Мөлдөрәмә генә тулы хистәр

Донъяла әсәйҙекенән дә көслөрәк, мәрхәмәтлерәк, хислерәк йөрәк юҡтыр! Әҙәбиәт йылы уңайынан журналыбыҙ иғлан иткән «Әсә йөрәге» шиғыр бәйгеһендә ҡатнашыусылар был ысынбарлыҡты йәнә иҫбат итте. Ғорур башҡорт ҡатынын ер йөҙөндәге бер генә ҡөҙрәт теҙ сүктерә, баш һалдыра ала, ул да булһа – бала хаҡы, ошо хәҡиҡәтте яңынан асты улар.

...«Әйтегеҙсе, бер мин генә шулай
Баш тартаммы алтын-көмөштән?
Урынына, Хоҙай, һаулыҡ, тәүфиҡ,
Бир балама иң ҙур өлөштән»,
– ти «Доғаларым балам хаҡына» исемле шиғырында һәләтле йәш ижадсы Рәзилә Ырыҫҡужина.
Уның фекерен ҡеүәтләп тағы бер ҡатнашыусыбыҙ, Учалы районы «Яйыҡ» гәзитенең баш мөхәррире Римма Солтанова:
«Абынһам да, һөрөнһәм дә,
Алға барам, юлдар ярам,
Һинең өсөн генә, балам!»–
тип яҙа. Ятланған, күңелдә йөрөгән ябай һүҙҙәр. Әммә уларға ниндәй ҡайнар кисерештәр һеңгәнен һәр әсә аңлай, тоя торғандыр.

«Әсә йөрәге» бәйгеһенә килгән илле ике эш араһынан шарттарҙы теүәл үтәгән ун алтыһы финалға сыҡты. Улар баҫмабыҙҙың «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөнә урынлаштырылғас, шул тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Лайк һәм репостарҙы күҙәтеп тә өлгөрә алманыҡ. Һәр бәйгесе өсөн янып-көйгән йөҙәрләгән кеше табылды. Видеолар ҡуйылғас та, төркөм битенә көнөнә бишәр мең кеше инеп ҡарауы үҙе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй...
Мөлдөрәмә генә тулы хистәр
Мөлдөрәмә генә тулы хистәр
Мөлдөрәмә генә тулы хистәр
...Урындарға килгәндә инде, лайктар йыйыуҙа Миңлегөл Тайсинаға етеүсе булманы. Беренсе урынды Рәйсә Ғәзизова менән Светлана Сөләймәнова бүлеште. Өмөтлө йәштәребеҙ Әнүзә Ғиззәтулина, Наҙгөл Ғәлиева һәм Зарина Бағышаеваларҙы айырмай, өсөһөн дә икенсе урын менән билдәләнек. Ил хәстәрҙәрен дә, ғаилә мәшәҡәттәрен дә иңдәрен дә тартҡан, ижадта ла сағыу балҡыған Рәзилә Рысҡужина, Римма Солтанова, Сәфинә Хәкимовалар – өсөнсө урында.
«Асыш» номинацияһын Гүзәл Бегимға бирергә ҡарар иттек.
«Сәсәниә – ил инәһе» – Тәнзилә Ҡотлобаева, «Рух илсеһе» – Земфира Аҡбутина, «Телдәренән бал тама»– Айгөл Иҙелбаева, «Бер ҡулымда балам, береһендә ҡәләм» – Айгөл Муллағәләмова, «Араларҙы һүҙ йылыта» – Рәзилә Салауатова , «Иҙел башы инештә» – Әлмира Кашапова, «Күңел туҫтаҡтары моң ғына» – Зимфира Әбушахманова, «Йондоҙҙарға ҡарап юл алдым» – Таңсулпан Рәсүл, «Һүҙ тылсымы» –Танагөз Толҡынҡыҙы, «Нағыштан сиккән юлдар» – Сулпан Зарипова-Четин, «Йөрәккәйе тулы моң-һағыш» – Алла Буюк...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook