Заманға яраҡлаштырып

Заманға яраҡлаштырып
Тәүәкәс ауылында йәшәгән Роза Ғәббәсова – Архангел районының абруйлы ағинәйе. Ғүмерен мөғәллимлеккә арнаған апай инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа, төрлө ҡул эштәре иһә район, республика күләмендә үткәрелгән күргәҙмәләрҙе биҙәй. Йәш ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән таҡыяларҙы ул заманса итеп эшләгән. Йөн ептән бәйләгән дә, ҡайһыһын сәйлән менән, ҡайһыһын сигеп биҙәгән, тәңкәләр ҙә ҡулланған.

Заманға яраҡлаштырыпБаймаҡ районы Ярат ауылынан Хәҙисә Мырҙаҡаева ла таҡыяны заманса башҡарған. Ҡыҙыл туҡыманан тегеп, төрлө төҫтәге сәйләндәр менән нағышлаған. Ошо уҡ стилдә эшләнгән иҙеү менән ул айырыуса килешә. Хәҙисә инәй аш-һыу оҫтаһы ла, ҡойған ҡағы, ҡайнатҡан ҡорото, бешкән майы, талҡаны, ҡыҙыл эремсеге ауыҙҙа иреп тора. Үҙенсәлекле ҡоролма – ылашы менән сит өлкәләрҙә ойошторолған күргәҙмәләрҙә лә ул халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтә. Ауыл китапханаһы янында эшләгән «Оҫта ҡулдар» түңәрәге ағзаһы ла ул. Бында хаҡлы ялдағы ханымдар аҙнаға бер тапҡыр йыйылышып ҡул эштәре менән булыша, төрлө йырҙар, таҡмаҡтар өйрәнә. «Етегән» тип исемләнгән фольклор төркөмө иһә сығышы менән төрлө сараларҙы биҙәй.



Теги: Милли биҙәк Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook