәйбулла районы хакимиәтенең;
Өфө ҡалаһынан Наилә Иҫәнбаева – «ZILI ART» матурлыҡ салоны етәксеһе Зилиә Йәғәфәрованың махсус призына лайыҡ булды.
«Бәйләнештә» сайтының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө етәксеһе, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова барлыҡ ҡатнашыусыларға ла үҙенең ижад емештәрен – китаптарын тапшырҙы.
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.
Теги: