Баҫ әле, баҫ әле...
Өфө районы Чесноковка ауылынан Фатима Хәйретдинова ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотона ҡул эштәренә. Әле фекерҙәштәре менән осрашыу урыны – Өфөләге «Селтәр» студияһында бергәләп халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәрен, йолаларын тергеҙәләр, уйын-көлкөгә лә, йыр-бейеүгә лә маһир улар. Был таҡыяны бәләкәстән бейеүгә ғашиҡ Фатима апай «Байыҡ» телевизион бәйгеһендә сығыш яһау өсөн әҙерләгән – 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Йәнтүрәнең ҡатыны Аҫылбикә образын тыуҙырған, тиҙҙән уны гала-концертта ла күрербеҙ. Алһыу төҫтәге таҡыя-ҡолаҡсын иһә бәз туҡыманан тегелгән, ул эҫе көндә ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан һаҡлай, һалҡынса һауала ла өшөтмәй.
Теги: Биҙәүестәр Милли биҙәк