Нәҫелебеҙ батыры

Нәҫелебеҙ батыры Өләсәйем Хәкимә Әлибаеваның өс улы: Хәбип, Әхмәт һәм Әҙһәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Иң бәләкәй ҡустылары, минең атайым Илһам, йәше етмәү сәбәпле, һуғышҡа алынмай. Хәбип олатайым, 25 йыл тыуған ил һағында тороп, майор дәрәжәһендә тыуған яғына ҡайтты, Сибай ҡалаһында йәшәне. Әхмәт олатайым, һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа ебәрелеп, батырҙарса һәләк була. Әҙһәм олатай 17 генә йәшендә үҙ теләге менән яуға китә, һуғышты Дан ордендарының тулы кавалеры булып тамамлай. Күрһәткән батырлыҡтары хаҡында гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан, улар махсус документтар менән дәлилләнгән. Түбәндә шуларҙың икәүһен генә килтерәм.

...Хәҙер иһә Лиза инәйгә (уны олатай һәр саҡ Сөйөмбикә тип йөрөткән) 89 йәш. Олатайға быйыл 90 тулыр ине. Сөйөм инәйем олатай тураһында хәтирәләрен һүтә.
– 1943 йылдың ғинуарында армияға алынған егеттәр араһында Әҙһәм дә бар ине. Оҙатыу кисәһенә Муллаҡай ауылының бөтә йәштәре йыйылды. Ритайым бейей белмәһәм дә, мин дә кисәгә барҙым. Егеттәрҙе оҙаттыҡ. Уҡый-яҙа белмәгән ололар үтенеүе буйынса, фронттағы улдары һәм ирҙәренә улар исеменән хат яҙам. Ҡулыма нисектер Әҙһәмдең адресы килеп эләкте һәм беҙ уның менән хат алыша башланыҡ. Ике арала һөйөү ептәре һуҙылды. Һуғыш бөткәс, өйләнештек.
Әҙһәмдең белмәгән һөнәре юҡ ине. Теләһә ниндәй музыка ҡоралында тота һалып көй сығара, матур итеп һүрәт төшөрә, моңло йырлай торғайны. Донъя көтөргә әүәҫ булды.
Ғилем алырға ынтылды, күп уҡыны һәм мине лә белемгә ылыҡтырҙы. Кер йыуам икән, ул, яныма ултырып, ҡысҡырып китап уҡыр ине. Шулай итеп, күп китаптарҙы бергә уҡып сыҡтыҡ.
Беҙ бик татыу ғүмер иттек. Тормош ауыр булһа ла, уның менән йәшәү бик еңел ине. Ике һыйыр аҫыраныҡ, малды гел үҙе ҡараны.
Ул осорҙа берәүҙә лә баҡса юҡ. «Әйҙә, баҡса үҫтерәйек», – ти бер саҡ Әҙһәм. Лорх тигән профессор ысулы менән картуф үҫтерергә булып, ҡыш буйына көл йыйҙыҡ. Ишек алды тулып ятҡан ташты арбаға йыйып түктек. Ул оя ҡаҙый, ә мин борсаҡ хәтлем генә картуф орлоғон сәсеп йөрөйөм. Үҫентеләргә йәй буйы йылғанан ташып һыу һиптек. Картуф шул ҡәҙәре эре булды. Ҡыяр, кәбеҫтә, кишер ҙә бик уңа торғайны. Өйҙә баҙ ҡаҙып, йәшелсәне шунда һаҡланыҡ. Икмәк юҡ ине, әммә һөт-ҡатыҡ һәм йәшелсә булғас, бирешмәнек...

Гәүһәр МОЗАФАРОВА-ӘЛИБАЕВА.
Учалы районы, Бөйҙө ауылы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook