Таҡыя нағышы

Таҡыя нағышыТаҡыя – ҡыҙҙарҙың туйға йәки байрамға кейә торған боронғо баш кейеме. Ярымкөмбәҙләп тегелгән был әйбер тәңкә-мәрйендәр менән биҙәлгән. Ир-ат башындағы йоҡа, түңәрәк түбәтәй ҙә таҡыя тип атала. Ул баш кейеме ауыҙ-тел ижадында ла ҙур сағылыш тапҡан. 1983 йылда донъя күргән «Башҡорт халыҡ ижады»ның «Йырҙар һәм көйҙәр» томында Ырымбур өлкәһе Александровский районы Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Фәтих Агишевтан яҙып алынған башҡорт халыҡ йыры «Бейек таҡыя» урын алған. Таҡыя тураһында мәғлүмәт С.Н. Шитова, С.И. Руденко хеҙмәттәрендә лә бар.

Мосолман халҡында баш кейеменә һәр саҡ ҙур мәғәнә һалынған. Уҡыусыларыбыҙҙы яңы ижади эштәргә дәртләндереү, йәш быуынды башҡорт халҡына хас баш кейемдәре менән таныштырыу маҡсатында «Башҡортостан ҡыҙы» «Таҡыя нағышы» бәйгеһе иғлан итә. Бәйге «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә алып барыласаҡ. Ҡатнашыусылар «Ир-аттың боронғо баш кейеме таҡыя (түбәтәй)»; «Ҡатын-ҡыҙҙың боронғо баш кейеме таҡыя»; «Ир-аттың заманса баш кейеме таҡыя (түбәтәй)»; «Ҡатын-ҡыҙҙың заманса баш кейеме таҡыя» номинацияларында билдәләнәсәк. Ҡул эштәренең фотоларын, журналға яҙылыу тураһында квитанцияның күсермәһен һәм үҙегеҙ хаҡында тулы мәғлүмәт яҙып, «Башҡортостан ҡыҙы» сайтында күрһәтелгән адрестарға һалығыҙ. Бәйгенең тулы талаптары һәм шарттары менән дә ошонда уҡ танышырға мөмкин.

Иң үҙенсәлекле эштәр йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы» журналы биттәрендә донъя күрәсәк. Йомғаҡ 2018 йылдың декабрь айында яһаласаҡ. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, ҡатнашыу­сыларға дәртләндереү саралары ҡаралған.

Таҡыя нағышыИң мөҡәддәс хистәрҙе тасуирлаған шиғри бәйгебеҙ өс йыл дауамында барыуына ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙы һис ялҡытманы, киреһенсә, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта ғына бара. Төрлө өлкәләрҙән, хатта сит илдәрҙән дә ҡатнашырға теләк белдерҙеләр, йылдан-йыл видеотаҫмаларҙың да сифаты яҡшыра. Ошоно иҫәпкә алып, бәйгене киләһе йылда ла дауам итергә ҡарар иттек. Ярышта ҡатнашырға теләүселәр «Әсәйҙәргә арнау», «Әсәлек хистәре», «Бишек йыры» номинацияларының береһенә тура килгән, үҙе ижад иткән бер шиғырҙы видеоға төшөрөп, журналға 2018 йылға квитанцияның фотоһын да беркетеп, 1 сентябргә тиклем редакциябыҙҙың электрон адресына юллаһын. Ижади эштәр шиғырҙың йөкмәткеһе һәм төҙөклөгөнән тыш, видеоның сифатына ла ҡарап баһаланасаҡ. Еңеүселәрҙе, йылдағыса, дипломдар, матур осрашыу һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә!



Теги: Таҡыя нағышы Әсә йөрәге




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook