Ожмахтарға ишек асып

Ожмахтарға ишек асып
Бер кем беҙҙе әсәйҙән артығыраҡ, эскерһеҙерәк ярата алмай. Шул оло мөхәббәтте бер генә миҙгел тойоп ҡалған һәр йән эйәһенең күңелендә лә яуап итеп йылылыҡ, ихласлыҡ бөрөләнә, донъяға һәм әсәйҙең үҙенә ҡарата һөйөү уяна. Юҡҡа ғына, ожмах – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, тимәйҙәр бит, әсә хистәре баланы ҡурсыулы итһә, әсәйҙәргә ҡарата рәхмәт тойғоһо иһә кешелек бишеген мәрхәмәткә сорнай. «Башҡортостан ҡыҙы» икенсе йыл рәттән уҙғарған «Әсә йөрәге» ижади бәйгеһенә килгән эштәр ҙә ошо хәҡиҡәтте ҡеүәтләй.


…«Әсә йөрәге» – әсәйҙәргә арналған һәм әсәлек хистәрен данлаған шиғырҙарға төшөрөлгән видеолар конкурсы. Ярышҡа быйыл да байтаҡ эш килде, шулар араһынан бәйге талаптарына тура килгән егерме һигеҙ видео финалға үтте, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Үҙ кәйефе, үҙ моңо менән һуғарылған ҡабатланмаҫ эштәр ҡабул итеп ҡыуандыҡ. Улар журналдың «Бәйләнештә» сайтындағы рәсми төркөмөндә урынлаштырылды, уҡыусылар күңеленә ятҡан, үҙ тойғоларына ауаздаш шиғырҙарҙы диуарҙарына күсереп алды, комментарийҙар яҙҙы, лайктар ҡуйҙы, бер генә видео ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Ҡатнашыусыларҙың төрлө яҡтан булыуы ла һөйөндөрҙө, Мәскәүҙән Әлфиә Агеева менән Мәҙинә Илһамовалар, Ҡазандан Эльмира Латыпова, Ришат Минемуллин, Силәбе өлкәһенән Рәйлә Хисмәтуллина һәм Марат Дауытовтарҙың эштәре килһә, Сорғоттан Гөлшат Ғиләзетдинде Себер башҡорттарынан вәкил тип ҡабул иттек...
Ожмахтарға ишек асып
…Ярышта беренсе урын алған Учалы шағирәһе Нәйлә Хәмбәлиеваның «Әсәйемдең һуңғы көндәренән» исемле шиғырының:
«Иламайым! Түҙәм! Шулай кәрәк!
Сабый һымаҡ минең ҡосаҡта.
...Һанап ҡуйған көндәребеҙ яна
Әсәм тоҡандырған усаҡта»,
– тигән мәғәнәле һүҙҙәре үҙе бер драмаға торошло.
Тағы бер еңеүсебеҙ билдәле тележурналист Гөлдәриә Йосопованың «Күршеләрҙең балалары ҡайтҡан» тигән шиғырын уҡып, донъяла иң көслө һаналған әсә күңеленең дә ҡурсалауға мохтажлығын аңлап тетрәнәһең. Шуныһы йыуата:
«Әсәкәйем, булсы иҫән генә!
Һағынғанда түгел юл йыраҡ.
Ут күршеләр усаҡ яҡҡан саҡта,
Һинең сыраҡ янһын яҡтыраҡ!»
– тип яҡты хистәр менән тамамлана күңел буранын уятҡан әҫәр.
Икенсе урын яулаған Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы һылыуы Тәслимә Рәхимованың да әсәһенең һабаҡтарын аҡ ҡағыҙға күсергән шиғыры фәһемле:
«Ғүмерҙең дә, балам, йылдар кеүек,
Төрлөсәнән була миҙгелдәре.
Барлығын да, юҡлығын да күтәр,
Тормошоңдоң ныҡ тот теҙгендәрен!
Сабыр ғына булсы! Сабырлыҡтың
Төбө алтын бит ул – һин ышан!
Ҡатын сыраҡтарың бер янмаһа
Бер яныр ул, ихлас тырышһаң».

Шулай уҡ икенсе урынға сыҡҡан тағы бер ҡатнашыусыбыҙ – Бөрйәндә тыуып үҫеп, Дәүләкәнде төйәк иткән Гөлүзә Арыҫланова. Уның шиғырындағы яулыҡ образы донъяны афәттәрҙән ҡаплап-һаҡлап торған йондоҙло-ҡояшлы күк ҡабағы һымаҡ ҡабул ителә. Ябай ғына яулыҡтың да ҡатын-ҡыҙ өсөн терәк һәм таяныс була алыуы тасуирлана:
«Моңһоу йөҙө сағыла әсәйемдең
Алһыу яулығының аҫтынан.
Әрнеүҙәрен яулыҡ менән ҡаплап,
Үтер әле, тиеп, һуңынан,
Әүрәп китә донъя хәстәренә,
Онотола баштың сатнауы.
Эй, әсәйем... Шул булғандыр һиңә
Дауа – тормошоңдоң ҡайнауы!»

Ожмахтарға ишек асыпЯрышнамәбеҙҙең өсөнсө урынында Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районынан Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина менән Бөрйәндән Нәзирә Юламан. Рәйлә ханымдың:
«Үҙ-үҙеңдән ҡасып булмай, балам,
Ауырлыҡтар баҫыр аямай.
Ир намыҫын һаҡла сүп хәбәрҙән
Ялағайға өлөш ашатмай.
Хәләлеңдең күңел көҙгөһөн дә
Яҡтыртып тор, ихлас йылмайып.
Донъя йөгө, парлап тартһаң, еңел,
Көйләй белһәң, бара йырланып»,
– тигән юлдарындағы ябай фәлсәфәне һәр әсә балаларына һеңдерергә бурыслы.
Ә Нәзирәнең «Йөрәгем урынынан ҡуба» тигән шиғыры шаңҡытты ла, уйландырҙы ла. Авторҙың:
«Нисек йолоп алып ҡалырға һуң,
Ҡотҡарырға ҡалай әсәмде?
Ә бит ярата ине ул был тормошто,
Нисек уятырға шул сәмде?
Эскелек тә тигән ауыр сирҙән
Ғәзиземде нисек йолорға?
Эсмәҫ булһа, мин көс табыр инем
Уның өсөн ҡояш булырға
», – тип саң ҡағыуы юҡтан түгел бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙә бөгөн тормош тәмен юғалтып ауыр сиргә юлыҡҡан ҡатындар ҙа бар. Иң әсендергәне: улар үҙҙәре генә ғазапланмай, ғәзиз әсәләрен дә, балаларын да сикһеҙ әрнеүҙәргә дусар итә. Шуға ла көн ҡаҙағына һуҡҡан шиғыр ебәргән һылыуҙың ҡыйыу яҙмаһын иғтибарҙан ситтә ҡалдыра алманыҡ.
Бына шулай, һоҡланған, яратҡан, илһамланған, өмөтләнгән, арбаған, йырлаған, илаған, әрнеү-ғазаптарҙан да азат түгел бер сағыу хистәр гөлләмәһе булған шиғырҙар хасил итте быйылғы «Әсә йөрәге» бәйгеһен…

…Матур ижади бәйгебеҙ уҡыусылар һорауы буйынса киләһе йылда ла дауам итәсәк. «Әсә йөрәге»н үҙҙәренсә балҡытырға теләүселәр әҙерләнә торһон, ярышта журналыбыҙҙы яҙҙырып уҡып барған һәр кем ҡатнашып, үҙен һынап ҡарай ала...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.



Теги: Әсә йөрәге бәйгеләр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook