Асмандан ҙур әсә йөрәге

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы. Гүзәл заттың оло бурысы – кешелекте дауам итеү генә түгел, шул сылбырға өҫтәлгән яңы быуындың күңелен бөтөн һәм матур, тәүфиҡлы вә ярата белеүсе, мәрхәмәтле итеп тәрбиәләү. Телебеҙгә хәүеф янатҡан глобализация шарттарында башҡорт ҡатындарына яңы быуат был тәбиғи тәғәйенләнеште тағы ла киңерәк һәм яуаплыраҡ халәттә йөкмәтте. Сөнки йәшәү хаҡын ҡылыс сыңы һәм шартлатҡыстар менән түгел, тап йөрәк көсө, һөйөү ипкене аша иҫбатлай торған бөйөк бер дәүерҙә йәшәйбеҙ. Ысынлап, әсә йөрәге – донъялағы иң оло йыһан. Уның ҡөҙрәте менән, уның ҡурсыуы аҫтында йәшәй һәм үҫешә бөгөн милләтебеҙ.
2017 йыл дауамында редакцияға килгән, «Әсә йөрәге» бәйгеһенә инселәнгән ҡырҡлаған видео авторының һәр береһенә «Башҡортостан ҡыҙы» ҙур рәхмәтен еткерә. Шул яҙмаларҙа береһе әйҙәүсе, икенсеһе ҡурсалаусы, бәғзеһе әсенеүсе, әпәүләүсе, сәмләндереүсе, алғышсы, яҡшылыҡҡа өндәүсе, йәм таратыусы, йән имләүсе булып алдыбыҙға баҫҡан ғәмле ижадсыларыбыҙ – замандаш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың, журналыбыҙ уҡыусыларының көҙгөһө. Шөкөр, ул көҙгө шундай матур, нурлы һәм күп ҡырлы.
Бәйгеселәрҙең ун етеһенең эше, ярыш шарттары иләгенән үтеп, финалға сыҡты һәм «Бәйләнештә» сайтындағы журналыбыҙ төркөмөндә урын алды. Йәшен тиҙлегендә йыйылған лайктар һәм репостар, видеоларҙы ун меңдән артыҡ кешенең ҡарауы шиғри һүҙҙең бөгөн дә бик зарурлығын, тәьҫирлеген иҫбатланы. Шиғырҙарҙың тап әсәләргә, әсәлек хистәренә арналыуы ла үҙ ролен уйнағандыр, был төшөнсәләр бит һәр кем өсөн иң изгеһе. Әйткәндәй, ҡатнашыусыларҙың сәсәнлектәре бер һоҡландырһа, һәммәһенең әүҙем тормош алып барған киң ҡарашлы шәхес булыуы мең ҡыуандырҙы.
«Ике ҡыҙым» тигән шиғырын тәҡдим итеп: //«Бөтә байлыҡтарҙан артығыраҡ /«Әсәйем!» тип әйткән һүҙегеҙ»,//– тигән, Ғафури районы Родина (Ватан) ауылында йәшәүсе Фәүзиә Ҡотлогилдина, мәҫәлән, үҙ төбәгендә генә түгел, барса башҡорт балалары ла мәктәптә туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнә алһын өсөн ҡыйыу көрәшкән, ошо юҫыҡта матур һөҙөмтәләргә ирешкән кеше. Башҡортостан һәм Ырымбур яҡтарынан утыҙ әйтешсенең ижадын берләштергән «Халыҡ ынйылары» тигән күләмле йыйынтыҡ баҫтырыуы менән дә данлы ул. Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылы ҡыҙы Гөлфиә Шәүәлиева ла – төрлө юҫыҡта күп эшләгән шәхес. Яңыраҡ йырҙарынан торған алтынсы дискын ҡулына алып ҡыуанған. Ваҡытында Дәүләкән телестудияһы директоры булған, «Сал Урал» тигән гәзит асып, уны биш йыл нәшер иткән. «Әлеге ваҡытта башҡорт телендә Ҡөрьән Кәрим тәфсирен тулыһынса уҡып, аудиокитап итеп донъяға сығарыу эшен тамамлау өҫтөндәбеҙ. Ауылымда буш ятҡан кирбес бинаны ҡуртымға алып, ғаиләм һәм ауылдаштар менән мәсет итеп төҙөкләндерҙек. Улыбыҙ унда имам-хатиб. Бәйгегә ебәргән шиғырымды әсәйемә – Рәсәй мәктәптәренең мәғариф отличнигы Хәлимә Сәрүәр ҡыҙы Фәттәховаға бағышланым», – тигән ул. Гөлфиә ханымдың: //«Әсәй, әсәй, оҙаҡ ишетмәһәм, /Балам, тигән наҙлы һүҙеңде, /Ауыр тормош йөгөн иңләгәндә /Юғалғандай тоям үҙемде», // – тигән һүҙҙәре кем ҡәләменән тамһа ла ышаныслы яңғырар ине. Фәүзиә Ҡотлогилдина менән Гөлфиә Шәүәлиева «Илһам» номинацияһы дипломына лайыҡ булды.

«Инеш» номинацияһында билдәләнгән тағы бер финалисыбыҙ – Айым Сыртланова Баймаҡ районы Татлыбай ауылы ҡыҙы, өсөнсө класта уҡый. Бәйгегә уның эшен уҡытыусыһы Алһыу Ишмуллина ебәргән. «Айым – тырыш ҡыҙ, китап уҡырға ярата. «Дүрт»кә-«биш»кә генә өлгәшә. Был шиғырҙы ул Әсә көнөнә арнап ижад иткән», – тигән. Айымдың: //«Әсәй!» тип яҙып ҡуйҙым /Яңы яуған аҡ ҡарға. /Тапамағыҙ, һис ярамай /«Әсәй» һүҙен тапарға», // – тип балаларса ихлас яҙған юлдары, ысынлап та, йырлап ҡына тора.
Йылайыр районы Йылайыр ауылынан күп балалы әсә Зөмәрә Аҡҡужинаның бәләкәс малайына арнаған «Улым бейей» тигән шиғырына төшөргән видеоһы иң күңелле таҫмаларҙың береһе булып, «Ихласлыҡ» номинацияһын яуланы. Зөмәрә ханымдың: //«Өйөрөлөп-өйөрөлөп, /Һайлап тормай көйөн дә. /Бейеп йөрөй улыҡайым /Тәү сәхнәһе – өйөндә. /Бейей балам, бейей балам – /Донъяһы бит түңәрәк. /Ата-әсәһе эргәлә, /Уға тағы ни кәрәк?!»// – тигән юлдарын ҡабатлап тыңлап, бәләкәстең тыпырлата баҫыуын йәнә ҡарағы килә. «Йылайырҙың Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында башланғыс кластарҙы уҡытам, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһымын. Тормош иптәшем менән өс малай, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Сәскәләр үҫтерергә, башҡортса китап-журналдар уҡырға яратам. «Башҡортостан ҡыҙы»на, район гәзитенә, «Йәшлек»кә, «Аманат»ҡа, «Аҡбуҙат»ҡа сентябрҙә үк яҙылып ҡуям», – тигән ул үҙе хаҡында.
Илнара Закирова менән Миләүшә Солтанова Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында белем ала. Илнара – Ҡариҙел районы Тигермән ауылынан, Миләүшә – Асҡындың Иҫке Ҡаҙансы тигән гүзәл төбәгенән. Белеүегеҙсә, был яҡ башҡорттары – бер нисә быуат элек барған азатлыҡ өсөн көрәштәрҙә оло фиҙакәрлектәр күрһәткән сикһеҙ ҡаһарман халыҡ. Тап шул төбәктә баш бирмәҫ милләттәштәребеҙҙең йөҙәрләгән ауылы яндырылған. Әммә улар бирешмәгән, бөтмәгән, бөгөнгәсә һаҡланған. Диалекттары әҙәби телебеҙҙән буйтым айырылғаны арҡаһында татар телле дәреслектәр менән уҡытылып, бер ни тиклем татарлаштырылыуға дусар булған был яҡтарҙа шундай ижадкәр, рухлы йәш быуын үҫеүе – үҙе ҡыуаныс. Ҡыҙҙар башлап яҙыусы ғына булһа ла, фекерле икәнлектәре тойомлана, яҙа-яҙа шымарғанда бынамын тигән шағирәләр ҙә сығыр үҙҙәренән. Йылдар үткәс биргән интервьюларығыҙҙа «беҙ әҙәбиәткә юлды «Әсә йөрәге»нән башланыҡ» тиергә онотмағыҙ, йәме, һылыуҙар! Илнара менән Миләүшәнең эштәре «Өмөт» номинацияһы дипломдарына лайыҡ булды.
Матбуғаттың алтын осоро булған уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тиражы 120 меңгә еткән. Уны, республикабыҙҙан тыш, илебеҙҙең байтаҡ төбәктәрендә күпләп алдырғандар. Бөгөн заманалар бер аҙ үҙгәргән. Әммә башҡа яҡтар менән бәйләнеш өҙөлмәгән, шөкөр! Шуны иҫбатлап, өс йыл рәттән үткәрелгән бәйгебеҙҙә Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Былтыр ут күршебеҙ Татарстандан да ике видеоъяҙма алып ҡыуандыҡ. Уларҙың тәүгеһе Рәмзиә Вәлиева – боронғо ырыуҙарыбыҙҙың береһе булған гәрәй башҡорттарының Илсебай ауылынан. Был матур ауыл Татарстандың Аҡтаныш районында урынлашҡан. Таҡталасыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң Рәмзиә ханымды йәшлек романтикаһы Түбәнге Кама ҡалаһына әйҙәгән. Төҙөлөштә ҡатнашҡан, «Умырзая» балалар баҡсаһында эшләгән. Һуңғараҡ ғәрип балалар өсөн тәғәйенләнгән «Өмөт» үҙәгендә хеҙмәт иткән. Ике ул тәрбиәләп үҫтергән әсә әле хаҡлы ялда. «Кама таңдары» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы. Ҡыш әсәһе менән ҡалала торһалар ҙа, ыуыҙ яҙҙан ҡара көҙгәсә Илсебайҙа йәшәйҙәр. Рәмзиә ханымдың таш бәғерҙе лә иретерҙәй булып яңғыраған «Әсәйем ауылды һағына» тигән шиғыры ғына түгел, тыуған ауылының тәбиғәтен, көнкүрешен тасуирлаған, сифатлы төшөрөлгән видеоъяҙмаһы ла ярышыбыҙҙың биҙәге булды.
Күрше республиканан йәнә бер ҡатнашыусыбыҙ Рәхимә Вәлиуллина (Ғәббәсова) – тыумышы менән Күгәрсен районы Бикбулат ауылынан. Яҙмыш елдәре ҡырҙа йөрөтһә лә, үҙ теленә, моңона ғашиҡ ханым күңеле менән һәр саҡ халҡына тоғро ҡала. Утыҙ биш йыл Ташкентта йәшәп, Башҡорт мәҙәни үҙәгендә әүҙем ҡатнаша, тыуған яғын һағыныуы шиғырҙар булып йөрәгенән түгелә. Аҙна һайын үҙәк үзбәк радиоһынан башҡортса шиғырҙары яңғырап тора. Шуның өсөн дә ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ үҙен хөрмәт итеп, икенсе һәм өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлай. 2003 йылда ғаиләһе менән Саба районына күсеп ҡайта. 2007 йылда Татарстанда «Саба дулкыннары» телерадиокомпанияһында башҡорт телендә «Ирәндек» музыкаль тапшырыуын аса. Шунан алып бөгөнгәсә башҡорттар ғына түгел, татар халҡы ла был программаны яратып тыңлай. Рәхимә апай Татарстан башҡорт мәҙәни үҙәгендә лә ихлас эшләй. 2015 йылда «Йәмле Кесе Эйек буйында» тип аталған китабы донъя күрә. Байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылған. Оҙаҡламай Татарстан китап нәшриәтендә «Элвин Грей – Урал бөркөтө» тигән китабы баҫыласаҡ. Рәхимә апайҙың «Әсә йөрәге»нә ебәргән, //«Көтөп арып, инде әсә киткән, /Ҡайтмаҫ өсөн башҡа нигеҙгә. /Әсәләрҙе шулай көттөрмәгеҙ, /Китһәгеҙ ҙә ерҙең сигенә», // – тип тамамланған яҙмаһы һиҫкәндерә, уйландыра. Рәмзиә һәм Рәхимә апайҙарҙың ауаздаш шиғырҙары «Мәрхәмәт» номинацияһы дипломдарына лайыҡ булды.
Әбйәлил районы Хәмит ауылынан Хәдимә Солтанованың халҡыбыҙҙың боронғо алғыш жанрына мөрәжәғәт итеп, ҡыҙының туйында әйткән әсәй теләге лә бик үҙенсәлекле. /«Зиннәтле бул, тәүфиҡты гел иш ит, ҡыҙым, /Тормош юлын бәхет-гөлдәр менән гел үр!»/ – тигән юлдарҙа һәр әсәгә хас кисерештәр сағылған. Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Сафия Хәләфетдинованың балаларына теләк һәм рәхмәт әйткән мөнәжәт менән ҡатнашыуы ла төбәктәрҙә халҡыбыҙҙың рухиәт шишмәһенең һайыҡмауына бер ишара. Сафия апайҙы хәйбуллалар милли аштар оҫтаһы, ҡорамасы, шәп баҡсасы тип белә. Үҙ ҡулдары менән эшләп кейгән селтәр-ҡашмауҙары ла бик матур. Мөнәжәттәр ижад итә, йырлай, ағинәйҙәр хәрәкәте ағзаһы.
Әбйәлил районы Һәйетҡол ауылынан билдәле сәсәниә Вәсилә Садыҡованың да беҙҙең ярышҡа видеоъяҙмаһын ебәреүе «Әсә йөрәге»нә оло бәҫ өҫтәне. «Биш балам, ун дүрт ейән-ейәнсәрем, ун бүлә-бүләсәрем бар. Шуларға наҙым етһен тип, булған көсөмдө биреп йәшәргә тырышам», – тигән һүҙҙәре уның бар тормошон һүрәтләй. Башҡортостанда айыҡ ауылдар булдырыу эшмәкәрлегенең башында торған фиҙакәр ҡатындың «Әсә йөрәге» тигән ҡобайыры ла ҡатын-ҡыҙ асылы һәм ҡәһәрле эскелек тураһында. //«Бизмәненә баҫҡан әсә тора, /Ярлыҡауҙы һорап Алланан. /Беренсе Аллаһ, икенсе батша булһа, /Ҡаты закун кәрәк батшанан», // – кеүек юлдар аша заман афәтенең зәһәрлегенә иғтибар йүнәлтеп, әсәй йөрәге хаҡына уға ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә әйҙәй ул.
Ейәнсура районы Байыш ауылында үҫкән, байтаҡ йылдар Себерҙә йәшәп, инде Өфө районында төпләнгән Фәнүзә апай Аллағолованы күптәр әүҙем ағинәй булараҡ белә. Тормош иптәше менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән улар. Өфөнөң балалар баҡсаларында кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәткән саҡта темаға ярашлы күңелле шиғырҙар яҙа инем, ти ул. Шул мәлдәрҙән алып шиғриәттән айырылмай. Ҡул эштәре менән дә мауыға, «Селтәр» студияһына йөрөй. Уның Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миңһылыу Йомабай ҡыҙы Мөхәмәтйәнова иҫтәлегенә бағышлаған «Юҡһыныу» шиғыры халыҡ йырҙарына ауаздаш кинәйәһе менән һоҡландырҙы.
Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан Айһылыу Ураҙгилдина: «Иптәшем менән биш бала үҫтерҙек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ун йыл элек мәрхүм булып ҡалды, балалар ҡырҙа. Күңелемде шиғриәт менән баҫам, илһам килгәндә үҙем дә ҡулға ҡәләм алам», – тип яҙа. Айһылыу апайҙың моңһоу һағышнамәһенә ауылдарҙа зарығып балаларын көткән меңәрләгән әсәләрҙең хистәре һыйған: //«Китәләр шул тағы, сит яҡтарҙа /Ҡыҙыҡтыра микән табыш-мал. /Яҡлаусыһыҙ ҡалған бер йән төҫлө /Бойоғоп ҡына илай нескә тал. /Эй, Хоҙайым, шундай көс бир миңә, /Үлгәстен дә тере ҡалырға, /Тыуған ерҙең тартыу көсө булып /Балаларҙы шунда йыйырға».// Хәдимә Солтанова, Сафия Хәләфетдинова, Вәсилә Садыҡова, Фәнүзә Аллағолова, Айһылыу Ураҙгилдиналар – «Халыҡ мираҫына тоғролоҡ» номинацияһы дипломанттары.



«Әсә йөрәге» бәйгеһе өсөнсөгә үткәрелде, һәр йыл яңынан-яңы халыҡ гәүһәрҙәрен асып, шиғри күңелле уҡыусыларыбыҙҙың күплегенә инандыра ул. Халыҡтың ижад шишмәһе тере икән, тимәк, киләсәге лә өмөтлө! 2018-ҙә лә конкурсты дауам итеп, тағы ла емешлерәк шиғри гөлләмә йыйырыбыҙға ышанып ҡалабыҙ!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Теги: Беҙҙең бәйгеләр Әсә йөрәге