Йәнгә яғымлы
Мәләүез районы Смаҡ ауылынан Фәнзилә Бураканова ҡул эшенең һәр төрө менән дә ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә. Етмеш төрлө һөнәргә эйә, тиҙәр уның тураһында. Дүрт бала әсәһенең күңеленә бигерәк тә атлас таҫманан сәскәләр эшләү, сәйлән менән сигеү, кейем тегеү яҡын.
Ә беҙҙең бәйгегә килтергән мауығыуы ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға. Мосолман кейемендәге уйынсыҡтарҙың кибеттә бөтөнләй осрамауын күрә ул һәм, был хәлде төҙәтмәксе булып, өйҙәге ҡурсаҡтарҙы үҙенсә кейендерә. Был шөғөл оҡшап китә, инде уларҙы башҡорт күлдәгендә күрергә хыяллана башлай. Хәҙер, ҡайҙа йөрөһә лә, милләтебеҙгә тартым йөҙлө ҡурсаҡтарҙы эҙләй, уларға кейем тегә, биҙәүестәрҙе лә үҙе яһай. Егәрле ҡатындың ҡул эштәре байтаҡ өйҙәрҙе, балалар баҡсаларын биҙәй.
Теги: Башҡорт ҡурсағы Милли биҙәк