«Башҡортостан ҡыҙы»на – 50!»

«Башҡортостан ҡыҙы»на – 50!»
Журналыбыҙҙың 50 йыллыҡ юбилейына арналған ижади бәйге яҙмаларын байҡап, ысын-ысындан халыҡ баҫмаһы булған «Башҡортостан ҡыҙы»ның алтын тарихын йәнә бер күҙ алдынан үткәрҙек. Илһамлы ҡәләмдәренә йөрәк утын ҡушып, үҙ заманы һулышын, рухын еткергән, оло һөйөү менән дәүерҙәштәренең матур ғәмәлдәрен, оло маҡсаттарын, уй-кисерештәрен тасуирлаған Мәрйәм Бураҡаева, Әнисә Таһирова, Йомабикә Ильясова, Факил Мырҙаҡаев, Флорида Иҫәнбаева, Таңһылыу Ҡарамышева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлнур Яҡупова, Диана Килдиналарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә. Редакциябыҙҙа төрлө йылдарҙа эшләгән был билдәле шәхестәрҙең журнал биттәрендә үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашыуы ҡасандыр уларҙың яҙмаларын түҙемһеҙләнеп көтөп алған кешеләр өсөн дә үтә танһыҡ һәм ҡәҙерле булғандыр, тип уйлайбыҙ.

Бәйге уңайынан дәртләнеп, ҡулдарына ҡәләм алған түбәндәге уҡыусыларыбыҙҙы еңеүселәр тип билдәләнек:

Вячеслав Стрижевский-Аҡман-Тоҡман («Күгәрсенем минең», №4, 2017),

Земфира Тимербаева («Яҙмышыма төшкән бер бәхет», №10, 2017),

Зөһрә Бәшәрова («Яҡты ҡояш – булмышында», №1, 2018),

Әхәт Сәлихов («Тамырҙарҙы юллап», №4, 2018).

Уларға ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы еткерәбеҙ!




Теги: бәйгеләр Башҡортостан ҡыҙына 50 журнал




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook