Күңел ҡушыуы
Әбйәлил районынан Сәбилә Зәйнуллина:
«Башҡорт милли күлдәктәрен яратам, рәхәтләнеп кейеп йөрөйөм. Уларҙы районыбыҙҙа төрлө сараларҙа ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар һорауы буйынса ла тегергә тура килә. Күңелемдә һәр саҡ заманса мосолман кейеме булдырыу теләге ятты. Әлеге күлдәк менән ниәттәремдең бер ни тиклемен тормошҡа ашырҙым.
Фотолағы яҫтыҡтарҙы тирмәләрҙе биҙәүҙә ҡулланырға мөмкин, заманса йыйыштырылған өйҙә лә урынлы улар».
Теги: Милли биҙәк бәйгеләр