Һәр кем ҡыуаныр бүләк

Һәр кем ҡыуаныр бүләк







Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Гөлнара Хәкимова:

«Был таҡыялар – ҡәйнәм Флүрә Кәлимулла ҡыҙы менән икебеҙҙең хеҙмәт емеше. Оҫта ҡуллы ҡәйнәм теккәс, мин сигеп матурлап ҡуям. Шулай бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып эшләйбеҙ, йәшәйбеҙ. Бындай таҡыяларҙы йәйен ялға ҡайтҡан йәштәр ҙә, дингә килгән ололар ҙа теләп ала, хатта алты айлыҡ сабыйы өсөн махсус һорап тектереүселәр ҙә булды. Шөкөр, халҡыбыҙҙың милли асылы уяна, үҙебеҙсә кейенергә ынтыла хәҙер».
Һәр кем ҡыуаныр бүләк
Һәр кем ҡыуаныр бүләк








Әбйәлил районы Туйыш ауылынан Айгөл Вәлиева:

«Фәнил улым никахына аҡ таҡыяны үҙенсәлекле итеп биҙәп биреүемде һораны. Күңелгә ятышлы, матур ғына баш кейеме килеп сыҡты. Кибеттән алынған түбәтәйҙәрҙе сәйлән менән сигеп, нағышлау яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Таҡыяларҙың береһе икенсеһенә оҡшамай, рәсемдәр ҡабатланмай. Бындай бүләккә ир туғандарым ҡыуана, ҡәҙерләп кейеп йөрөй».
Һәр кем ҡыуаныр бүләк
Һәр кем ҡыуаныр бүләк




Теги: Таҡыя нағышы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook